Манник
Сәй табынына еңел дә, тиҙ ҙә әҙерләнә торған тәмле ашамлыҡ. Ҡул аҫтында һәр ваҡыт була торған ризыҡтарҙан әҙерләнә.
Ингредиенттары
[үҙгәртергә]- 2 йомортҡа
- 1 стакан (200 мл) шәкәр
- 1 стакан манный
- 1 стакан иләнгән он
- 250 мл кефир (ойотҡан, йогурт)
- 1 балғалаҡ аш һеркәһендә һүндерелгән сода
- Теләк булһа ҡамырға какао өҫтәргә була.
Эслеге һеҙҙең теләгегеҙгә ҡарап төрлөсә булырға мөмкин.
- Груша, банан, алма, виноград, хәлүә һ. б.
Әҙерләү
[үҙгәртергә]Йомортҡаларҙы шәкәр менән күперткәнсе туҡырға.
Кефир, манный һәм иләнгән ондо һалып яҡшылып болғатырға.
Һүндерелгән соданы өҫтәп, тағы берҙе бутап алырға.
Эслекте өҫтәп һалырға (уныһын аҙағыраҡ өҫтәргә лә була, барыбер)
Манный бүртһен өсөн ҡамырҙы 20-30 минутҡа ултыртып торорға.
Аҙаҡ мультиварканың формаһына бушатырға һәм «Выпечка» режимында 1 сәғәт бешереп алырға.
Бәлеште духовкала йәки мейестә лә бешерергә мөмкин. Өҫтөн ҡуйыртылған һөт, иретелгән шоколад менән биҙәргә мөмкин.
Йөҙөмлө манник
[үҙгәртергә]Манниктың эслеген төрлөсә алырға мөмкин. Мәҫәлән, йөҙөмлө манникты бешереү ысулын ҡарап китәйек.
Ингредиенттары
[үҙгәртергә]- 1 стакан манный
- 1 стакан кефир
- Ярты стакан шәкәр
- 80 грамм иретелгән аҡ май йәки маргарин
- 75 грамм йөҙөм
- 1 йомортҡа
- 1 ҡап ваниль шәкәре
- Ярты балғалаҡ уксуста һүндерелгән сода
- 1 семтем тоҙ
Әҙерләү
[үҙгәртергә]Йөҙөмдө ҡайнар һыу менән бешекләп алырғала, һыуын түгеп, ҡоротоп, әҙ генә он менән бутарға.
Йомортҡаны тоҙ, шәкәр, ваниль шәкәре һалып күперткәнсе туҡырға.
Аҙаҡ кефир, шәкәр өҫтәп, манный ярмаһы, йөҙөм һәм сода һалып яҡшылап болғатырға.
Ҡамырҙы манный бүрткәнсе 20-30 минут тирәһенә ултыртып торорға.
Табаны аҡ май менән майларға. Майлы табаның өҫтөнә әҙерәк манный ярмаһын һибергә.
Манный ярмаһы ҡабарып ҡуйырып киткән ҡатнашманы табаға ҡойоп, өҫтөн тигеҙләргә.
200 градусҡа тиклем эҫетелгән духовкала йәки мейестә бәлештең өҫтө ҡыҙарғансы 45 50 минут самаһы бешереп алырға.
Бешеп сыҡҡан манникты табаһында килеш әҙерәк һыуытырға ла, ипләп кенә ҙур тәрилкәгә ауҙарып алырға, өҫтөн ҡуйыртылған һөт йәки джем менән биҙәргә мөмкин.