Эстәлеккә күсергә

Көләмәстәр/Әллә ҡашын йолҡҡан

Викидәреслек проектынан

Бер ҡатын зарлана ти: ирем миңә иғтибар итмәй, бар ни мин, юҡ ни, нишләргә. Әхирәттәре тегеләй ҙә, былай ҙа кәңәш биреп ҡарай: юҡ, ысынлап та иғтибар юҡ. Шунан әйткән ти бер әхирәте:

— Ә һин противогаз кейеп ҡаршы ал, нишләр икән? - тигән.

Бына был ҡатын ирен ҡаршы алған противогаз кейеп. Тегеһе туп-тура йыуыныу бүлмәһенә китә, шунан инде — кухняға. Ҡатыны шул уҡ ҡиәфәттә иренә беренсе блюдо бирә, икенсеһен бирә, тегеһе тәмләп ашай, әммә бер һүҙ әйтмәй. Инде өсөнсө блюдоһын алдына ҡуйғас, түҙмәй:

— Иркәм, һин миндә бер ниндәй ҙә үҙгәреш күрмәйһеңме ул? - тип һорап ҡуя.

Ире бер һирпелеп кенә ҡарай ҙа уға:

— Әллә ҡашын йолҡҡан инде, — тигән ти.