Кокос һөтө

Викидәреслек проектынан
Перейти к навигации Перейти к поиску

Кокос һөтө — кокос сәтләүеге эсендәге итсәнән яһала торған татлы, һөт төҫөндәге аҡһыл шыйыҡса.

Кокос һөтөн төрлө ризыҡтар әҙерләү өсөн ҡушымта итеп, башлыса, Азия һәм көнсығыш халыҡтары ҡуллана. Кокос һөтөнөң сәтләүек эсендәге һыуынан һәм һутынан айырмаһы бар. Кокос һөтөндә майҙар — 27 %, углеводтар — 6 %, аҡһымдар — 4 %. Быларҙан тыш, һөттә тиамин (В1), рибофлавин (В2), никотин кислотаһы (В3), аскорбин кислотаһы (С) витаминдары бар.

Кокос һыуынан айырмалы рәүештә, һөттө яһалма ысул менән кокос иҙмәһенә һыу ҡушып алалар. Малайзияла, Брунейҙа һәм Индонезияла кокос һөтөн сантан, ә Филлипинда — гатой тип йөрөтәләр.

Кокос һөтө ҡуйылығы буйынса айырыла. Мәҫәлән, иң ҡуйыһын айырма тиҙәр. Һөттөң ҡуйырағын десерттар, майлы соустар әҙерләү өсөн ҡулланһалар, ә шыйығырағын — аштарға, икенсе ризыҡтарға ҡушалар (мәҫәлән, саюр-лоде).