Лампа (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Атаһы улын күтәргән,
Улы бүреген күтәргән. - Үзбәктең үҙ улы
Үҙен тотоп ултыра.
Үзбәк ҡара һаҡаллы,
Көҙгө тотоп ултыра;
Көҙгө матур быяла,
Ергә төшһә, ыуала. - Аҫты диңгеҙ, өҫтө нур.
- Ултыра ҡыҙ төрмәлә,
Сәсе үрмәлә. - Башы булмаһа ла эшләпәле.
- Һуҡыр әбейҙең башына ут ҡапҡан.
- Теленә ут ҡапҡан,
Уны кем уйлап тапҡан? - Тәтәй тауҙың битендә
Тәкә телен сығарған. - Тирә-яғым рәшәткә,
Мин ултырам рәхәттә. - Таяҡ,
Таяҡ өҫтөндә табаҡ,
Бәлтер,
Бәлтер өҫтөндә ялтыр. - Эсе һыу,
Тышы быяла,
Мороно еҙ. - Бәләкәй генә ҡойом бар,
Эсендә алтын һыуым бар. - Быяла һарайым эсендә
Һары тауығым ултыра. - Теленә ут тоҡанған
— Ауыҙы ярылып бара. - Атайымдың уты алтын һарай эсендә.
- Яңы өйөмдөң эсендә
Аҡшам етһә, ут уйнай. - Күлдәге эсендә,
Кәүҙәһе тышында. - Һыу өҫтөндә ут яна.
- Атаһынан улы юғары.
- Өйө лә быяла,
Тәҙрәһе лә быяла,
Кәрнизе селтәр,
Тәҙрәһе мең.