Эстәлеккә күсергә

Көнбағыш (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Таяҡ та таяҡ,
    Таяҡ эсендә табаҡ,
    Табаҡ эсендә балыҡ,
    Балыҡ эсендә халыҡ.
  2. Алтын рәшәткә эсендә
    Ҡара өйҙәр туп-тулы.
    Күпме өй, шул саҡлы халыҡ.
  3. Таяҡ,
    Таяҡ башында табаҡ,
    Табаҡ эсендә ике йөҙ һалдат.
  4. Болонда бер таяҡ,
    Таяҡ башында табаҡ,
    Табаҡ эсендә халыҡ.
  5. Таяҡ,
    Таяҡ башында табаҡ,
    Табаҡ өҫтөндә балалар.
  6. Таяҡ,
    Таяҡ башында бер табаҡ,
    Табаҡ эсендә ҙур кибет,
    Кибет эсендә йөҙ егет.
  7. Суҡ,
    Суҡ башында уҡ,
    Уҡ башында кибет,
    Кибет эсендә ике мең егет.
  8. Юл сатында малай тора,
    Көнгә ҡарай муйынын бора.
  9. Баҡсала тора малай,
    Боролоп көнгә ҡарай.
    Кәпәсе тулы емеш,
    Унан май сыға, имеш*.
  10. Ай башлы, йәшел ҡашлы.
  11. Нары ебәк ҡалпаҡлы,
    Борола ла ҡояшҡа ҡарай.
  12. Ҡырлы-ҡырлы һомғол һабаҡ,
    Һабаҡта алтын табаҡ.
    Табаҡта бар мең оя,
    Оя һайын бер мая.
  13. Ҡояш ҡайҙа барһа,
    Уға ҡарап йылмая.
  14. Оҙон-оҙон сирта.
  15. Төбө бер, башы мең.
  16. Таяҡ башында тора эленеп алтын иләк.
  17. Бер таҡыя тултырып,
    Орлоғон алдым иләп.
  18. Бабай меҫкен ҡартайған,
    Эшләпәһе янтайған.
  19. Ҡояшҡа аса күҙен,
    Ҡыҙҙар ярата үҙен.
    Баҡса, болонда үҫә,
    Бал ҡорто балын эсә.