Кишер (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
Перейти к навигации Перейти к поиску
NRCSAZ78001 - Arizona (493)(NRCS Photo Gallery).jpg
  1. Ер аҫтында алтын ҡаҙыҡ.
  2. Ер аҫтында еҙ уҡлау,
    Уны белгән егеттәргә
    Бер сәкмәнлек буҫтау.
  3. Ер аҫтында еҙ ҡашыҡ.
  4. Ҡыҙыл ҡыҙым ер аҫтында,
    Сәскенәйе ер өҫтөндә.
  5. Ерән бабам ер аҫтында,
    Һаҡалдары ер өҫтөндә.
  6. Осо нәҙек, төбө йыуан,
    Ярата уны ҡуян.
  7. Йәшел һаплы алтын бәке,
    Ул ни?