Көләмәстәр/Миңә аяҡҡа ине шул
Уҡыу көйләүҙәре
Беҙҙең Юлдыбай ауылында элегерәк ике магазин була торғайны.
Береһе промтовары, көнкүреш нәмәләре һата торғаны.Ул магазинда мәрхүмә Талиға апай эшләй торған ине.
Бер олатай магазинға килгән дә нәски һорай икән.
- Ээй,олатай, нәски күкәйгә генә шул, - тигән.
- Атаҡ, атаҡ миңә аяҡҡа кәрәк ине, - тип һуғышта яраланып, сатан ҡалған аяғына ҡарай ти теге олатай...
Айгөл Миңлебаева https://vk.com/club36676061?w=wall-36676061_269027.