Эстәлеккә күсергә

Консерваланған салат

Викидәреслек проектынан

Бер асҡанда бер банканы "кәгә" торған бик тәмле салат! Балалар ҙа, ололар ҙа ярата! Баҡсаларҙы ҡырып-һыпырып сығайыҡ та, ял көндәрен күңелле мәшәҡәттәргә күмәйек! Мин кисә эшләп тултырҙым, бөгөн юбилей үткәрәм. Ә һеҙгә, дуҫтарым, рецепт-күстәнәс ҡалдырам:

4-5 кг помидор, 4-5 кг ҡыяр, 3-4 кг болғар боросо, 400 гр аҡ борсаҡ (фасоль), 5 баш һарымһаҡ, 2-3 аш ҡалағы тоҙ, 250 гр шәкәр, 300 гр көнбағыш майы, 150 гр аш һеркәһе (уксус) алына.

Иң тәүҙә фасолде бешереп алабыҙ (үтә йомшармаһын). Помидор, болғар боросо, һарымһаҡты турап, тоҙ, шәкәр, көнбағыш майы һалып, уртаса утта бешерәбеҙ. 15 минут ҡайнап сыҡҡас, уксус һалып, түңәрәкләп туралған ҡыярҙы өҫтәйбеҙ. Утҡа ҡуйған йәшелсәләр 10 минут тирәһе һикергәс, стерилләнгән банкаларға тулырабыҙ ҙа, йылы әйбер менән ҡаплап ҡуябыҙ.

Ҡуйыр урынығыҙ ғына булһын, дуҫтар, һә тигәнсе "осасаҡ"! Хатта яңы йылға тиклем дә етмәүе ихтимал... Ныҡ тәмле!