Эстәлеккә күсергә

Маринадланған борос

Викидәреслек проектынан

Мәҡәлә «Башҡортостан ҡыҙы» журналында баҫылған, 2012 й.

Маринадланған борос

[үҙгәртергә]

Ун килограмм татлы борос, бер литр көнбағыш майы, бер литр аш һеркәһе, 900 грамм шәкәр, лавр япрағы, бөртөклө ҡара борос алына. Татлы боросто орлоҡтарынан таҙартып, яҡшылап йыуабыҙ ҙа дүрт өлөшкә ҡырҡабыҙ.

Ҡаҙанға көнбағыш майы һәм аш һеркәһе ҡоябыҙ. Болғата-болғата шәкәр һибәбеҙ. Борос киҫәктәрен һалып, 5–10 минут ҡайнатабыҙ. Стерилләнгән банка төбөнә өс лавр япрағы, биш бөртөк ҡара борос төшөрәбеҙ. Унан сәнске ярҙамында борос киҫәктәрен тултырабыҙ. Банкаларҙы стерилләнгән ҡапҡас менән ҡаплап, 10–20 минутҡа ултыртып торабыҙ.

Бер аҙ баҫырыҡланғас, өҫтәп борос һалабыҙ ҙа, маринадты ҡойоп, ҡапҡастарын ябабыҙ. Банкаларҙы йөҙтүбән әйләндереп, бер тәүлек тотабыҙ, унан һалҡын урынға урынлаштырабыҙ.

Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА яҙып алды.