Көҙгө (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Салт аяҙҙа болот юҡ,
Сал тәкәлә мөгөҙ юҡ. - Аяҙ күктә болот юҡ.
- Алды — хуш,
Арты — буш. - Бәҙри баҡты — йөҙө яҡты.
- Арты ла таҡта — өҫтө лә таҡта,
Уртаһы мәғрип яҡта. - Ике яғы таҡта,
Әйләндерел ҡараһаң,
Нуры баҡта. - Яҡ яғы таҡта,
Уртаһы баҡта. - Бәләкәй генә Микитә,
Бер кешене ике итә. - Бәләкәй генә мөлдө,
Миңә ҡарап көлдө. - Бәләкәй генә бер бала
Миңә ҡарай ҙа көлә. - Тигеҙ генә быяла,
Үҙе минән ояла. - Ҡарайым да күрәм,
Боролам да көләм. - Уртаһы көмөш, һырты ағас.
- Өҫтөндә көмөш алъяпҡыс.
- Кескәй генә тәрән күл,
Тирәк уның эсендә,
Күҙен-ҡашын ҡарайтҡан
Ҡыҙҙар уның эсендә.
Иңен-башын ҡупшайтҡан
Егеттәр уның эсендә. - Кескәй генә тәрән күл,
Тирәк уның эсендә,
Ҡылыс бәйләп, ҡынын таҡҡан
Егеттәр уның эсендә. - Күл өҫтөндә күҙем күренә.
- Ишек асһаң, ялтырай,
Ҡаты япһаң, ҡалтырай. - Эйелгәнгә эйеләм,
Башым ергә тейгәнсе.
Һуҙылғанға һуҙылам,
Башым күккә тейгәнсе. - Уңды һул итә, һулды уң итә.