Эстәлеккә күсергә

Көгөш йылғаһы/Көгөш ҡиссаһы

Викидәреслек проектынан
Көгөш ҡиссаһы
ОРИГИНАЛ ТЕЛЕ: башҡортса.
СЫҒАНАҠ: Фәүзиә Ҡотлогилдина  

1

Көгөш ҡиссаһы (ҡобайыр)


Сихырланған айғырҙай,
Күк ялдарың ялбырҙай,
Таштар араһынан ырғып
Ярһып сапҡан һыбайҙай..
Сабаһың да, сабаһың,
Йә ярһып, йә тын ғына
Туҡтамайса ағаһың.
Көгөш- серле һин йылға,
Тарихың –боронғола.
Һинең исемең яҙылған
Манаста ҡырғыҙҙарҙа,.
Бына ниндәй боронғо
Үткәнең һинең данлы,
Исемең дә таныулы!
Боронғо замандағылай
Һаман да сихырсыһың,
Тағын кем башын бутарға
Һин УСОЛҠА булғанһың?
Һин бит Усолҡа түгел,
Исемең бар, Ул – КӨГӨШ!
Беҙҙең бөйөк Тәңребеҙҙән
Үҙеңә тейгән өлөш!
Эй, Көгөшкәй, Көгөшкәй,
Мин дә бит – Әкиәтсе!
Әкиәтсе –тылсымсы!
Иң хәйләкәр сихырсы,
Әйткәнемде тыңласы!

  • Ҡулымда Тылсым таяҡ,

Һанайым..Бер ике, өс!
Һинең ысын исемең
Ҡайтһын мәңгегә КӨГӨШ!
Ярһымаҫһың, сапмаҫһың,
Шарлап , гөрләп аҡмаҫһың,
Ағырһың йырлап ҡына
Моңдар тыңлатып ҡына.
Тынмаҫ йәнеңә Көгөш,
Тыныслыҡ һин табырһың,
Изге Табын ерендә
Тыныс ҡына ағырһың,
 Ҡырғыҙҙан килгән һүҙ булып
Башҡортомда ҡалырһың,
Изге Табын ерендә
Йылға булып ағырһың.
Унда күп шишмәләрҙең
Шифаларын алырһың,
Йөҙәр һиндә балыҡтар,
Уйнар ялтыр сабаҡтар,
Ҡоморойҙар, күкйендәр,
Ҡыҙылғанат, ташбаштар,
Йәйендәр һәм суртандар,
Һинең моңдарға ҡушылыр
Туғайҙа һандуғастар..
Текә ярҙа оя ҡорор
Етеҙ йән ҡарлуғастар..
Ярҙарыңда үҫерҙәр
Зифа талдар, тирәктәр,
Өйәңкеләр һәм йүкәләр
Ҡайындар һәм еректәр.
Тирә-яғың булыр һинең
Гөл –сәскәле болонлоҡ,
Шул сәскәләр еҫтәренә
Һуштар китеп торорлоҡ,
Еләк –емеш өлгөрһә,
Еләктәрен йыйырҙар,
Баландарын , миләштәрен
Тәлгәш-тәлгәш тирырҙар,
Муйылдарын йыйып алып
Киптерегә ҡуйырҙар,
Һоҡланыр һиңә халыҡ
Һәр миҙгелдә таң ҡалып,
Ултырыр балыҡсылар
Ярҙа ҡармағын һалып.
Алтын балыҡ ялтырап
Көндә уйнап һикерер,
Көгөштән диңгеҙгә ҡәҙәр
Ул урап йөҙөп йөрөр,
Ҡойорһоң Аҡ Иҙелгә,
Аҡ Иҙелдән Камаға,
Уның менән бергәләп
Ашығырһың Иҙелгә.
Шунан инде Каспий тигән
Бик оло бер диңгеҙгә.
Төрки халыҡ ҡырғыҙҙан
Манас тигән эпостан
Килгән һинең исемең,
Исемеңә тура килеп
Әйләнгән шул есемең.
Манас тигән эпоста
Сихырланған ат инең,
Бокморондо урларға
Ынтыл, алға , сап тинең,
Ә хәҙер инде килеп
Әйләнгәнһең йылғаға,
Исемеңде белдермәҫкә
Яҙып ҡуйҙың УСОЛҠА.???
 Ҡулымда тылсым таяҡ!
Һанайым..Бер ..Ике ..Өс!
Ысынға әйләнерһең
Исемең һинең - КӨГӨШ!
Изге Табын ерендә
Башҡортомдоң илендә,
Ҡалырһың мәңгелеккә
Эпостан килгән Көгөш,
Ошолор һинең өлөш!
Сихырланғандар ҙа бер саҡ
Кире ҡайтырға тейеш!
Сихырыңды ҡайтарҙым,
Арбаным көсөм менән,
Хәҙер тыныс ағырһың
Был илдә Көгөш гелән..

  • Ҡулымда Тылсым таяҡ,

Һанайым..Бер ике, өс!
Һинең ысын исемең
Ҡайтһын мәңгегә КӨГӨШ!
Һәр күперҙең янында
Яҙыу торорға тейеш!



АСЫШ : *Йылға исеме КӨГӨШ ҡырғыҙ халҡының бөтә донъяға билдәле МАНАС эпосынан килгән Ооганга жакындаганда ал элдин Көгөш аттуу аяры ат болуп кубулуп келип, Бокмурунду уурдап кетет. Кыргыздын аярлары кубулуп барып Акунканды баш кылып, Түлкүнүн алты бегин уурдап келишет.

Фәүзиә Ҡотлогилдина - АЛТЫНБИКӘ 3.11.2018