Эстәлеккә күсергә
- Ана бара — юлы юҡ.
- Үҙе бара, эҙе юғала.
- Ана бара үҙе,
Күренмәйҙер күҙе,
Һыу өҫтөндә ҡиммәте,
Хоҙайҙың ҡөҙрәте,
Әҙәмдең миннәте.
- Яр башында ярты түш,
Ҡарап ята ҡайҡы түш.
- Үҙе бара — эҙе юҡ,
Маңлайында күҙе юҡ.
- Һуҡыр дөйә һыуҙа йөҙә.
- Һуҡыр тәкә һыуҙа йөрөй.