Күҙ (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Тоҙ тубалында торомтай уйнар.
- Тоҙло тәгәс эсендә
Ҡара тубым һикерә. - Өй эсендә турғай уйнай.
- Ҡыл һарайым эсендә
Ҡылыҡһыҙ атым уйнай. - Ике сүлмәккә берәр сүмес.
- Һыртлау аша ҡамышлы ике күл.
- Бер яланда ике күл.
- Тирә-яғы йөнлөкәс,
Уртаһы баҙлыҡас. - Услаһаң — ус тулмай,
Ебәрһәң — ялан тула. - Ике туған торалар,
Бөтә ерҙе күрәләр,
Береһен-бере күрмәйҙәр. - Ике туған бер-берен күрмәһә лә
Ғүмер буйы бергә ятып, бергә торалар. - Ике туған айырылмай,
Юл арҡыры торһалар ҙа
Бер-береһен күрмәй156. - Ике ағай рәттән тора,
Берен-бере күрмәй. - Ике ағай йәнәшә баралар,
Берен-бере күрмәйҙәр. - Ике күрше торалар —
Берен-бере күрмәйҙәр. - Йәнәш торалар —
берен-бере күрмәйҙәр. - Ике малай бергә тора
Берен-бере күрә алмай. - Тау артында туғаным,
Юҡ уны һис күргәнем. - Ике килен килендәш,
Берен-бере күрә алмай. - Ике кәрәкле нәмә
Береһен-бере күрә алмай,
Көндөҙ асыла, төндә ябыла. - Бәләкәс кенә яулығымды
Ауыл аша ташланым. - Сите — ҡамыш,
Эсе — табыш. - Ике сите ҡыллы, уртаһы дымлы.
- Йылтыр-йылтыр ике таш,
Уртаһында ҡара таш. - Ул күлдәр һиңә таныш,
Тирәләре гел ҡамыш.
Ҡамышы көндөҙ һирәк,
Төндә ҡуйы бигерәк .