Кукуруз

Викидәреслек проектынан
Перейти к навигации Перейти к поиску

Кукуруздың сәләмәтлек өсөн файҙаһы

Кукуруз ашҡаҙан-эсәк трактын сәләмәтләндерә. Айырыуса эс ҡатҡанда кукуруз менән дауаланыу файҙалы. Ундағы глютамин кислотаһы хәтерҙе һәм мейеләге матдәләр алмашыныу процесын яҡшырта. Кукуруз крахмалы нервы күҙәнәктәрен һәм мускулдар туҡымаһын туҡландырыу өсөн кәрәк. Шунлыҡтан нервы системаһы ауырыуҙары менән интегеүсе, шулай уҡ мускулдарын арттырырға теләүселәр өсөн кукуруз ашау файҙалы.

Йәш, яңы өлгөрә башлаған кукурузды сей килеш йә бешереп ашарға мөмкин. Ул организмды зарарлы матдәләрҙән таҙарта. Кукурузды балалар бик ярата. Үҫеп килеүсе организмды ул витаминдар һәм микроэлементтар менән байыта, кәүҙә ауырлығы йыйырға булышлыҡ итә.

Консерваланғанында ла файҙалы матдәләр һаҡлана. Уны төрлө салатта файҙаланырға мөмкин. Кукуруз емешлеге ауыҙы менән уның таяҡсалары ла шифалы. Уларҙы өлгөрә башлаған мәлдә йыялар. Унда кукуруз майы, гликозидтар, нервы системаһын көйләүсе сапониндар, хәтерҙе яҡшыртыусы В6 витамины, тағы ла С, К, Е витаминдары, никотин кислотаһы һәм башҡа минераль матдәләр бар.

  • Бай химик составҡа эйә булыуы уны төрлө ауырыуҙы дауалауҙа ҡулланырға мөмкинлек бирә. Кукуруз емешлеге ауыҙынан әҙерләнгән төнәтмәне холециститтан, гепатиттан, энтероколиттан һәм башҡа ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан, шулай уҡ бәүел һәм үт ҡыуыу, ҡан туҡтатыу сараһы булараҡ тәҡдим итәләр. Был төнәтмәне оҙаҡ эсеү бөйөрҙәге һәм бәүел юлындағы таштарҙың тарҡалыуына булышлыҡ итә. Кукуруз емешлеге ауыҙы нигеҙендә әҙерләнгән препараттар айырыуса үт тотҡарланғанда һәм геморрагик диатездан файҙалы.

Бауырҙы уның менән дауалағанда ауыртыу бөтә, күңел болғаныу, уҡшытыу туҡтай, бауырҙың күләме бәләкәсәйә, ауырыуҙың дөйөм хәле яҡшыра. Бындай төнәтмәне шулай уҡ нервы системаһы ауырыуҙарынан һәм дөйөм хәлһеҙлектән дә эсергә тәҡдим итәләр.

  • Төнәтмә түбәндәгесә әҙерләнә.

Ике ҡалаҡ киптерелгән һәм ваҡланған сеймалға 200 мл ҡайнар һыу ҡойоп, ярты сәғәт парҙа тоторға. Бер аҙ һыуынғас, һөҙөп алырға һәм тәүге нисбәтенә еткәнсе ҡайнатып һыуытылған һыу өҫтәргә. Төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан 1/4 стакан эсергә.

  • Майын өлгөргән кукуруз орлоғо шытымдарынан эшләйҙәр. Ул бик тәмле һәм еңел үҙләштерелә. Ундағы биологик актив матдәләр ҡандағы холестерин кимәлен төшөрә. Шуға күрә кукуруз майын йөрәк һәм баш мейеһе тамырҙары атеросклерозын дауалау өсөн ҡулланалар (көнөнә ике тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә). Шулай уҡ диабетиктарға аш-һыу әҙерләгәндә тап ошо майҙы ҡулланыу файҙалы. Бынан тыш, ул төрлө тире ауырыуынан тән ҡысыуын, ялҡынһыныуҙы баҫырға һәм туҡымаларҙың тиҙерәк бөтәшеүенә булышлыҡ итә.

Шулай итеп, кукурузды эшкә һанамай йөрөргә ярамай. Ул тәмле, файҙалы ризыҡ ҡына түгел, күп ауырыуға дауа ла.


«Йәшлек» гәзите сайты, 30.11.2019