Эстәлеккә күсергә

Комбайн (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Гөрләй-гөрләй,
    Эшләй берҙәй,
    Тоғо тулһа, һөрәнләй.
  2. Дыу-дыу үкерә,
    Баҫыу буйлап йүгерә.
    Ҡамылдағы игенде
    Урып-һуғып елгәрә.
  3. Ҡырҡа барыр,
    Тартып алыр,
    Ҡырҡҡылар ҙа һуҡҡылар,
    һабағын ергә өйөр,
    Тосон тоҡҡа тултырыр.
  4. Тырнай ҙа һоҫа,
    Йота ла ҡоҫа,
    Барын бергә эшләй,
    Был ниндәй оҫта?
  5. Ура, һуга, елгәрә,
    Үҙе тейәп ебәрә.
    Бик күп игеп игенде,
    Байыта ул илемде.
  6. Үҙе ура,
    Үҙе һуга,
    Үҙе һура.
  7. Үҙе ура, үҙе һура,
    Үҙе ҡапсыҡҡа һала,
    Геүелдәп үтеп китә лә
    Ҡыр таҡырланып ҡала.
  8. Сәйнәй һалам — төкөрә алтын.