Көләмәстәр/Ниғәмәт немуха

Викидәреслек проектынан

Үҙгәртеп ҡороу заманында ауылдарҙа араҡы урынына төрлө шампунь-одеколондар, спирт ишараты булған һәр нәмәне эсә башлайҙар. Үлгән осраҡтар ҙа була. Бына бер Ниғәмәт исемле уҙаман шулай себен дарыуын эсеп үлергә ята. Тиҙ генә ауыл туташын саҡырталар, тегеһе ауыҙынан шайыҡ ағып, күҙҙәре аларып ятҡан ирҙе тегеләй-былай әйләндереп, тыңлап ҡарай ҙа:

— Һуң инде, бер ни эшләп булмай, үлгән, - ти.

Ҡатыны, бахыр, иренең күкрәгенә ятып илай. Ни тиһәң дә, балалар атаһы бит...йәл.

Бер ваҡыт был ир көскә башын күтәреп:

— Ни-ғә-мәт не муха! - тигән дә тағы күҙҙәрен йомған, ти. Шулай инде, себен дарыуын эсеп үлеп ятырға ул себенме ни.