Ләмәҙтамаҡ ауылы топонимдары
Башҡорт Википедияһында Ләмәҙтамаҡ ауылы мәҡәләһе бар
Ләмәҙтамаҡ ауылы топонимдары
Ләмәҙтамаҡ — Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районындағы ауыл. Ләмәҙтамаҡ ауыл Советына ҡарай, ауыл Советы үҙәге. Географик координаталары 58°16` көнсығыш оҙонлоҡта һәм 55°50` төньяҡ киңлектә.
Ләмәҙтамаҡ ауылының атамаһы йылға (гидроним) исеменән. Ләмәҙ йылғаһы Әй йылғаһына ҡушылған ерҙә урынлашҡан. Шуға күрә Ләмәҙ һәм Тамаҡ һүҙҙәре ҡушылып ауыл атамаһы барлыҡҡа килгән.
Мәсетле районында башҡорт ауылдарынан ике генә ауыл гидроним нигеҙле: Ләмәҙтамаҡ һәм Мәләкәҫ ауылы. Ҡалған башҡорт ауылдары кеше исеме менән бәйле. Ләмәҙтамаҡ һәм Мәләкәҫ ауылдары 1735-1740 йылғы башҡорт ихтилалынан һуң нигеҙлгән. Хәҙерге Дыуан районы Ярославка ауылы урынлашҡан ерҙә башҡорттарҙың Ҡошсо ауылы ихтиллалдан һуң яндырылыу сәбәпле, ул ауылдың халҡы ике яҡҡа күсеп ултырған. Шулай итеп гидроним нигеҙле ауылдар кеше исемле ауылдарҙан һуңыраҡ нигеҙләнгән.
Ауыл урамдарының рәсми теркәлгән исемдәре: Ғәзизов урамы — Афған һуғышында һәләк булған Раян Ғәзизов йәшәгән урам, Карл Маркс урамы, Баҡса урамы, Салауат Юлаев урамы, Фрунзе урамы
Рәсми булмаған урам (ауыл өлөштәре) исемдәре лә иғтибарға лайыҡ, тарихы мәғлүмәт бирә: Ләмәҙ йылғаһының уң ярында Мәтәй һәм Мәтәйҙең бер өлөшө Төп Мәтәй - Ҡошсо ырыуы башҡорттарының Мәтәй аймағы атамаһынан алынған.
Туғыҙлы йәки Ҡуянауыл - Ҡошсо ырыуы башҡорттарының Туғыҙлы аймағы атамаһынан алынған, һуңғараҡ Ҡуян ауыл булып китән. Ҡайынлыҡ яҡын булыу сәбәпле ҡуяндар ауылға ла инеп йөрөгән.
Ләмәҙ йылғаһының һул ярында. Үрге ос йәки Үргесуҡ, Уртасуҡ, Түбән ос йәки Түбәнсуҡ. Йылға ағышына ҡарап бүленгән ауыл өлөштәре.Тау битләүе буйынса ҡарағанды Түбәнге ос Үрге остан бейегерәк урынлашҡан.
Ләмәҙтамаҡ ауылының топонимдарына байҡау яһайыҡ.
- Әй — йылға, Ҡариҙелдең ҡушылдығы, ауыл йәнәшәһенән аға. Йылға атамаһы башҡорт һәм ҡайһы бер урыҫ ғалимдарының фаразлауы буйынса исеме этноним, йылға буйын төбөк иткән Әйле ырыуы башҡорттары менән бәйле[1],[2]. В. Н. Татищевтың XVIII быуаттағы фаразлауына нигеҙләнеп урыҫ ғалимдары йылғаның исемен Ай менән бәйләй — «ай кеүек яҡты», «ай кеүек матур», «яҡты», «ай»[3]. Йылғаның һыуы кеше эсәрлек. Һыу үткәргестәр һалғансы кешеләр йылғанан да һыу эсә ине.
- Ләмәҙ — йылға, Әйҙең ҡушылдығы, ауылды ике өлөшкә бүлеп ауыл аша аға. Атамаһы Ләм һәм Әҙ һүҙәре ҡушылып бырлыҡҡа килгән. Ысынлап та йылғала ләм әҙ. Йылғаның яҙғы ташҡыны бер-ике көн эсендә бик көслө булып аға. Яландарҙан ҡар һыуҙары йыйылып тора ла, бер ваҡыт йыраҡтан ишетелеп торған күслө тауыш сығарып килеп төшә. Ялан һыуҙарыны Әгәрәү тауы аҫтында булған Ташлыҡул аша төшкәнлектән, тауыш ишетелеү менән кешеләр “Әгәрәү төшә” тип әйтәләр. Йылғаның һыуы татыр, кеше эсәрлек түгел.
- Мәтәй төбәк — Төп Мәтәй арты, Әй йылғаһы яры буйлап Үрге таштыҡҡа тиклемге һыубаҫар туғай. Ауылдың һабантуй үткәреү урыны.
- Үрге таштыҡ — Әй йылғаһы ағымы төньяҡтан көнбайышҡа табан боролған ере. Ауылдан бер км. самаһа өҫтәрәк ята. Ауыл халҡы һыу ингән урын.
- Кисеү - Әй йылғаһындағы һай урын, Йылғаны кисеп сығырға була. Мәтәй төбәге тураһында.
- Сөйөртмә - Әй йылғаһындағы сөйөртмә урын, соңғол. Уртасуҡ арты, Хәҙергә ваҡытта һайығып, сөйөртмә булыуы бөткән.
- Урыҫүлгән — Кәртәле төбәктең бер мөйөшө һәм Әй йылғаһының ағымы көнсығыштан төньяҡҡа табан киҫә боролған урын. Был урында йылғала урыҫ милләтле кеше батып үлгән.
- Кәртәле төбәк — Түбәнге оста Әй буйындағы төбәк. Өс яғы йылға менән, бер яғы текә тау менән тәбиғи кәртәләнгән һыубаҫар туғай.
- Серек Ләмәҙ — Кәртәле төбәгендәге күл, уйһыу урын. Боронғо заманда Ләмәҙ йылғаһының үҙәне. Әй йылғаһы яҙ көнө ныҡ ташҡан ваҡытта күл хасил була.
- Йоҡа ташҡаҙған — Йоҡа таш алына торған соҡор. Түбәнге оста Вафин Вәрис ағай йорто артынан тауға күтәрелгән ерҙә уынлашҡан. Элекке заманда һарай, келәт, муса баштарын ошонан алынған йоҡа таш менән япҡандар, ихата-йорт юлына түшәгәндәр.
- Алтынай — Түбәнге остан w:ba:Һабанаҡ ауылына киткән иҫке юлдағы беренсе йырын буйы. Боронғо заманда ул тирәлә алтын бөртөктәре табылған тигән хәтирәләр ҡалған.
- Бабайҙыҡ (бабайлыҡ) — Түбәнге остан w:ba:Һабанаҡ ауылына киткән иҫке юл буйында уң яҡта урынлашҡан яңғыҙ ҡәбер. Изге урын тип иҫәпләнә.
- Бүрелеҡул — Түбәнге остан w:ba:Һабанаҡ ауылына киткән иҫке юл буйында Бабайҙыҡтан һуң һул яҡтағы ҡул буйы, ҡул буйлап Ҡырсындыға юл күтәрелә.
- Балта — Бүрелеҡул юлы менән тау башына менеп еткән урын.
- Энәгүл — күл. Түбәнге остан w:ba:Һабанаҡ ауылына киткән иҫке юл буйында Бабайҙыҡтан һуң уң яҡта, Әй буйының һыубаҫар туғайында урынлашҡан күл.
- Сүсәкәй — тау, Ләмәҙ йылғаһының һул яғында ауыл артында урынлашҡан тау.
- Маяҡтау — тау, Ләмәҙ йылғаһының уң яғынан ауыл артындағы тау.
- Ташҡаҙған — Сүсәкәйҙән һуң Ҡырысныды юлы буйында урынлашған элекке таш сығарыу урыны.
- Айыубаҫҡан —
- Аҡтүбә -
- Ҡырсынды юлы - юл, ауылдан Сүсәкәй тауы янынан башланым Ҡырсындыға сыҡҡан юл
- Ҡырсынды, Ҡырсынды күл - ялан ерҙә ҙур булмаған ағаслыҡ һәм күл, колхоздар заманында өсөнсө бригадтың ялан станы.
- Борошҡул — ҡул буйы. Ҡырсынды артынан башлана һәм w:ba:Буртаковка яҡҡа китеп, унан һуң w:ba:Һабанаҡ яҡҡа борола. Шуға Борошҡул тигән атамалы.
- Алма баҡсаһы (төбәк) - Ләмәҙ йылғаның һул яғында, ауылдан өҫтәрәк тау битләүендә урынлашҡан асыҡ, төбәкле урын. Элегерәк алма баҡсаһы булған, һалғын ҡышта туңып ҡороған.
- Гис (ГЭС) төбәк
- Мәсет юлы
- Ҡыя юл — юл, Мәсәғүт—Әчит автомобиль юлынан Октябрьск ауылына киткән юл, Төлкөбай башына тиклем.
- Беренсе Төлкөбай — тау,
- Төлкөбай аҫты
- Төлкөбай шишмәһе — Төлкөбай тыҡрығында көслө генә ағып сығып Ләмәҙ йылғаһына ҡушылған тәмле һыулы шишмә.
- Икенсе Төлкөбай
- Әгәрәү (Егорова гора)
- Усып тирмәне
- Усып арты
- Усып буйы
- Кажунай
- Әрҙәнәғол (ҡул)
- Мөхөп юлы
- Гәрәй тауы
Һылтанмалар
[үҙгәртергә]- ↑ Словарь топонимов Республики Башкортостан. Уфа: Китап, 2002. — 256 с. — С.230. ISBN 5-295-30192-6
- ↑ Поспелов Е. М. Географические названия мира: Топонимический словарь. — М: АСТ. 2001
- ↑ Матвеев А. К. Географические названия Урала: Топонимический словарь. — Екатеринбург: ИД «Сократ», 2008. — 352 с.— С.11—12.