Кәшәлә
Кәшәлә — Мәләүез районында бөткән ауыл.
Тарихы
[үҙгәртергә]Билдәле булыуынса, 1930-1931 йылдарҙа коллективлаштырыу осоро була. Был тирәләге 5 ауыл: Ғәлиәкбәр, Үрге Нөгөш, Түбәнге Нөгөш, Ҡалғаһау, Кәшәлә ауылы халҡы бергә берләшә һәм “Ҡыҙыл байраҡ” промколхозы тип атала.
Кәшәлә ауылы Нөгөш йылғаһы яры башында ғына бер рәт урам булып ултырған , ҡабыҡ, тыранса менән ябылған бәләкәй генә өйҙәр. . . Ә ауылдың тәбиғәте бик хозур: көнсығыштан – Үтәмеш, көнбайышта – Кибез, көньяҡтан – Ҡаршытау, төньяҡтан Масаҡ, Аҡһыйыр тауҙары уратып алған. Иген сәсеү өсөн яландары, бесән әҙерләү өсөн болон-туғайҙары, мал көтөү өсөн көтөүлектәре етерлек бында.
Ә Нөгөш йылғаһы һуң! Үрге ағымында ул тау-таш ярып, тулҡындарын ҡаяларға бәреп ярһыған аттай ауыл осона ағып етә лә, тынып ҡала. Ауылдың осонан-осона ярҙары киң, тәрән, һыу инерлек, ат йөҙҙөрөрлөк шымып ҡына аҡҡан ағым хасил була. Ҡаяташтар араһынан ағып төшкән һал ағыҙыусылар ауыл яғына ишкәктәрен ишмәй генә килеп туҡтайҙар. Ә ауылдан бер саҡырым тирәһе түбәндә, төньяҡтан балыҡҡа бай Кәшәлә йылғаһы, көньяҡтан Ағуя йылғаһы Нөгөш ағымына ҡушылып, юлдарын дауам итә.
Кәшәлә ауылы, 1934 йылда Бөрйән районынан айырылып, элекке Йомағужа (Хәҙерге Мәләүез) районына ҡушыла һәм хәҙерге көндә Нөгөш быуаһы аҫтында ҡалған Кинйәбай ауылы “Ҡыҙыл Урал” исемен йөрөткән колхозға ағза булып инә һәм 1936 йылда күрше Сауҡа утары менән айырым “Кәшәлә” колхозы ойошторола.
Кәшәлә ауылы тураһында иҫтәлектәр
[үҙгәртергә]"Кәшәлә" Авторы:Яманаев И.Ғ
Билдәле булыуынса, күренекле тарихсы Әнүәр Әсфәндиәров Башҡортостан ауылдары буйлап йөрөп ауылдарҙың тарихын өйрәнгән, халыҡтың иҫәбен алып, картаға төшөргән. Ҡыҙғанысҡа күрә, ул төпкөл ауылдарға барып етә алмаған. Ундайҙар беҙҙең районда ла бар. Мәҫәлән, Түбәнге Нөгөш, Кәшәлә ауылдары. Эйе, заман башҡа - заң башҡа, тигәндәй, хәҙер был мәсьәләгә ҡыҙыҡһыныу артты. Халҡыбыҙ нәҫел-нәсәбен барлау өсөн шәжәрә байрамдары ойоштора, шуның һөҙөмтәһендә тиҫтәләрсә йылдар күрешмәгән зат-ырыуҙары менән күрешә, таныша. Ләкин барыһы ла түгел. Үрҙә телгә алынған бөткән ауыл Кәшәлә тураһында һүҙем.
Был ауылға хәҙерге Мәләүез районының һәргәй ауылы кешеләре нигеҙ ҡорған. Әлбиттә, был яҡтарҙың гүзәл тәбиғәте, мал көтөү өсөн ир-кен ерҙәре, сабынлыҡтары, солоҡ күстәрен ҡундырыу маҡсатында юнырға йөҙйәшәр ҡарағайҙары, кәсеп сығанағы булған Нөгөш йылғаһы ла йәшәү өсөн ҙур мөмкинлектәр буласағын аңлағандарҙыр.
Совет дәүләте осоронда был ауылдың ултырған биләмәһе элекке Воскресенский районының ерҙәре, ә халҡы Бөрйән районы ҡарамағында булғёш. 1934 йыл ауылды Бөрйән районы составынан сығарып, элекке Йомағужа районы ҡарамағына ҡалдыралар. Ауыл халҡы 40 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Кинйәбай, һәргәй ауылдарын берләштергән “Ҡыҙыл Урал” колхозы ағзалары булып китә. Бынан аръяғын мин дә хәтерләйем - миңә 6 йәш ине. Мин тарихсы түгел, үҙемдең күргән- белгәндәрҙе, ишеткәндәрҙе генә бәйән итергә уйлайым. Әлбиттә, үкенесле: ауылдың оло кешеләре иҫән ваҡытта һорашып, бер ниндәй мәғлүмәт алмағанбыҙ. Дөрөҫлөккә тап килмәгән урындар булһа, гәзит уҡыусыларҙан ғәфү итеүҙәрен һорайым.
Был ауылға нигеҙ һалыныуға нисә йылдар үткәндер, ауылға бер саҡрым алыҫлыҡта боронғо ҙур ғына ҡәберлек майҙаны бар, ул хәҙер ер менән тигеҙләнгән. Тик ҡәбер таштары ғына күренеп улты¬ра. Бынан бер саҡрым тирәһе алыҫлыҡта, Ҡыя кисеү тигән ерҙә, яңы ҡәберлек асылған. Был мәғлүмәт Кәшәләгә бер нисә быуат элек нигеҙ һалынғанлығы тураһында һөйләй.
Мин белгәндә 20 , хужалыҡтан торған бәләкәй генә ауыл ине ул. Өс урыҫ ғаиләһе йәшәй торғайны. Рәжәп, Олоҡман, Ғимран Көҫәповтарҙың аталары Мәхмүт исемле булған.Мин белгәндә Рәжәп ҡарт юҡ, Олоҡман, Ғимрандар тере ине. Рәжәптең улы Абдрахман, Абдрафиҡтар йәшәне. Олоҡмандың бер улы, бер ҡыҙы бар ине. Ғимрандың ике ҡатыны булды. Олоһонан ике улы, бер ҡыҙы, кесеһенән бер улы бар ине. Оло ҡатынынан булған Шәһивәли исемле улы ла өйләнеп шунда донъя көттө. Ҡыҫҡаһы, Көҫәповтар 5 хужалыҡ ине. Заманына күрә белемле лә булалар.
1936 йыл Кәшәлә ауылы халҡы күрше Сауҡа утары халҡы менән бер колхозға -“Кәшәлә”колхозына берләшәләр һәм уның рәйесе итеп Көҫәпов Абдрафиҡты, хисапсы итеп Көҫәпов Зәкиҙе һайлайҙар. Улар Бөйөк Ватан һуғышы башланғансы эшләй, һуғыш башланғас,яу ҡырына китәләр. Ауылда оло кешеләрҙең береһе Ишбаев Әүбәкер бабай йәшәне. Уның өс ҡатыны булды. Оло ҡатыны улы Исмәғил һәм ике ҡыҙы менән бер ишек алдында башҡа йәшәнеләр. Кесе ҡатынынан ике ҡыҙы, барлығы биш бала булды. Әүбәкер бабайҙың атаһы Сәйет исемле булған. Ләкин уның ҡайһы яҡтан килеп төпләнеүе аныҡ ҡына билдәле түгел. Ә ҡатыны Бөрйән районының Ҡалғаһау ауылы ҡыҙы икәне билдәле. Был турала Кәшәлә ауылында тыуып-үҫкән Әүбәкер бабайҙың бер туған һеңлеһе Хөббөниса инәйҙең ҡыҙы Ишбикә апайҙың һөйләгәндәренән: "Өләсәйемдең исеме Һандуғас булған. Улар Сәйет олатай менән 9 балаға ғүмер биргәндәр: Әүбәкер, Усман, Ғәле, Хәҙисә, Хөббөниса, Шәмсениса ...”. Ҡалған 3-һө хәтерҙә ҡалмаған.
Әүбәкер бабайҙың оло ҡыҙы Фәғилә Мәҡсүт ауылына Ғәлин Сәләх исемле кешегә кейәүгә сыҡҡан, һеңлеһе Хәҙисә лә Мәҡсүт ауылы килене булған, Мостафин Хәбир муллаға тормошҡа сыҡҡан. Шәмсенисаһына ла Мәҡсүт ауылында Мөхәмәҙулла исемле ир-уҙаман менән бергә тиң ҡартайып, балалар үҫтереп, бәхетле ғүмер кисерергә яҙған. Хөббөниса һеңлеһе Кәшәлә ауылында Абдрахман атлы егет менән донъя көтөп, өс балалары булды. Усман ҡустыһы, ҡатынын һәм өс улын ҡалдырып, яҡты донъя менән хушлашҡан. Ғәли ҡустыһын да ошондай яҙмыш көткән, ул да ике ҡыҙын, ҡатынын ҡалдырып, гүр эйәһе булған. Усмандың өс улы үҫеп етеп, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында илде дошмандан азат итеүҙә ҡатнашалар. Икәүһе иҫән ҡайтып, ғаилә ҡароп, Мәләүез районында төпләнделәр. Үҙҙәре мәрхүм булдылар, ә ейән-ейәнсәрҙәре әлеге көндә иҫән-һау йәшәп яталар. Бер улы һуғыш ялан-дарынан әйләнеп ҡайта алманы.
Мин ошо яҙмамды яҙырға уйлағас, Ғәҙелгәрәй ауылында йәшәүсе, элек ҡурсаулыҡта бергә эшләгән Хәҙисә инәйҙең ейәне Яҡуп Ишморатовҡа шылтыратып: «Хәҙисә инәй менән Хәбир олатайыңдың иҫән балалары бармы әле?» - тип һораным. Яҡуп уларҙың ете ҡыҙының исемдәрен тиҙ генә һанап сыҡты ла, ҡыҙғанысҡа күрә, барыһы ла мәрхүмдәр инде. тине. Әүбәкер бабайҙың Шәмсениса һеңлеһе менән Мөхәмәҙулла кейәүенең дә ете балаһынан Фатима исемле бер генә ҡыҙы иҫән, әле Ырғыҙлы ауылында йәшәй, ҡалғандары мәрхүмдәр, тип белдерҙе Яҡуп.
Әүбәкер бабайҙың атаһы Сәйет, әсәһе Һандуғастың туғыҙ балаһынан мин алтыһын ғына ишеткән-күргәндәремде асыҡларға тырыштым. Ә ҡалған өс балаһының яҙмышы билдәле түгел, улар ҙа был яҡты донъяларҙа юҡтыр инде. Ҡыҫҡаһы, туғыҙ балаһының балалары баҡыйлыҡҡа күсеп бөткән. Шәжәрә тамырҙарын, нәҫел-нәсәбен юллаһаң, Ишбаевтарҙың бер нисә быуын вариҫтары табылыр ине. Ваҡытында үҙҙәренә уҡыу теймәһә лә, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре араһында уҡыған белемле йәштәр барҙыр.
Ә инде Сәйет ҡарттың ҡайһы яҡтан булыуын аныҡ ҡына әйтеп булмай. Әүбәкер бабайҙың бүләһе Ғәлиәкбәрҙә йәшәгән Рәйес Ишмөхәмәтов. Ул мотлаҡ Ҡалғаһау ауылынан булырға тейеш. Кәшәләгә йәшәргә килергә берәй дуҫы саҡырғандыр, йәки оло һыу- Нөгөш үҙенә тартҡандыр.
Хәҙер инде Кәшәлә ауылында йәшәгән Яманаевтар хаҡында һүҙем. Улар ҙа Мәләүез районының һәргәй ауылынан килеп төпләнгәндәр. Иң олоһо Рамаҙан, ҡустыһы Сибәғәт. Рамаҙан олатайҙың ике ҡатыны була. Олоһо беҙҙең райондың Янһары (Яңы Собханғол), кесеһе һәргәй ауылынан.
Оло ҡатынынан ике ул, бер ҡыҙ донъяға килә. Кесеһенән бер ул, минең үгәй атай Ғәләүетдин Яманаев тыуа. Тағы ике ҡыҙға ғүмер бирәләр. Үгәй атай беҙҙе күсереп алып ҡайтҡанда уның атаһы баҡыйлыҡҡа күскәйне. Тәүге ҡатынынан булған Йәләлетдин бабай әйләнеп, донъя көтөп, өс ҡыҙға ғүмер биреп йәшәп яталар ине. Ҡустыһы Сибәғәт бабай иҫән ине. Ҡатыны Шәһиҙә өләсәй менән ике ҡыҙға ғүмер биргәндәр. Оло ҡыҙҙары Йомабикә инәй Ғәҙелгәрәй ауылына Шаһийән исемле кешегә кейәүгә сыҡҡан.
Улар яҡты донъяла юҡ инде. Әммә уларҙың вариҫтары, бер генә бөртөк улдары, ейәндәре бар - ошо йылдың 12 авгусында 90 йәшлек оло юбилейын билдәләгән Ағиҙел ҡасабаһында йәшәүсе Ишморатов Ҡазихан ағай. Ҡазихан ағай олатаһын яҡшы хәтерләй. Коллективлаштырыу осоро башланғас, тәүгеләрҙән булып ғариза яҙып колхозға инә, яңғыҙ атын да күмәк хужалыҡҡа тапшыра. Колхоз ойошторолғас, Ғәлиәкбәргә силос һалыу өсөн соҡор ҡаҙырға ебәргәндәр. Олатайым 3-4 көн эсендә әллә нисә тонна һыйҙырышлы соҡорҙо бер үҙе ҡаҙып ҡайтҡан. Быны Ғәлиәкбәрҙә йәшәгән мәрхүм Ҡаһарманов Абдразаҡ ағай һөйләгәйне, ти ул. Үҙе бик диндар кеше ине. һуғыш башланмаҫ элек баҡыйлыҡҡа күсте.
Тағы ла күрше Сауҡа утарында Харис Яманаев исемле оло йәштәге бабай йәшәне. Уныһының нисегерәк туған булыуын белмәйем. Биш улы бар ине. Хәҙер инде 3-һө баҡыйлыҡҡа күскән. Ҡыҫҡаһы, ялан яғында Яманаевтарҙың нәҫел-нәсәптәре бихисап. Уларҙың шәжәрә тамырҙарын юллаусылар ғына юҡ. Ялан яғынан күсеп килеүсе бер нисә ғаилә йәшәне. Хәмзә, Йомагилде, Ғәҙелша бабайҙар. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, үҙҙәре ялан яғынан булһалар ҙа, яртыларын Бөрйән еренән тапҡандар. Ғимран бабай - Ғәлиәкбәрҙән, Рамаҙан олатай - Саҡмағоштан (Иҫке Мөсәт) кәләш алған, Хәмзә олатай Ғәлиәкбәр ҡыҙы Нәсиха өләсәй менән сәстәрен сәскә бәйләгәндәр. Ә бына уларҙың оло ҡыҙы Аҫылбикә инәйгә Мәҡсүт егете Ғәбдин бабай менән тиң ҡартайып, итәк тулы балалар үҫтереп Кәшәләлә йәшәй.
Кәшәлә ауылы халҡы бо¬рон-борондан тирә-яҡ ауыл¬дар халҡы менән аралашып йәшәгән, халыҡ'малсылыҡ, һунарсылыҡ, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнде. Нөгөш яры башында ике сайыр, дегет баҙы булды. Дегет ҡайнатып, шуны һал менән ялан яғына алып сығып һаталар ине.Уларҙан тыш сана яһау, арба тәгәрмәстәренә туғын эшләү,дуға бөгөү, көрәк сабыу кеүек эштәр башҡарылды. Бөйөк Ватан һуғышы башланғансы хәлле генә йәшәгән ауыл халҡы, һуғыш һәм һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа ил халҡы күргән ауырлыҡтарҙы кисергән. Бәләкәй генә ау-ылдан фашистар менән алышҡа 13 ир-уҙаман китһә, шуларҙың 7-һе яу яланда-рында баштарын һалды, 6-һы ҡайтып, һуғыштан һуңғы емереклектәрҙе тергеҙеүгә тос өлөш индереп донъя ҡуйҙылар.
Совет дәүләте башлығы, КПСС-тың генераль се¬кретары Н. С .Хрущевтың инициативаһы менән кол-лектив хужалыҡтарҙы, райондарҙы эреләтеү программаһы тормошҡа ашырыла башлағас, Кәшәлә ауылы иңенә лә “перспективаһыҙ ауыл" мөһөрө төшә. Ауылда эш бөтә, йәштәр эш эҙләп ҡырға китә. Ауылдағы оло кешеләр ҙә күсенеү яғын ҡаранылар. Ауылдың тарҡалыуында икенсе сәбәп - Нөгөш йылғаһының быуылыуы. Был ғүмер буйы халыҡтың йөрөгән юлын бикләне. Халыҡ үҙ йомошон урау-урау юлдар үтеп хәл итергә мәжбүр булды. Иң мөһиме, мәктәп ябылды. һөҙөмтәлә, халыҡ төрлө яҡтарға барып төпләнде.
«Башҡортостан» милли паркы менән “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығы ҡурсаулыҡты киңәйтеү һәм туризмды юлға һалыу маҡсатында Кәшәләлә терәк пункт ойоштороп, кадрҙар менән тәьмин итте, улар өсөн йәшәү шарттары булдырҙы.
2016 йыл башы¬нан алып ғилми-тикшеренеү эштәре алып барыла. Яҙ башынан көҙгә тиклем кәмәләрҙә ағып төшөүсе күп һанлы туристарҙың документтары тикшерелә, иҫәпкә алына һәм матур итеп, тәртип менән оҙатып ҡалына. Ҡырағай туристарға юл ябылды.
Яҙмамды^тамамлап шуны әйтергә уйлайым - үҙем белгән, күргән-ишеткәндәрҙе яҙырға тырыштым. Ә Кәшәләгә килгәндә, иманым камил, йылдар үтеү менән уның һулышы киңәйәсәк, юлдары таҡырланасаҡ.
Һылтанма
[үҙгәртергә]- Исмәғил Яманаев. Үкенерлек түгел үткәндәр... – Сибай: Сибай ҡала типографияһы, 2015 йыл. Ҡыҫҡартып алынды
- Кәшәлә
- Националный парк "Башкирия",река Нугуш,деревня Кашеля
- На заброшенный хутор пришла цивилизация
- ТУРИСТ КАРТАЛАРЫНДА АТАМАЛАР ДӨРӨҪ ЯҘЫЛҺЫН!