Эстәлеккә күсергә

Крыжовник

Викидәреслек проектынан

Крыжовник (Рус.Крыжовник обыкновенный, лат. Ríbes úva-críspa) —Крыжовниктар ғәиләһе (Grossulariaceae) Ҡарағат ырыуына (Ribes)ҡараған ҡыуаҡлыҡ.

Емештәренең химик составы

[үҙгәртергә]
  • Шәкәрҙәр (күп өлөшө моносахаридтар) -13,5 %,
  • органик кислоталар - 2 % (лимон, алма кислоталары...),
  • пектин - 1 % ,
  • витаминдар C ( 54 мг%-ға тиклем), P (0,25 мг%), B һәм A.

Емештәре, шулай уҡ фосфорға, баҡырға, тимергә, калийға, натрийға, кальцийға, магнийға бай.

Крыжовниктың шифаһы

[үҙгәртергә]

Крыжовник үҙенең дауалау сифаттары буйынса ҡурай еләгенән, сейәнән, алма­нан өҫтөн тора. Еләктәрен:

  • бөйөрҙәр,
  • һейҙек ҡыуығы,
  • аш ҡайнатыу тракты һәм ашҡаҙандың әсетеп ауыртыуында,
  • тире ауырыуҙарында,
  • матдәләр алмашыныуы боҙолғанда,
  • артыҡ һимеҙ булғанда ҡул­ланалар.

Крыжовник йөрәк-ҡан тамыр­ҙары системаһына ыңғай йоғонто яһай, ҡан тамырҙарының стеналарын нығыта. Сығышы менән ниндәй генә булмаһын, сезонлы дауалау һөҙөмтәһендә, анемия сигенә. Крыжовник бигерәк тә оло кеше­ләргә файҙалы. Йыл һайын крыжовник менән дауаланыу яман шештәрҙән яҡшы профилактика булып тора.

Бөйөрҙәр. 2 — 3 аҙнала крыжовникты системалы ҡулланыу менән (көнөнә 3 тап­ҡыр 1-әр стакан) бөйөрҙәге һәм һейҙек ҡыуығындағы шеште һиҙелерлек дауалап була.

Тамаҡ шешкәндә. Иң шәп сара — яңы крыжовник һутын әҙ генә бал менән бутап эсеү. Аш алдынан 1/3 стакан эсергә. һимереү. Яңы крыжовник һәм уның һуты менән дауалау диетаһы боҙолған алма­шыу процесын яйға һалырға һәм 6 — 8 артыҡ килограмды алып ташларға ярҙам