Кәзә (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Бәләкәй еңгәм һыуға бара,
Һырғалары ҡойола бара. - Ары ла йүгерә Зәпзәки,
Бире лә йүгерә Зәпзәки,
Тамаҡ ҡыра Зәпзәки,
Һаҡал һелкә Зәпзәки. - Ары ла йүгерә Зәпзәки,
Бире ла йүгерә Зәпзәки,
Төймә төйә Зәпзәки. - Иртән сығыр Тәллән,
Кисен сығыр Тәллән,
Төрлө-төрлө үләндән
Төймә төйөр Тәллән. - Тояғы бар — дағаһы юҡ,
Һаҡалы бар — аҡылы юҡ. - Һикерәндәк, микерәндәк,
Һаҡалбай, ҡаҡ маңлай. - Һаҡалы бар, аҡылы юҡ.
- Һаҡалы оҙон, аҡылы ҡыҫҡа.
- Кеше түгел — һаҡаллы.
- Һаҡалы бар, аҡылы юҡ,
Ул баҡсала һәр ваҡыт туҡ.
Ағастарға килһә ҡаза,
Ошо мәлғүн ала яза". - Үҙе аҡтай,
Ҡорһағы ҡаптай,
Кәкре тояғы шаҡтай. - Үҙе аҡтай, ҡорһағы ҡаптай,
Башында кәкре таяғы,
Тотайым тиһәң, шаҡтай. - Ҡойроғонан мөгөҙө оҙон.