Күсле ил — көслө ил/1-се бүлек

Викидәреслек проектынан

Яҡшы егет, яҡшы ҡыҙ. Шулай килеп ҡауышҡан[үҙгәртергә]

Орсоҡтай ғына сағымда әле, тәрән мәғәнәһен төшөнөп тә бөтмәҫлек йәшемдә, әсәйем кемгәлер мәҙәк өсөн һөйләгән бер ҡиссаны хәтеремә бикләгәнмен дә йылдар уҙа барған һайын меңдәрсә сатҡылы бриллиант йөҙөк ҡашындай әле бер, әле икенсе ҡырласының балҡышын табып, таң ҡалам. Былайыраҡ итеп һөйләнелгәйне ҡисса иренә зарланырға килгән йәш кенә ҡатынға.

Хоҙай Тәғәлә ергә әҙәми затты яҡшыһынан-шаҡшыһынан бер тигеҙ нисбәттә яралтмыш икән. Шулай итмәһә, яҡшылары яҡшылыҡтың ҡәҙерен аңламай, фәһем алмай, наҙанға әүерелеп бөтөр ҙә, холҡон, аң-зиһенен камиллаштырыр һис бер шарт булмаҫ ине, ти. Тап ана шул сәбәпле, бәндәләрҙе ишле-ҡушлы иткәндә, Аллаһы Тәғәлә «бер яҡшыға — бер шаҡшы», «бер шаҡшыға — бер яҡшы» тип бүлеп ултыра икән. Кешеләр күп бит инде, ҡайһы саҡ буталып китә лә, «бер яҡшыға — бер яҡшы», «бер шаҡшыға — бер шаҡшы» тип ысҡындырып ҡуя имеш. Донъяла һәр яҡлап пар килгәндәр шуға ла бик әҙ, артыҡ яҡшы, артыҡ шаҡшы йәшәгәндәр — бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Мәҙәк өсөн һөйләнелһә лә, ниндәй тәрән фәлсәфә! Тап ошо фәлсәфә, өлөшөмә төшкән көмөшөм тип, ир менән ҡатынға бер-береһенең бәндәүи йомшаҡлыҡтарына күнеп йәшәргә, ғаилә тотороҡлоғон һаҡларға ярҙам иткәндер, милләттең дә быуаттар ғәрәсәттәренә бирешмәй ойошоп йәшәүенең, юғалып ҡалмауының нигеҙе булғандыр, тип әйтергә йөръәт итәм.

Бәндәүи зат үҙе тураһында үҙе уйлағандан хөртөрәк, кеше уйлағандан яҡшыраҡ тигән бер аҡыл эйәһе. Әлеге ҡиссанан сығып фекер йөрөткәндә, һин үҙеңде яҡшы кеше тип иҫәпләйһең икән, бик ҙур бәхетеңә күрә генә ул яңылышып киткән осраҡҡа тура килмәһәң, Хоҙайҙың ғәҙел тәғәйенләнеше буйынса шаҡшыға юлығырың алдан билдәләп ҡуйылған. Шулай булғас, яҙмышыңа ни үпкә. Йәнә бер аҡыл эйәһе әйтмешләй, өйлән: ҡатының яҡшынан тура килһә, бәхетле булырһың, яманына юлыҡһаң, философ булырһың!

Башҡортта борондан балаларға енси аң иҫ киткес уйлап, һиҙҙермәй генә һеңдерелгән — ғаиләгә, ирле-ҡатынлы араһындағы мөнәсәбәттәргә бәйле мәсьәләләр хаҡында ололар «ваҡ тештәр», йәғни, ыбыр-сыбыр бала-сағанан йәшерен ҡош телендә һөйләшкеләп алһалар ҙа ваҡыт-ваҡыт кескәйҙәр ҡолағына махсус тәғәйенләнгәндәре лә килеп сыға: мәҡәлдәр, ҡанатлы һүҙҙәр, әйтемдәр, көләмәстәр, үсекләмештәр, әкиәттәр ҡуша-ҡуша әллә ниндәй фәһемле тарихтар һөйләп ташлайҙар. Фольклор йыйынтыҡтарында теркәлеп ҡалғандары ғына ла ғүмерең буйы өйрәнеп тә бөтә тәрәнлеген буйламалы түгел, ә яҙылып алынмағаны күпме! Был яҙмаларымда иһә күберәк мәҡәлдәргә, әйтемдәргә таяндым, сөнки улар — халыҡтың махсус яҙма ҡануннамәләрҙә теркәлмәгән ғаилә кодексы тип аталыр баһаға эйә.

Егерменсе быуаттың тәүге сирегенәсә, совет осорона тиклем, быуаттар дауамында башҡорттарҙың ғаилә тормошо, милли әҙәбе юридик яҡтан да, әхлаҡи йәһәттән дә ислам дине, шәриғәт ҡанундары менән тығыҙ бәйле булған. Ғаиләне Алла әмере менән булдырылған илаһи бер мәктәп, милләттең иң кескәй күҙәнәге тип һанаған ата-бабаларыбыҙ. Әйтергә кәрәк, халҡыбыҙҙа юридик ҡанундар әхлаҡ, ғәҙәт-йола ҡағиҙәләре менән бер бөтөнлөк тәшкил иткәнлектән, уларҙы күпселек осраҡта хатта айырып алып та булмай. Бары тик ҡайһы берҙәре мотлаҡ үтәлергә тейешле, ә бәғзеләре яҡтарҙың ихтыярына ҡуйылыуы менән генә үҙ аллы төркөмләү мөмкинлеге бирә.

Бер үк ваҡытта ислам дине ҡабул ителгәнгә тиклем үк ҡулланылған ғәҙәт ҡанундары ла (левират, сорорат һ. б.), ҡайһы саҡ шәриғәткә бик үк тап килмәүенә ҡарамаҫтан, һаҡланып ҡалыуы күҙәтелә. Шулай уҡ Рәсәй хакимдарының урыҫ, христиан ғаилә нормаларын индерергә тырышыуы: никахҡа инеүҙе, сабыйҙарҙы махсус кенәгәләрҙә теркәү, был хаҡта документтар биреү, йәш цензы һ.б. — ғаилә ҡороу тәртип-низамын бер аҙ үҙгәрткән.

Халыҡтың ғаилә мәсьәләләрендә ҡайһы хоҡуҡ нормаларына өҫтөнлөк биреүе уның ниндәй хөкөмдән — дәүләттекенәнме, әллә мир-йәмәғәттекенәнме — нығыраҡ ҡурҡыуы дәлил була ала. Ғәмәлдә башҡорт йәмғиәтендә үҙидара ҙур ҡеүәткә эйә булып, йәмәғәт фекере, аҡһаҡалдар — мир башлыҡтары ғөрөф-ғәҙәттәрҙең теүәл үтәлешен күҙәтеү функцияһын башҡарған, рәсми судтарға мөрәжәғәт итеү күпселектә ер мәсьәләләренә ҡағылған. Был мәҡәлдәрҙән дә күренә:

  • Берҙең көнө мир менән, мирҙең көнө ер менән.
  • Ир үлһә лә йола үлмәҫ.
  • Ырыуына күрә йолаһы.
  • Ә быныһы — ҡыҙыҡ өсөн: Әтәс үҙ сүплегендә үҙе мырҙа.

Үрҙә әйтелгәндәрҙән сығып, башҡорт милләтенең иң кесе киҫәге булараҡ ғаилә тормошона дини, ғәҙәт-йола, әхлаҡи киҫелештә байҡау яһап ҡарайыҡ.

Өйләнмәгәндең тамыры ҡорор[үҙгәртергә]

Әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләребеҙ ифрат та ҡаты булыуы әле балаға сексуаль тәрбиә бирелмәгән тигәнде аңлатмай, әйтеүемсә, сәңгелдәгенән үк ошо юҫыҡта бик аҡыллы эш алып барылыуы фольклорыбыҙҙан ап-асыҡ күренә. Сабыйҙы һикертеп, һәпсүкләп уйнатҡанда уҡ таҡмаҡланған һүҙҙәргә иғтибар итәйек: Ҡыҙым-ҡыҙым, ҡыҙ кеше, ҡыҙыма килер йөҙ кеше, йөҙ кешегә бирмәмен, алып китер бер кеше. Әсә ҡыҙ ғынаһының күрмәлекле, күптәр күҙе төшөрлөк булып үҫеп етеүен юрап ҡына ҡалмай, уның бер генә кешегә тоғролоҡ һаҡлап ғаилә ҡорорға тейешлеген дә хәләл һөтө менән һеңдерә. Ҡарабаш турғай, тәҙ(е)рәне ҡуймай, һин дә егет, мин дә егет, кәләш алып булмай тигән үсекләмеш иһә кесе йәшенән үк ир балаларҙы ғаилә ҡора алмау хурлыҡ икәнлегенә инандырып үҫтерә.

Өйләнеүҙең мотлаҡлығы, тәртип-низамы мәҡәлдәрҙә ифрат тос әйтелгән:

  • Өйләнмәгәндең тамыры ҡорор.
  • Яҡшы ат бығауһыҙ йөрөмәҫ, алама атҡа тышау ҙа теймәҫ.
  • Арғымаҡтың билгеһе — ҡаҙы йыймаҫ ял йыйыр, яман егет билгеһе — ҡатын алмаҫ, мал йыйыр.
  • Өйләнмәгәндең өйө булмаҫ, өйө булһа ла иле булмаҫ.
  • Өйләнеү — көйләнеү.
  • Дәртһеҙ кеше — күҫәк, йәрһеҙ кеше — ишәк.
  • Донъя күрке — йәр менән.
  • Өйләнмәгәндән аҡыл һорамайҙар.
Күреүебеҙсә, бер мәҡәл икенсеһен тулыландыра, көсәйтә, һәр кемгә «асҡыс» табырға мөмкинлек бирә, ә өйләнеү-өйләнмәү аҡыл биҙмәне лә булып тора икән бит.

Ҡыҙ баланы яңғыҙ ҡалдырыу уғата тыйылған, уны ғаиләле итеү тағы ла яуаплыраҡ һаналып, өҫтәмә ҡәтғи талаптар ҡуйылған. Ғәҙәттә, уны бик йәшләй кейәүгә бирергә тырышҡандар, шуғалыр ҙа өгөтләү һүҙҙәре лә ниндәй нәзәкәтле:

  • Ҡыҙ егеткә ҡушыла — ебәк булып ишелә.
  • Еткән ҡыҙ кейәүҙән ҡурҡмаҫ.
  • Сәскәне ваҡытында өҙөү фарыз.
Хатта буласаҡ хәләле бик иш-йоп булмағанда ла инандырырлыҡ һүҙҙәрен тапҡандар:
  • Алама булһа ла ир яҡшы.
  • Ҡарт булһа ла ирең булһын, алама булһа ла өйөң булһын.
  • Ҡарт ҡуйынында ҡалас бар, йәш ҡуйынында ҡамсы бар.

Һүҙ ошо юҫыҡҡа күскәндә бер көләмәсте иҫегеҙгә төшөрөп китәйем әле.

Борон бит ололарҙан оялыу көслө булған, әлеге кеүек, "атай-әсәй, мин өйләндем, бына киленегеҙ йәки хатта «бына кейәүегеҙ» тип ҡайтып төшөүҙәрҙе ҡанбабалар иң алама төшөндә лә күрмәгәндер. Бер егеттең, шулай, бик тә өйләнгеһе килгән, етмәһә, шым-шым ғына ҡаш һикертешеп йөрөгән ҡыҙы ла бар икән, тик ата-әсәһенә нисек белдерергә белмәй йонсоған бахырың. Уйлаған-уйлаған да, ашарға саҡырылғас, һикелә үҙе гел ултыра торған урында йоҡлап ятҡан бесәйҙе:
-Ятма бында һуҙылып, еңгәң ултыраһы урынды биләп, — тип ҡыуып төшөргән имеш, ти. Ата-әсәһе егеттең тел төбөн һиҙеп, шул көҙҙө үк башлы-күҙле итеп тә ҡуйған, ти, үҙен.

Өйләнгәндә мотлаҡ үтәлергә тейешле шартҡа ғаилә ҡороусыларҙың шәриғәткә ярашлы никахланыуы, ижәб уҡытыу инә, сөнки бүтән төрлө яҡынлыҡ — шайтанға, бары тик нәфсеңә хеҙмәт итеү, боҙоҡ ғәмәл, ә бындай берлектән донъяға килгән балалар уйнаштан тыуған тип иҫәпләнә.

Никах[үҙгәртергә]

Никах исламда иҫ киткес юғарылыҡҡа ҡуйыла: ул милләттең нигеҙен барлыҡҡа килтереүсе шарт, ә өйләнеүсе — милләтен һәм динен яратҡан шәхес: Күсле ил — көслө ил. Ижәпләнеү — ғәм алдында ғаилә өсөн яуаплылыҡ алыу, милләтте һәм үҙ барлығын дауам итеү өсөн эшләнгән фиҙакәр аҙым.

Ғаилә ҡороусы егет түбәндәге бурыстарҙы үтәй тип һанала:
  • Ғаләм, Аллаһы Тәғәлә алдында — ергә яралтылған һәр йән эйәһе үҙ затын дауам итергә тырыша, был — кешелек затын һаҡлау бурысы;
  • милләт, ҡанбабалар алдында — улар тоҡомон дауам итеү бурысы;
  • үҙе алдында — нәҫелен ҡалдырыу, тәбиғи теләктәрен ҡәнәғәтләндергәндә яман сир-сорға юлығыуҙан һаҡланып, сәләмәт тоҡом ҡалдырыу бурысы;
  • ҡатыны алдында — үҙ нәҫелен дауам итергә тейешле кеше булараҡ, уға ҡарата динебеҙ һәм донъяуи ҡанундар ҡушҡанды үтәү бурысы;
  • балаһы алдында — һәр яҡлап ҡурсыуға алып, уны лайыҡлы шәхес итеп үҫтереү бурысы.
Ғаилә-никах мәсьәләләрендә йола, ғәҙәт ҡанундары түбәндәге мәҡәлдәрҙә һаҡланып ҡалған һәм яҡынса ошондай шарттарҙы үҙ эсенә ала:

Кәләш яҡындан булырға тейеш түгел[үҙгәртергә]

  • Алыҫтан ат алма, яҡындан ҡыҙ алма.

Ат һәм ҡыҙ образы юҡҡа ғына параллель итеп бирелмәй — ат яңы хужаларға эйәләшә алмай ҡайтып китеүсән, алыҫтан алһаң, артынан йөрөй-йөрөй хәлең ҡалмаҫ. Йәш килен дә, ата-әсәһе яҡын булғас, һағынһа ла, берәй нәмәгә үпкәләһә лә, тыуған йорто яғына ҡарап ҡына тороусан. Юҡҡа-барға көйһөҙләнеп, ҡайта һалып бармаһын, артыҡ-бортоҡ һүҙ ташылмаһын өсөн дә ҡыҙҙың алыҫтаныраҡ булыуы ғаиләнең тотороҡлоғона йоғонто яһаған, әлбиттә.

  • Алыҫтан ҡыҙ алһаң, ҡосаҡ-ҡосаҡ бүләк килер, яҡындан ҡыҙ алһаң, ҡосаҡ-ҡосаҡ ғәйбәт килер.

Был мәҡәлдәрҙән күренеүенсә, алыҫтан ҡыҙ алыу бер нисә маҡсатҡа ярашлы: йәш ғаиләгә туған-тыумаса артыҡ йоғонто яһай алмаһын, килен иренең туғандары араһында күнеп йәшәп китһен, ҡоҙалар араһында йәмһеҙләнешеү булмаһын.

Ә төп сәбәп — нәҫелдән килгән ауырыуҙарҙы иҫкәртеү булған. Тап шул маҡсатта хатта бер ауылдан килен төшөргән осраҡта ла ете быуын алышыныуы шарт итеп ҡуйылған: Ҡыҙ бауыры ете быуындан алмашына, ти мәҡәле лә ошо хаҡта. Әйткәндәй, башҡа бик күп төрки халыҡтарҙа экзогамия тип аталған был күренеш улай уҡ киң таралмаған. Мәҫәлән, төрөктәр, азербайжандар, үзбәктәр араһында хатта ике туғандарҙы өйләндереүҙе ҡулайыраҡ та һанағандар — мөлкәт ситкә китмәй.

Иртә өйләнеү[үҙгәртергә]

Мөмкин тиклем иртә өйләндереү мәғҡул һаналып, хатта сәңгелдәктән үк ҡолаҡ тешләтеп, йәрәшеү, «һырға туйы» үткәреү йолаһы йәшәп килгән. Ишәк туйы — иллелә, тип ғаилә ҡорорға ашыҡмаған егеттәрҙән көлгәндәр, иҫәрерәк һанағандар. Өйләнмәгәндән аҡыл һорама тигәндәре лә бындайҙарҙы алйот һанағанға дәлил. Иртә өйләнгән үкенмәҫ.

Ҡыҙ баланы иһә тағы ла тиҙерәк эйәһенә тапшырыу хәстәрен күргәндәр, инйәр-ҡатайҙарҙа көйәнтәләгәндә биҙрәһе ергә теймәҫлек булһа ҡыҙҙы кейәүгә бирергә мөмкин тигәнде ишетергә тура килгәне бар. Ултырып ҡалыуынан ҡурҡып, ғәҙәттә 16-17 йәштә, ә ҡайһы бер осраҡтарҙа хатта иртәрәк тә ҡыҙҙарын һоратҡан ергә биреп ебәреүҙе хуп күргәндәр, йот йылдары ғаиләләге артыҡ тамаҡтан ҡотолорға тырышыу ҙа күҙәтелгән. 18 йәштәрҙә инде ҡыҙ бала кейәү сыҡмағандар рәтенә инә лә башлаған. Ә Ултырған ҡыҙға ен эйәләй.

Беҙҙең яҡтағы бер ауылда ҡартайғанса тигеҙ ғүмер итеп, балалар-ейәндәр үҫтереп, тормош тәмен белеп, татыу йәшәгән әбей менән бабайҙы аң-тоңон белмәҫ, танауҙарына еҫ кермәҫ элек үк никахлағандар ҙа, улар шул ваҡыттарын кеткелдәп көлә-көлә иҫкә алыр булғандар. Ауыр замандар бит инде: икеһенә бер яҫтыҡ, бер иҫке юрған биреп, башҡа сығарғандар. Йылы тормаған өйҙә кис һайын шул юрғанға талашып, һуғышып ятып йоҡлай торғайныҡ, тип хәтерләр булған ҡарттар.

Донъя көтә белеүенән ҡыҙҙың йәш булыуы мөһимерәк һаналыуы түбәндәге әйтемдән асыҡ күренә:

  • Менгән атың — аҡбуҙ, һөйгән йәрең — йәш ҡыҙ.

Ир кешенең физик сәләмәтлеге (ә енси ҡеүәт бының төп күрһәткесе тип күрелгән), ҡул көсө ҙур әһәмиәткә эйә булған дәүерҙә юғары баһаланған һәм көс-ҡеүәт һаҡланһын өсөн түшәк яңыртыу файҙалы тип иҫәпләнгән (бер нисә ҡатынға өйләнеү күренешенең бер сәбәбе). Йәш ҡыҙ алыу йәшәртә мәҡәле лә ошоно раҫлай. Йәш ҡайынға терәлеп ҡарт ҡайын ҡырҡ йыл йәшәгән.

Ултырып ҡалыу ҡыҙ бала өсөн оло фажиғәгә әүерелгәнлектән, артыҡ һайланыу өнәлмәй:

  • Ҡыҙың булһа ирҙә булһын, ирҙә булмаһа гүрҙә булһын.
  • Ҡарт ҡыҙ ир һайламаҫ, үлгән кеше ер һайламаҫ мәҡәле ҡарт ҡыҙ менән үлгән кешене хатта бер рәткә ҡуйып, ата-әсәне лә, уларҙың буй еткергән балаһын да ашығырға мәжбүр итә, ҡәтғи сикләй.

Ҡыҙҙы ирекһеҙләп кейәүгә биреү күренеше булһа ла шәриғәт, динебеҙ тарафынан был тыйылған, юҡҡамы ни, мулла никахҡа ризалыҡ тураһында һорауҙы иң беренсе ҡыҙға биргән. Әммә ата-әсә, күреүебеҙсә, ҡәтғи сиктәргә ҡуйылыу сәбәпле, йә балаһының етеш йәшәүен ҡайғыртып, йә башҡа сәбәптәр менән (әйтәйек, ҡоҙаларҙың социаль статусы ниндәйҙер өҫтөнлөктәр бирә) ҡыҙҙарын ризалыҡһыҙ кейәүгә биреүе фольклорҙа ла, әҙәбиәттә лә һынланыш тапҡан.

Шәриғәт буйынса 10 йәштәрҙән үк кеше бәлиғ була тип һаналыу сәбәпле ҡыҙҙарға хатта шул мәленән үк никахҡа инеү мөмкинлеге бирелгән. Хәҙерге медицина күҙлегенән был бик иртә, ҡыҙ бала ла, ир бала ла ғаилә көтөүгә әҙерлекһеҙ, организмдары нығынып өлгөрмәй тип иҫбатлана. Әммә егерменсе быуат урталарына тиклем кешенең үтә ҡыҫҡа ғүмерле булыуын иҫәпкә алһаң, зат-ырыуыңды дауам итеү өсөн иртәрәк өйләнеү фарызлығына инанаһың:

  • Иртә өйләнгән — улынан-ҡыҙынан кинәнгән.

Нәҫел тураһындағы мәғлүмәт[үҙгәртергә]

Үрҙә әйтелгәндәрҙән үк күренеүенсә, туғанлашыр яҡтың нәҫел-нәсәбе ниндәй булыуына бик ҙур әһәмиәт бирелгән:

  • Алма ағасынан алыҫ төшмәй.
  • Атаһынан күргән — уҡ юнған, инәһенән күргән — тун бескән.
  • Уҫаҡта алма үҫмәй.
  • Атын алма, затын ал (быныһы байлығына ҡарағанда яҡшы заттан булыуы мөһимерәк тигән ҡарашты сағылдыра).
  • Атайһыҙҙы кейәү итмә, инәйһеҙҙе килен итмә.
  • Алмағаста алма бешә, дегәнәктә — дегәнәк.

Кәләш һайлауға үтә лә яуаплы ҡарауҙары хатта мөмкин булған һәр кемдән ҡыҙ тураһында мәғлүмәт алырға тырышыуҙарынан, кәңәш-төңәшһеҙ эш итмәүҙәренән асыҡ күренә.

  • Ат алһаң — ауылың менән, ҡыҙ алһаң ырыуың менән кәңәшләш.
  • Ярап торорға өй һалма, ярап торорға бисә алма.
  • Дегәнәк араһында үҫкән сәскәнән һаҡлан.

Был осраҡта ла күҙең төшкән ҡыҙҙың ниндәй ғаиләнән булыуын иҫтә тотоу кәрәклеге киҫәтелә. Үҙе сәскәләй булһа ла, нәҫел-нәсәбенең йүнһеҙ булыуы бәхетһеҙлеккә килтереүе ихтимал.

  • Күҙең менән һайлама, ҡолағың менән һайла.

Ҡыҙҙың хатта кем менән дуҫлашыуы ла иҫәпкә алынған:

  • Ҡыҙҙың кемлеге кемәйенән (әхирәтенән) билгеле.

Социаль статус[үҙгәртергә]

Туғанлашыр яҡтың социаль статусы бер самараҡ булыуы яҡшы:

  • Ҡаҙ менән ҡаҙ, өйрәк менән өйрәк.
  • Тибешеп ятһа ла тиңең булһын.
  • Юрғаһына күрә дуғаһы.
  • Буйың етмәгәнгә үрелмә.

Йәнә бер үҙенсәлеккә иғтибар итәйек — Ҡыҙыңды үҙеңдән түбәнерәккә бир, киленде үҙеңдән юғарыраҡтан ал. Был мәҡәлдә ҡыҙ баланың егеттән түбәнерәк баҫҡыста тороуы төҫмөрләнә. Ул үҙен ире менән тиң итеп тойһон өсөн социаль статусы түбәнерәк ғаиләгә төшөүе ҡулайыраҡ булған. Икенсенән, кейәү яғы үҙенән абруйлыраҡ кешеләр менән туғанлашып, йәмғиәттә тотҡан баҫҡыстан күтәрелеүҙе лә ҡайғыртҡан. Әммә был барыбер ҙә егеттең шәхси сифаттарына талапты кәметмәгән, сөнки Ынйының эт муйынында ҡәҙере юҡ, йәғни, насар ир ҡулында яҡшы ҡатындың ҡәҙере юҡ.

Ҡыҙ яғы ғаиләһенең юғарыраҡ баҫҡыста тороуына өҫтөнлөк бирелһә лә, матди хәлдә артыҡ айырма булмауы хәйерле: Бай менән ҡоҙа булһаң, наҙланып маҙаңды алыр, ярлы менән ҡоҙа булһаң, теләнеп маҙаңды алыр. Бында, тәү ҡарамаҡҡа, ниндәйҙер ҡапма-ҡаршылыҡ бар кеүек. Ләкин, тарихтан белеүебеҙсә, кешенең йәмғиәттә яулаған дәрәжәһе һәр саҡта ла уның матди хәленә ярашлы булмаған. Әйтәйек, сауҙагәрҙәр алған табыштарына ҡарап гильдияларға бүленгән. Комедияларҙа йыш ҡына тап бына улар ҡатламының хәйерселеккә төшкән дворяндар менән туғанлашырға тырышыуы һүрәтләнә.

Күпселектә ауыл ерендә йәшәгән башҡорт халҡында социаль градация улай уҡ киҫкен булмаһа ла, руханиҙар, сауҙагәрҙәр, мөғәллимдәр, төрлө кәсеп менән шөғөлләнеүселәр, алпауыттар һ.б. йәмғиәттә төрлө социаль баҫҡыста торған. Аҡһөйәктәр һәм ҡара халыҡ төшөнсәһе, йәғни синфи бүленеш, әле ҡайһы бер ғалимдар инҡар итеп маташһа ла, башҡорт халҡы өсөн дә ят булмаған.

Үҙенән күпкә юғарыраҡҡа ынтылыу, маҡсатына өлгәшкән хәлдә, ярлы балаһы өсөн дә әллә ни отошло түгел:

  • Ҡалаҡ тотһа, хан ҡыҙының ҡулы ҡабара.

«Йәшлек» гәзитендә баҫылған, көләмәскә әүерелгән бер ҡыҙыҡ хәлде тулыһынса килтерәм (2002 йыл, 12 февраль). Уны Әбйәлил районының Атауҙы ауылынан Рәшит Ямалетдинов тигән ағай яҙып ебәргән. Әммә шуға оҡшаш хәлдәр тураһында электән һәр яҡта үҙенсәләтеп ниндәйҙер ҡыҙыҡтар һөйләйҙәр. «Башҡорттар элек өйләндереүҙе йәштәрҙән һорап та тормаған. Хәҙер генә егет менән ҡыҙ осрашып танышып, бер-береһе менән вәғәҙәләшкәс, әллә күпме мәшәҡәттәр тыуҙырып, аҡса туҙҙырып, туй үткәрәләр ҙә, күп тә үтмәй, холҡобоҙ тура килмәне, тип айырылышып та ҡуялар.

Беҙҙең ауылда матур итеп бик күп бала үҫтереп, бүтәндәргә өлгө булып 60 йылдан ашыуыраҡ бергә йәшәгән оло ғаилә бар ине, хәҙер мәрхүмдәр инде, ожмахтың түрендә булһын рухтары уларҙың. „Оҙаҡ һәм татыу йәшәүебеҙҙең сере ул, уландар, мин инәйегеҙҙе ыштанһыҙ көйөнсә барып алыуҙа“, — тип һөйләр ине олатай.
Ә хәл былай булған. Иртәгә килен әйттерергә китәйек тип әҙерләнеп йөрөгәндә, кискеһен егеттең кейеп йөрөгән киндер ыштанын систереп йыуып ҡуйғандар, алмашы булмағас, икенсене кеймәгән, ә оҙон күлдәк итәге менән оят ерҙәрен ҡаплап торған.
Иртәгеһен ашығып сығып киткәндә, егеттең ыштанһыҙ икәнен һиҙеүсе булмаған, тик 30-40 саҡрым ер үтеп, ат ашатырға, тамаҡ ялғарға туҡтағас ҡына ыштан онотолоп ҡалғанын белгәндәр (егет тигәнең дә ыштан кейеп йорөргә әле бик ғәҙәтләнеп тә өлгөрмәгән малай булғандыр инде — авт.). Нишләһендәр инде, кире боролоп тормағандар, барып килен әйттереп, никахын уҡытып, уларҙы ҡушып ҡайтҡандар.
„Өйләнгәндә ыштан булмаһа ла ярай ул, уландар, әгәр үҙең ихлас булһаң“, — тиер ине олатай, шаяртып».

Өйләнеүселәрҙең бер милләттән, диндән булыуы ҡулайыраҡ[үҙгәртергә]

Ҡаҙ менән ҡаҙ, өйрәк менән өйрәк мәҡәле шулай уҡ өйләнеүселәрҙең бер милләттән, диндән булыуы ҡулайыраҡ тигән фекерҙе сағылдыра. Һөмһөҙ һыйыр үҙ көтөүен танымаҫ әйтеме лә ошоға ишара. Ҡамышты үҙ күлеңдән ал, кәләште үҙ илеңдән (йәғни үҙ динеңдән, милләтеңдән) ал. Дәһрилек осоронда дингә бәйле мәҡәлдәрҙең тик фашлауға ҡоролғандары ғына яҙып алыныу сәбәпле, беҙ был осраҡта тик шәриғәт ҡанундарын ғына күҙҙә тота алабыҙ. Хатта диндәш, бер үк тиерлек телле булыуға ҡарамаҫтан, татарҙар менән никахлашыу Х1Х быуат ахырында ла һирәк осраған. Килмешәктәргә ер башҡа урындан бирелгән, һис юғы ауыл ситендә урынлашып, утар рәүешле йәшәгәндәр.

Хис-ғишыҡ[үҙгәртергә]

Борон кем менән туғанлашыу мәсьәләһен ололар ғына хәл иткән тигән фекер нығынған, әммә әйтем-мәҡәлдәр хис-ғишыҡ шулай уҡ иҫәпкә алынғанын асыҡ күрһәтә:

  • Көсләп асҡан күҙҙең нуры юҡ.
  • Мөхәббәт өсөн йән фиҙа.
  • Һөйгән йәр — һөйәгең елеге.
  • Һөймәгәнгә һөйкәлмә.
  • Мөхәббәт тамуҡ утынан ете өлөш артыҡ булыр, ти.
  • Мөхәббәт таш ярҙырта.
  • Ике күңел бер булһа, сүплек башы гөл булыр.

Әммә артыҡ тойғоға бирелеү ҙә өнәлмәй, бының хатаға килтереү ихтималлығын киҫәтелә:

  • Ғишыҡ кешене диуана итә.
  • Ғишыҡ тотҡан — күҙһеҙ.
  • Мөхәббәт тешкә ҡарамай, эшкә ҡарай (матурлыҡҡа ҡыҙма, уңғанды эҙлә мәғәнәһендә).
  • Алма үҙең һөйгәнде — алданырһың, ал үҙеңде һөйгәнде — ҡыуанырһың.
  • Ныҡ һөйә тип һөйөнмә, уртаса һөйә тип көйөнмә, сөнки Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа.

Тимәк, йәштәр бөтөнләй үк бер-береһен белмәй-күрмәй өйләнешмәгән. Егет менән ҡыҙ йәшертен генә осраша ла алған, тик ҡайҙа ти ул хәҙерге һымаҡ кеше алдында ҡосаҡлашыу, үбешеү: кешегә хисеңде белдереү — ҙур әҙәпһеҙлек:

  • Йөрәк серең йөрәктә ҡалһын.

Осрашыуға йәштәр ябай ғына булһа ла бүләктәр менән килеп, бер-береһенең күңелен үҫтерер, вәғәҙәләшеү билдәләре тапшырыр булған. Иң йыш бирелгән йәдкәр — ҡыҙ үҙ ҡулы менән сиккән, һөйгәненең исеме нағышланған ҡулъяулыҡ. Егет исемләп йөҙөк-балдаҡтар кейҙергән, шуғалыр ҙа таҡмаҡтарҙың күбеһе Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң исемдәре фәләнкәй рәүешле башлана. Хат бирешеү, уҡый-яҙа белмәгәндәрҙең хистәрен аңлатырлыҡ символдар аша хәбәрләшеүе — үҙенсә серлелек йәштәрҙе тағы ла нығыраҡ тартылдыра, уй-тойғоларҙың йәшертен булыуы мөхәббәттәрен көсәйтә. Тыйылғанлыҡ шарттарында ғына Ләйлә-Мәжнүн ғишҡы тыуыуы мөмкиндер ул.

Көслө зат осрашыуға хушбуй, еҫле май, еҫле һабын, яулыҡ кеүек бүләктәр тотоп килһә, ҡыҙҙар ҡул эшенә, аш-һыуға оҫталығын да күрһәтергә яйын таба: фольклорҙа исемле ҡулъяулыҡтан тыш мамыҡ бирсәткә, шарф, бауырһаҡ һ.б. телгә алына. Тағы көләмәс иҫкә төшә.

Бер сибәркәй тырышып-тырышып бауырһаҡ бешергән дә, егетенә төйөнсөк әҙерләп, өй сарлағына йыйып ҡуйған, ти. Ҡәһәр һуҡмағыры, был эште ҡустылары һиҙеп ҡала бит: менеп ашайҙар ҙа, урынына кәзә-һарыҡ «йоморсаҡтарын» төйнәп ҡуялар.
Аңын-тоңон һиҙмәгән меҫкен ҡыҙ осрашыуҙа, билдәле, уңайһыҙ хәлгә ҡала. Унда ла, әлеге етешһеҙ тормош, аптырашынан:
-Өс күкәйем, күбек майым әрәм булды, Хоҙайым, — тип уфтанды, ти.

Оялсанлыҡ ҡыҙ балаға һөйкөмлөлөк өҫтәһә лә, егет кеше өсөн артыҡ яҡшы сифат иҫәпләнмәй:

  • Оялсан егет йәрһеҙ ҡалыр.
  • Ҡош аяғынан, ҡыҙ ирененән эләгер мәҡәле инде — эротик тәрбиә миҫалы. Ул ир затын нисек маҡсатҡа өлгәшергә өйрәтһә, ҡыҙҙы киҫәтә, ә Ирең булмаҫтайға иренеңде бирмә тигән мәҡәл тәүгеһен тағы көсәйтә төшә.

Ҡыҙҙы ҡаратыу ысулын да өйрәтә мәҡәлдәр:

  • Ҡошто ем менән алдайҙар (йәғни бүләккә йомарт булырға кәрәк).
  • Ҡошона күрә тоҙағы, йәки,
  • Асҡыс ярамаҫ йоҙаҡ юҡ тигән мәҡәлдәр иһә егет кешенән психолог булыуҙы, телгә маһирлыҡты ла талап итә. Тик, тағы бер көләмәстән күренеүенсә, мөхәббәт ҡайһы саҡ матур һүҙҙәр менән әүрәтеүгә лә ҡарамай икән.
Ауылда бик кирегә бөткән егет булған. Бына ул да өйләнер йәшкә еткән, бер гүзәлкәйгә күҙе төшөп, яр буйына осрашыуға саҡырған, ти. Ҡыҙ наҙлыҡай ғына, Таһир-Зөһрәләр, Ләйлә-Мәжнүндәр тураһында дастандар ғына уҡып үҫкән, егеттән бөҙрә-бөҙрә ғишыҡ һүҙҙәре көтә икән дә, тегеһе хатта ябайҙарын да әйтә белмәй һерәйеп баҫып тора, сөнки гел әйтелгәндең киреһен генә ҡабатлап өйрәнгән. Шунан һылыуҡай түҙмәгән, күккә ҡарап:
 — Күктә йондоҙҙар йымылда-а-ай, — тип әйтеп ҡуйған булған.

Быныһы шуны ғына көтөп торғандай, яуаплай һалған:

 — Йымылдаһа ни!
Ғәжәпләнгән сибәркәй ахыры һүҙҙе икенсегә бора:
 — Йылға ҡайһылай матур аға.
 — Аҡһа ни!
Тамам аптырашҡа төшкән ҡыҙ, артабан ни тиергә лә белмәй торғас, тура ярып һорау бирә:
 — Ниңә саҡырҙың һуң, яратмайһыңмы ни?
 — Яратһа ни, — тип яуапланы, ти, теге арҡыры, һөйгәненең битенән үбеп.
Күп тә үтмәй гөрләтеп туй яһап та ташланылар, ти, былар.

Ҡалым, бирнә[үҙгәртергә]

Ҡалым, бирнә әҙерләү ғаилә ҡорғанда мотлаҡ үтәлер шарт:

  • Ҡыҙ кемгә бармаҫ ине, егет кемде алмаҫ ине ҡалым малы булмаһа.
  • Ҡыҙ аҡсаһы — тоҙ аҡсаһы.
  • Ҡыҙ оҙатҡан яланғас ҡалыр, килен алған түренә урын һалыр. Һуңғы мәҡәл ҡалымға ҡарағанда бирнәнең ҙурыраҡ булыуын күрһәтә. Тимәк, егет ярлыраҡ булһа ла өйләнеүгә мөмкинлеге ҙурыраҡ, тик ҡулынан эш килһен. Ә ҡыҙ ултырып ҡалмаһын өсөн бирнәнең кейәү ҡалымына ҡарағанда күберәк булыуы кәрәк булған.

Йыш ҡына һоратҡан ергә ҡыҙҙы бирмәҫ өсөн ҡалым һылтау булараҡ та ҡулланылған:

  • Бирмәҫ ҡыҙҙың ҡалымы ҙур.
  • Ә бына Ҡыҙыңа тиң кейәү килһә, ҡалым алма, тиген (бушлай) бир.
  • Ир кешенең йорт-ерле булыуы — намыҫ эше:
  • Ат алһаң, арба кәрәк, ҡатын алһаң, бары ла кәрәк.
  • Йортҡа кергәнсе, утҡа кер.
  • Эшкә ашмаған ир — башыңа сир.

Мәгәр, Ябағаны яуға менмә ялы бар тип, яман менән ҡоҙа булма малы бар тип, мәҡәле был мәсьәләлә шулай уҡ саманы белергә ҡушҡан.

Туғандарҙың татыулығы бар байлыҡтан артыҡ тиеүҙәре лә матди байлыҡтан өҫтөнөрәк ҡиммәттәр барлығын иҫәпкә алырға өйрәтә.

Ҡыҙҙың сафлығы[үҙгәртергә]

Кәләштең ғиффәтле (ҡыҙ сафлығын һаҡлаған) булыуы, тормошҡа тәүгегә сығыуына ҙур әһәмиәт бирелгән:

  • Ҡырҡта булһа ла ҡыҙ булһын.
  • Урау булһа ла юл яҡшы, һуҡыр булһа ла ҡыҙ яҡшы.
  • Иргә бер ҡат барыу — ғәҙәт, икенсегә — оят.
  • Бер бар — берәгәйле бар.
  • Ирҙән ҡайтҡан яуҙан ҡаты.

Кәләште ҡыҙҙан алмаған ир-аттан көлгәндәр, бигерәк тә «исеме сыҡҡан» ҡыҙ тура килһә:

  • Ит тапмаған — үпкәгә кинәнгән, ҡыҙ тапмаған — еңгәгә (бисәгә) кинәнгән.

«Исеме сыҡҡан» ҡыҙ ғәҙәттә ултырып ҡалған:

  • Егет һөйһә — ала, ҡыҙ һөйһә — ҡала (был, ғөмүмән, ҡыҙҙың егеткә хисен бик белдереп бармаҫҡа тейешлегенә лә күрһәтмә).
  • Ипһеҙ ҡыҙ йәрһеҙ ҡалыр.
  • Ашыҡҡан ҡыҙ кейәүгә барһа ла мантымаҫ тигәндәр, сөнки бындай никах һаҡланғанда ла ире, йәмәғәт алдында үҙен оятлы тойоп, ҡатынын йәберләй, татыулыҡ булмай. Күпселек осраҡта никах тәүге көндән үк тарҡала.

Ҡыҙ сафлығын һаҡлау өсөн яуаплылыҡ егеткә лә һалынған:

  • Емеште аша, ботағын һындырма.
  • Емеш ашағың килһә, сәскәһен өҙмә.

Әммә ғиффәтен юғалтҡан өсөн ҡыҙ ғәйеплерәк һанала:

  • Инә ҡаҙ ҡаңғылдамаһа, ата ҡаҙ бармай.
  • Бейә кешнәмәй айғыр тешләмәй.

Ҡыҙҙың төрлө егеттәргә баш-күҙ уйнатып йөрөүе лә ғәйепләнә:

  • Байтал яманы ике айғырҙы тибештерер.

Егеттәрҙең бер ҡыҙға баҫышып йөрөүе лә киҫәтелә:

  • Бер ҡаҙыҡҡа ике ат бәйләнмәҫ.

Ғөмүмән, аҙып-туҙып йөрөүҙән ике яҡты ла тыйғандар:

  • Кем менән даның сыҡһа, шуның менән йәнең сыҡһын.

Төҫ-баш, шәхси сифаттар[үҙгәртергә]

Төҫ-баш, шәхси сифаттарға талап шулай уҡ ярайһы ҡәтғи ҡуйылған:

  • Төҫө барҙан төңөлмә.
  • Килен килбәтле булһын, теле ширбәтле булһын.

Матурлыҡ категорияһына һын-килбәт кенә түгел, уңғанлыҡ, аҡыл, инсафлылыҡ та ингән:

  • Шаҙра булһа ла аңра булмаһын.
  • Матурлыҡ туйҙа кәрәк, уңғанлыҡ көн дә кәрәк.
  • Буянған ҡыҙҙан оялған ҡыҙ матур.
  • Матурлығы хәжәт түгел, аҡылы-тәүфиғы булһын.
  • Матур — күҙ өсөн, аҡыллы — күңел өсөн.
  • Йөҙө аҡ тип алданма, эсе ҡара булмаһын.

Ҡатын-ҡыҙ һәм ир-ат сифаттары мәҡәлдәрҙә, ғәҙәттә, параллель рәүешендә бирелә һәм уларҙың кеме өсөн ҡайһыһы өҫтөнөрәк икәненә баҫым яһала:

  • Егет булһа, батыр булһын, ҡыҙ булһа, матур булһын.
  • Егет егәр, ҡыҙ сибәр булһын.
  • Егет ҡыйыу, ҡыҙ һылыу булғаны яҡшы.
  • Ҡыҙ байлығы — күркәм холоҡ, ир байлығы — тәүәккәл.

Күренеүенсә, ҡыҙҙың сибәрлегенә, ә егеттең батырлығына күберәк иғтибар бирелә.

Һуңғараҡ барлыҡҡа килгән мәҡәлдәрҙән булһа кәрәк, кәләштең уҡымышлы булыуына өҫтөнлөк бирелә:

  • Белемле ҡыҙ — бирнәле ҡыҙ.

Үҙе сибәр булып, йәре ҡайтышыраҡ булғанда ла йыуатыр һүҙ тапҡандар:

  • Ике сибәр бергә килһә, береһе ғүмерһеҙ була, ти.

Йәмғиәттәге социаль тигеҙһеҙлек ғаилә ҡороуға ла шулай уҡ үҙенсәлекле йоғонто яһай: байҙар сибәрлеккә күберәк иғтибар бирһә (ялсылар былай ҙа етерлек), тәбиғи, түбәнерәк ҡатлам вәкилдәре уңған, донъя көтөрлөк килен һайлай. :Ярлының ҡатыны икенсе сәбәптән дә бик һылыу булмағаны хәйерле:

  • Бисәң матур — бай тирмәһендә ятыр.
  • Бисәң матур булһа, байың үсле була.

Ҡатындың сәләмәтлеге — тоҡом сәләмәтлегенә, етеш йәшәүгә нигеҙ:

  • Ҡаза күрер егет аяғы һыҙлау ҡатын алыр.
  • Булмаҫ иргә бөкөрө ҡатын.
  • Ил һөйөр байҙы, ир һөйөр һауҙы тигән мәҡәл ысынбарлыҡҡа бик тә ярашлы булғанлығы әсәнең ҡыҙын оҙатҡанда әйткән тетрәндерерлек теләгендә лә раҫлана: Башың ауыртһа — яулыҡ эсендә, беләгең ауыртһа — ең эсендә (булһын).

Башҡортта нескә билле булыу, сибеклек — һылыулыҡ билдәһе. Бының сәбәбе бик ябай аңлатыла, тимәк, был Ҡыҙ — ҡыйғыр тамаҡ, аҙ ашай. Аҙыҡ иҫәпле саҡта был да мөһим.

Һайланыу яҡшыға килтермәҫ[үҙгәртергә]

Артыҡ ныҡ һайланыу, талапты сикһеҙ ҙурҙан ҡуйыу яҡшыға килтермәй:

  • Күп һайланған һайландыҡҡа ҡалыр.
  • Ғәйепһеҙ йәр эҙләгән йәрһеҙ ҡалыр.
  • Хан ҡыҙының битендә лә бармаҡ битендәй миң булыр.

Туй[үҙгәртергә]

Туй, килен төшөрөү миҙгелдәре шулай уҡ билдәле бер тәртипкә буйһонған. Йышыраҡ никах — яҙға, туй көҙгә тәғәйенләнә торған булған: Яҡшы килен яҙ килер, яман килен көҙ килер. Килен эш көсө һаналған һәм йәйге эштәр бөтөп, уңыш йыйғас әҙергә килеүҙе оҡшатмайҙар. Ә бына Байҙың туйы яҙ булыр.

Ҡалым малын түләп бөтмәй тороп егеттең кейәүләп йөрөү күренеше лә киң таралған. Әммә Көйһөҙ кейәү кейәүләп ятҡансы, көйлө кейәү кәләшен алып ҡайтҡан.

Яусы[үҙгәртергә]

Ҡыҙ яусы аша әйттерелгән, һис юғы һоратырға ошо эштә тәжрибәһе булған оло йәштәге абруйлы ғаилә ағзаһын ебәргәндәр. Быға тиклем алдан димсе барып, ата-әсәнең ҡылын тартҡылаған, әлбиттә. Яусының буш ҡайтыуы егеткә дан өҫтәмәй бит:

  • Егетлегеңде белгең килһә ҡыҙға яусы ебәр, тип бушҡа әйтмәгәндәр. Шуға ла ауылдарҙа димселек-яусылыҡ менән шөғөлләнгән махсус кешене был изге эшкә ҡушыуҙы ҡулайыраҡ күргәндәр:
  • Һөйләй белмәҫтең һүҙе — үтмәҫ бысаҡтың үҙе.
  • Яусы булмаһаң, дим һөйләмә.

Ә инде Димсе диңгеҙ кисерер, илтеп ярҙан осорор.

  • Яусы менән аусы ялғанһыҙ булмаҫ.
  • Арбауын белһәң, ҡара йылан да ҡарышмай.

Яусының иһә тел оҫталығы өҫтөнә әҙер ҡалыптары, кинәйәләп әйтеү алымдары булған: тәҡдим кире ҡағылған осраҡта ла әйтелгәнгә икенсе мәғәнә биреп ебәрергә мөмкин, изге ниәтте ен-шайтан ҡолағынан, күҙ тейҙереүҙән һаҡлау ҙа зарур. Миҫалға: Һиндә лә бар аҡлы ҡуй, миндә лә бар аҡлы ҡуй, ҡуйҙы ҡуйға ҡушайыҡ, һеҙҙең яҡҡа ашайыҡ (йәғни, күсәйек).

Әлбиттә, бөгөн үрҙә яҙылған күп ғәҙәттәр онотолған йә кәрәге лә ҡалмаған кеүек. Әммә, дөйөм алғанда, уларҙы хәтерҙә тотоу, яңы шарттарға яраҡлаштырып ҡулланыу һис тә зыян итмәҫ ине. Ғаилә ҡороусылар бер-береһе тураһында һис юғы ошо мәғлүмәттәрҙе белергә тейештер:

  • тыуған йылы;
  • ғаилә хәле, элек никахта торған-тормағанлығы;
  • кемделер аҫрарға-ҡарарға тейешлеге (мәҫәлән, ауырыу йә ҡартайыуы еткән ата-әсәһен, тәүге ғаиләһен һ.б.)
  • балаһы (шул иҫәптән, уллыҡҡа-ҡыҙлыҡҡа алынған) бармы-юҡмылығы;
  • дине;
  • енси мөнәсәбәткә ҡарашы;
  • матди хәле (эш хаҡы, бурыстары, мал-мөлкәте);
  • башҡа милләттән булһа, ошоға бәйле мөнәсәбәттәр;
  • ғаиләгә тоғро булырлығы-булмаҫлығы;
  • аҡсаға мөнәсәбәте;
  • биографияһындағы ғәм алдында уңайһыҙ хәлгә ҡуйырлыҡ ниндәйҙер ваҡиғалар.

Быларҙы белеп бөтөрөүе еңел түгел, әлбиттә. Ғашиҡтың күҙе һуҡыр, мәгәр күҙҙе лә, ҡолаҡты ла асып тотоу хәйерле. Һуңынан үкенергә тура килмәһен. Башҡорттар никахһыҙ бала табыуға бик ныҡ тыйыуҙар һалған, Уйнаштан уҫмаҡ сыға тип киҫәтеп торған. Уйнаштың башы — уйын, ахыры — ҡыйын. Тормош тәжрибәһенән сығып ҡарайыҡ: хәҙер дауалауға ауыр бирелгән венерик ауырыуҙар, бигерәк тә СПИД киң таралыу сәбәпле, ысынлап та, тәртипһеҙ енси бәйләнештәр уйнашсының үҙенә генә түгел, партнерҙарына ла ауыр сирҙәр, хатта үлем килтерә. Заманында сифилис та СПИД кеүек үк дауалауға бирелмәҫ ҡот осҡос ауырыу булған, етмәһә, ул төрлө юлдар менән бирелгән, тимәк, уйнаш ингән йорт ысын мәғәнәһендә ҡороған.

Ислам дине талаптары ла был йәһәттән аяуһыҙ. Никахһыҙ ҡатындан донъяға килгән бала кәмһетелеүгә, ҡыйырһытылыуға дусар булған, мыҫҡыллы ҡушаматтар алған. Әйтемдәр араһында ла осрай улар: Елдән тыуған Айтуған.

Тыума исемен күтәргән балаға үҫеп еткәс тә еңел түгел — Атайһыҙға ҡыҙ бирмә мәҡәле иң беренсе шундайҙарға ҡағыла бит. Әсәһе лә, уйнашсы исеме күтәреп, ғүмер буйы йәмғиәттә ҡыр тибелеп йәшәй. Шундай ҡаты тәртип хөкөм һөргәндә, әлбиттә, уйнаштан бала табыу бик һирәк күренеш булған.

  • Уйнашлы йортҡа ҡот ҡунмаҫ.
  • Уйнаш кергән йорт ҡорой тип, оло бәхетһеҙлек килтерер был ғәмәлдән буйҙаҡтарҙы ғына түгел, ирле-ҡатынлыларҙы ла тыйғандар.

Беҙҙең заманда, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә ҡороуға еңел-елпе ҡараш өҫтөнлөк ала, ЗАГС-та яҙылышмай ғына йәшәүселәр һаны арта. «Һынамаҡ никах» («пробный брак») тип аталған был «модалы» күренеш ошондай берлектән тыуған сабыйҙарҙың хоҡуҡтарын сикләй. Етмәһә, ирме, ҡатынмы үлеп киткән осраҡта вафат булыусынан ҡалған мал-мөлкәткә бергә йәшәүсенең бер ниндәй ҙә хоҡуғы юҡ.

Үрҙә килтерелгән әйтем һәм мәҡәлдәрҙән күренгән шарттар — дөйөм шарттар, әммә тормошта һәр саҡ ҡанундарҙан ситләшкән хәл-ваҡиғалар ҙа осрай. Ҡыҙ урлау — шундайҙарҙан. Түләрлек ҡалымы булмаһа, йә күҙе төшкән ҡыҙҙы башҡаға бирергә йыйынғандарын белеп, йә ҡыҙ үҙенә ҡарамаған осраҡтарҙа егеттең уны урлап алыу ғәҙәте булған. Бының ҡыҙ менән егеттең йә ата-әсәнең алдан килешеүе буйынса башҡарылыу ихтималлығын да күҙҙән төшөрмәйек. Мостай Кәримдең «Ҡыҙ урлау» комедияһындағы кеүек.

Әммә ғәҙәт ҡанундары бындай күренеште тыя: Ат урлаған бур булыр, ҡыҙ урлаған хур булыр.

Үҙ ихтыярынан тыш урланһа ла ҡыҙҙы ғәҙәттә кире ҡайтарып алмағандар, сөнки Урланған ҡыҙ — хурланған ҡыҙ. Туй үткәрәү тәртибе төрлө урында төрлөсә булһа ла, шулай уҡ дөйөм ҡәғиҙәләр йәшәп килгән һәм әйтем-мәҡәл, һынамыштар рәүешендә халыҡ хәтерендә һаҡланып ҡалған.

Ата-әсәһенең ризалығы булмағанда һөйгән егетенә «йәбешеп сығыу» күренеше лә ят түгел — милли классикабыҙҙа быға ла миҫал табырға мөмкин: «Ғәлиәбаныу» драмаһында ҡыҙ һөйгән егете Хәлилгә шул рәүешле барырға йыйына ла инде, һәм ниәте, белеүебеҙсә, фажиғә менән тамамлана…

Гүзәл Ситдиҡова.