Күбәләк (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Ап-аҡ, ап-аҡ аҡсарлаҡ
Ҡояш көндө осалыр,
Төрлө сәскә ҡосалыр. - Сыбар ала осҡалаҡ
Оса гөлдәр ҡосҡалап. - Ике яҡлы ишек — китә йыраҡҡа осоп.
- Ел-ел елә килә,
Ике еңен һелкә килә,
Ҡамышлыҡҡа ҡуна килә,
Ҡамыш һыуын эсә килә. - Сыбар ала күлдәге,
Тотһаң — уңа биҙәге. - Ҡанаты бар — ҡаны юҡ.
- Ҡыш үләм, яҙ тереләм.
- Яҙ терелә, көҙ үлә.
- Елп-елп итер — елпеп китер,
Гөлгә ҡуныр — сәскә үбер;
Үҙе күп төрлө,
Алтын һырлы.