Кәйеф плюс турамаһы
Уҡыу көйләүҙәре
Кәйеф плюс турамаһы
Үҙенсәлектәре
[үҙгәртергә]Был тураманы төрлө шарттарҙа, өйҙә лә, тәбиғәткә сыҡҡанда ла, тиҙ арала әҙерләргә була.
Ингредиенттар
[үҙгәртергә](һәр кем үҙ зауығынан сығып, самалап ала)
- Ит
- Кишер
- Тоҙло ҡыяр
- Ҡара емеш (чернослив)
- Грек сәтләүеге
- Майонез йә ҡаймаҡ
Әҙерләү ысулы
[үҙгәртергә]Ингредиенттар (ит, кишер, тоҙло ҡыяр) ваҡ итеп турала.
Һайланған тәрилкәгә тәүге ҡатҡа туралған ит һалына, уның өҫтөнә ҡаймаҡ һылайбыҙ;
Икенсе ҡатҡа туралған кишерҙе тигеҙ генә йәйеп һалабыҙ, уның өҫтөнә лә ҡаймаҡ һылайбыҙ;
Өсөнсө ҡатҡа туралған тоҙло ҡыяр йәйеп һалабыҙ, тағы ҡаймаҡ һылайбыҙ;
Ҡыяр өҫтөнә бер нисә өлөшкә бүленгән ҡара емеш теҙәбеҙ;
Иң өҫкә, тағы ҡаймаҡ һылап, ваҡланған грек сәтләүеген тигеҙ генә итеп һибәбеҙ.
«Тәмле» тапшырыуында «Нур» театры артистары Айҙар менән Алмас Юнысовтар тәҡдим итте