Манный бутҡаһы

Викидәреслек проектынан

Ма́нный бутҡаһы — манный (бойҙайҙың үҙәгенән генә яһалған ваҡ ярма) ярмаһынан, аҡ май, шәкәр һәм тоҙ ҡушып, һөттә бешергән бутҡа.

Үҙенсәлектәре[үҙгәртергә]

Манный бутҡаһы — ашамлыҡ ҡиммәте яғынан аҙ ҡиммәткә, ҙур калорияға һәм юғары гликемик индексҡа эйә диетик продукт.

Әҙерләү[үҙгәртергә]

Манный бутҡаһының рецебы[үҙгәртергә]

Ике порция ингредиенттары:

  • Һөт, 3 стакан (600 мл.);
  • Манный ярмаһы, 6 аш ҡалағы (75 мл.);
  • Аҡ май (40 гр.);
  • Шәкәр (20 гр.);
  • Тоҙ (тәме буйынса).

Әҙерләү ваҡыты: 25 минут.

Әҙерләү ысулы:

Манный бутҡа ябай ғына итеп бешерелгән кеүек, әммә уны әҙерләү ҡағиҙәләрен белер кәрәк:

  1. Төбө етерлек ҡалын булған кәстрүлгә һөт һалып, ут өҫтөнә ҡуйырға. Һөт ҡайнап сыҡмаҫ элек, шәкәр һәм тоҙ ҡушып, кәрәкле миҡдарҙағы ярманы (төйөндәр барлыҡҡа килмәһен өсөн), аҡрынлап ҡына һала барып, туҡтамай бутап торор кәрәк;
  2. Кәстрүл янынан китмәй, һөт ҡайнағансы, даими бутап торорға;
  3. Ҡайнап сыҡҡас, утты кәметергә кәрәк, әммә бутҡаны йылдам ғына, онотмай, бутауҙы дауам итергә;
  4. 2 минут бешерергә, шунан бутҡаны ситкә алып ҡуйырға;
  5. Бутҡаны ҡапҡас менән нығытып ябырға һәм 15 минутҡа, бутҡа өлгөрһөн өсөн, ҡуйырға;
  6. Бутҡаны, аҡ май ҡушып, тәрилкәләргә өләшергә.

Әҙерләү үҙенсәлектәре:

  • Кәстрүлдең төбөнә һөт йәбешеп көймәһен өсөн, һөт һалмаҫ элек, уны һыу менән сайыр кәрәк.
  • Ҡайнатҡан саҡта, һөт «ташмаһын» өсөн, кәстрүл ситен үҫемлек йә аҡ май менән майлар кәрәк.
  • Манный бутҡаны сәнске йә туҡығыс менән бутау яҡшыраҡ.
  • Ҡайнаған һыу йә һөт өҫтәп, бутҡаны кәрәкле консистенцияға килтерергә була. Бутҡаның тәме бер ҙә үҙгәрмәй.
  • Манный бутҡа ныҡ ҡайнап бешһә, ҡапҡас менән томаланып «бығып», аҡһымын, витаминдарын, тәмен юғалтып ултырһа ысын бутҡа тәме формалашмай. Уны ултыртып төнәтер кәрәк. Бындай хәлдә бутҡа, ҡайнағанға ҡарағанда, нығыраҡ бешә, сөнки быу температураһы асыҡ кәстрүлдәге һөт температураһынан юғарыраҡ.