Эстәлеккә күсергә

Китап (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Ағас түгел — япраҡлы,
    Тун түгел — тегелгән.
  2. Ҡат-ҡат ҡатлама,
    Ҡатламанан атлама.
  3. Ҡат-ҡат ҡатлама,
    Аҡылың булһа, ташлама.
  4. Ике яғы таҡта,
    Асып ҡараһаң —
    Эсе тулы нурлы баҡта.
  5. Теле юҡ — үҙе аңлата.
  6. Оҙон, оҙон юл киткән,
    Осона тиклем кем бағыр?
    Ҡар өҫтөнән эҙ киткән,
    Ҡара һуҫар кем табыр?
  7. Асыла ла ябыла,
    Йәбешкәһе зирәк кешегә табыла.
  8. Аҡ ер,
    Ҡара тап,
    Нимә булыр?
    Уйлап тап.
  9. Ҡат-ҡат, тиерҙәр,
    Ҡәбделдәхир, тиерҙәр.
    Шуны белгән кешенең
    Нәҫеле яҡшы тиерҙәр.
  10. Аҡ ялан, ҡара һуҡмаҡ,
    Йөрөй белгән эҙ табыр.
  11. Сытыр, сытыр, сытырман ,
    Сытырманға инә алмам,
    Аҡбур менән бурлаған,
    Көмөш менән һырлаған.
  12. Бик күп телдәр белһә лә,
    Һөйләшмәй бер телдә лә.
    Өйрәнәм, тиһәң — өйрәтә,
    Ҡарышмай бер кемгә лә.
  13. Аҡ һандығым эсендә
    Сыбар-ала күбәләк.
  14. Кеше түгел — һөйләй,
    Кеше күңелен көйләй.
  15. Биттәре бар, телдәре юҡ,
    Күрмәйҙәр — юҡ күҙҙәре.
    Дуҫ булдыңмы, төрлө телдә
    Көйләшәләр үҙҙәре.