Кәбеҫтә (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
Перейти к навигации Перейти к поиску
Brassica oleracea 2011 G1.jpg
  1. Ҡат-ҡат тунлы,
    Ҡарыш буйлы.
  2. Ҡат-ҡат тун кейгән,
    Әллә өшөрмөн тигән?
  3. Ҡырҡ ҡат тунлы,
    Быйыл уңды.
  4. Ҡат-ҡат яулығым,
    Сисәм дә ташлайым,
    Сисәм дә ташлайым.
  5. Етмеш төрлө кейем кейгән —
    Береһен дә элмәгән.
  6. Ҡат-ҡат сепрәк,
    Ятҡан ере тупраҡ.
  7. Ҡат-ҡат ҡатлама,
    Күтәреп ал, ташлама.
  8. Яҫы-яҫы яп(ы)раҡ,
    Ятҡан ере туп(ы)раҡ.
  9. Эҫеләнгән һайын
    Ҡат-ҡат тун кейә.
  10. Башы түңгәк,
    Үҙе күм-күңгәк.
  11. Ямал яулығы йөҙ ямау.