Эстәлеккә күсергә
- Ат артынан ҡалмаҫ,
Дуғанан уҙмаҫ.
- Дыу-дыу, дыу итә — дуғаға ҡуна.
Сей-сей, сей итә — ситәнгә ҡуна.
- Беҙ-беҙ итер — ситәнгә ҡуныр,
Дыу итер — дуғаға ҡуныр;
Алтын ҡашлы, алама башлы,
Уны белгән — йөҙ йәшле.
- Ике ай ғүмере бар,
Өсөнсө айға сыҡһа, үлә.