Эстәлеккә күсергә

Манныйҙан ҡоймаҡ

Викидәреслек проектынан

Алырға

[үҙгәртергә]
  • 2 стакан манный ярмаһы
  • 1 сәй ҡалағы сүпрә
  • 700 гр йылымыс һыу
  • 700 гр һөт
  • 2 йомортҡа
  • тоҙ, шәкәр

Әҙерләү

[үҙгәртергә]

Манный ярмаһын йылымыс һыу менән изып, сүпрә һалып, ҡалҡытырға ҡуйырға. Ҡалҡҡас, ҡайнар һөттө яйлап ҡына, сөбөрләтеп ҡойорға, болғатып торорға. Һуңынан ике йомортҡаны һытып, тоҙ, кәрәгенсә шәкәр ҡомо һалып туғып, тағы ҡалҡытып алырға. Әҙер булғас, табаны ҡыҙҙырып, майлап, йоҡа ғына итеп ҡоймаҡ ҡойорға.