Умартасылыҡ серҙәре/16-сы дәрес — версиялар араһындағы айырма

Перейти к навигации Перейти к поиску
 
==Талпан (варроатоз)==
[[File:Drohnenpuppen mit Varroamilben 71a.jpg|left|200px]]
 
Бал ҡорттарының ҡурҡыныслы инвазион ауырыуы ул. Ҡарышлауыҡтарҙы, ҡурсаҡтарҙы, өлкән эшсе ҡорттарҙы, әре ҡорттарҙы зарарлай. Ауырыуҙы Варроа Якобсони талпаны барлыҡҡа килтерә (ғалим Эдвард Якобсони ошо талпанды тапҡас, уның исемен ҡушҡандар). Уны тәү башлап 1960 йылда Ҡытайҙың көньяғында белеп ҡалалар. Быға тиклем варроа талпаны бал бирә торған ҡорттарҙы зарарламаған. Әммә 1904 йылда тәүге тапҡыр Ява утрауында ҡырағай һинд ҡорттарының паразиты булараҡ һүрәтләп яҙыла, тик ул яңылыш браула (ҡорттар бете) тип ҡабул ителә. 50-се йылдар аҙаҡтарында, 60-сы йылдар баштарында был талпандың яңы расаһы барлыҡҡа килә. Ул бал йыйыусы ҡорттарҙа йәшәүгә яраҡлаша. Беҙҙең илдә был талпан тәүге тапҡыр 1964 йылда Приморье крайының Лесозаводск районында бер умарталыҡта асыҡлана. Приморье менән Хабаровск крайҙары умарталыҡтарында йылдам тарала башлай, ә унан Себер, Урал умарталыҡтарына ла барып етә, элекке СССР-ҙың Европа өлөшөн солғап ала. Башҡортостан умарталыҡтарында талпан (варроатоз) 1974 йылда тарала башлаған.
 
Талпандың инәләре эшсе ҡорттарҙың һәм әре ҡорттарҙың ҡарышлауыҡтарына, ҡурсаҡтарына зыян килтерә, уларҙың гемолимфаһы (ҡаны) менән туҡлана. Ә балды ашамай. Талпан бигерәк тә әре ҡорт үрсеме менән бергә күҙәнәктә ныҡ үрсей.
 
Көҙөн, күҙәнәктәрҙән һуңғы үрсем сыҡҡас, талпандар ҡорттарға күсә, эшсе ҡорттарҙың тәнендә ҡышлап яҙға тиклем йәшәй.
 
==Ауырыуҙың төп билдәләре ==
1727

үҙгәртеү

Навигация