Умартасылыҡ серҙәре/16-сы дәрес
Рубриканы Рафиҡ Ноғоманов алып бара. Мәҡәләләр 2012 йылғы «Башҡортостан» гәзитендә баҫылған http://bashgazet.ru/
15.08.2012.
Бал ҡорто ауырыуҙары
[үҙгәртергә]Барлыҡҡа килеү сәбәптәре буйынса ике төркөмгә: йоғошло һәм йоғошһоҙҙарға бүләләр. Йоғошһоҙ ауырыуҙар бер ғаиләнән икенсеһенә күсмәй.
Йоғошло ауырыуҙар бал ҡорто организмына ҡуҙғытҡыс килеп эләгеү арҡаһында башлана. Был ауырыуҙар сирле ғаиләләрҙән һауҙарына күсә. Сир, ҡуҙғытҡыс төрөнә ҡарап, инфекцион һәм инвазион ауырыуҙарға бүленә (быларҙың һуңғыһы хайуан паразиттарынан зарарланыуҙы аңлата). Инфекцион ауырыу ҡуҙғытҡыстары — үҫемлектәрҙәге микроорганизмдар: бактериялар, бәшмәктәр, вирустар, риккетсиялар. Бактериялар бактериаль ауырыуҙар — Америка һәм Европа сереген, бәшмәктәр — аскосфероз, йәғни эзбизлы үрсем кеүек микоздарҙы, вирустар ҡапсыҡлы үрсем кеүек вируслы ауырыуҙы, биҙгәктәрҙе барлыҡҡа килтерә.
Инвазион ауырыуҙар талпандар, гельминттар, бөжәктәр тәьҫире арҡаһында барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, иң ябай йән эйәләре протооздар (нозематоз — йоғошло эс китеү), талпандар — арахноздар (акарапидоз, варроатоз) кеүек сирҙәрҙе тыуҙыра. Ауырыуҙарҙың ҡуҙғытҡыстары бөжәк организмына тире япмаһы аша (бәшмәктәр), эсәктәр һәм ҡарын аша (Америка һәм Европа сереге, нозема, вирустар) үтеп инә.
Инфекцияның төп сығанағы — ауырыу бал ҡорто ғаиләһе. Сирле ҡорттар шайыҡ һеләгәйе, тиҙәк массаһы менән трахея һәм тын алғыстар аша тышҡы мөхиткә, ә ауырыу инәләр — күҙәнәктәргә һалынған йомортҡалар аша ҡуҙғытҡыстар бүлеп сығара. Ауырыу бал ҡорто ғаиләһенән кәрәҙҙәр, бал, һитә, умартасы ҡулланған ҡоралдар, шулай уҡ умарта үҙе инфекция сығанағы булып хеҙмәт итә. Бал ҡорттарының ауырыуҙары тураһында Ивний Шафиҡовтың “Бал ҡортоноң наҙы бар” тигән китабында бик ентекләп яҙылған. Әле һеҙҙе бал ҡорттарының бары тик үтә ҡурҡыныслы һәм Башҡортостанда йыш осрай торған ауырыуҙары менән генә таныштырып китмәксебеҙ.
Талпан (варроатоз)
[үҙгәртергә]Бал ҡорттарының ҡурҡыныслы инвазион ауырыуы ул. Ҡарышлауыҡтарҙы, ҡурсаҡтарҙы, өлкән эшсе ҡорттарҙы, әре ҡорттарҙы зарарлай. Ауырыуҙы Варроа Якобсони талпаны барлыҡҡа килтерә (ғалим Эдвард Якобсони ошо талпанды тапҡас, уның исемен ҡушҡандар). Уны тәү башлап 1960 йылда Ҡытайҙың көньяғында белеп ҡалалар. Быға тиклем варроа талпаны бал бирә торған ҡорттарҙы зарарламаған. Әммә 1904 йылда тәүге тапҡыр Ява утрауында ҡырағай һинд ҡорттарының паразиты булараҡ һүрәтләп яҙыла, тик ул яңылыш браула (ҡорттар бете) тип ҡабул ителә. 50-се йылдар аҙаҡтарында, 60-сы йылдар баштарында был талпандың яңы расаһы барлыҡҡа килә. Ул бал йыйыусы ҡорттарҙа йәшәүгә яраҡлаша. Беҙҙең илдә был талпан тәүге тапҡыр 1964 йылда Приморье крайының Лесозаводск районында бер умарталыҡта асыҡлана. Приморье менән Хабаровск крайҙары умарталыҡтарында йылдам тарала башлай, ә унан Себер, Урал умарталыҡтарына ла барып етә, элекке СССР-ҙың Европа өлөшөн солғап ала. Башҡортостан умарталыҡтарында талпан (варроатоз) 1974 йылда тарала башлаған.
Ауырыу ғаилә ҡорттары тәнендә талпандарҙы ябай күҙ менән дә күреп була. Инә талпан һорғолт төҫтә була. Оҙонлоғо һәм киңлеге 1,1 х 1,8 мм самаһы, тары орлоғоноң көбөнә оҡшаш. Ата талпан һөт кеүек аҡ төҫтә, улар инә талпандарға ҡарағанда ике тапҡырға бәләкәйерәк. Талпандарҙың бөжәктәрҙән айырмаһы шунда: уларҙың дүрт пар аяғы бар.
Инә талпан йәй көнө бал ҡорто ояһында — ике-өс ай, ҡыш биш-алты ай йәшәй, оянан тыш алты-ете көн, үлгән эшсе ҡорттар, бал ҡорттары тәнендә һәм ҡурсаҡтарҙа — 11-16 көн, ә көпләп ҡуйылған үрсемдә 40 көнгә тиклем йәшәй ала. Үҫемлектәр сәскәһендә талпандың инәһе биш тәүлеккә тиклем йәшәй, ул бал ҡорттарына йәбешергә һәләтле.
Талпандар кәрәҙ күҙәнәктәрендә өлкән ҡарышлауыҡтар менән бергә үрсей, унда улар күҙәнәктәрҙе көпләгәндән алда инеп ҡала. Инә талпан, дүрт-һигеҙәр бәләкәй генә йомортҡа һалып, уларҙы күҙәнәктәрҙең стенаһына беркетеп ҡуя. Әре ҡорт күҙәнәгенә инә талпан йомортҡаларҙы эшсе ҡорт күҙәнәгенә ҡарағанда 16-20 тапҡырға күберәк һала. Йомортҡалар инә ҡорт ояһына ла (көбөгә) һалынырға мөмкин. Талпан инәһенең үҫеше һигеҙ-туғыҙ көн дауам итә, атаһының — ете көн. Уларҙың парлашыуы ҡорттар күҙәнәктәрҙән сыҡҡанға тиклем — ике-өс көн алда үтә. Ата талпандар парлашҡандан һуң оҙаҡламай үлә. Аталанған инә талпандар күҙәнәктәрҙән йәш ҡорт менән бергә, уның тәненә йәбешеп сыға. Ҡарышлауыҡлы күҙәнәктәргә талпан инәләре варроа менән зарарланған ҡорттар уларҙы ашатҡан саҡта эләгә. Талпандың инәләре эшсе ҡорттарҙың һәм әре ҡорттарҙың ҡарышлауыҡтарына, ҡурсаҡтарына зыян килтерә, уларҙың гемолимфаһы (ҡаны) менән туҡлана. Ә балды ашамай. Талпан бигерәк тә әре ҡорт үрсеме менән бергә күҙәнәктә ныҡ үрсей.
Көҙөн, күҙәнәктәрҙән һуңғы үрсем сыҡҡас, талпандар ҡорттарға күсә, эшсе ҡорттарҙың тәнендә ҡышлап яҙға тиклем йәшәй.
Ауырыуҙың төп билдәләре
[үҙгәртергә]Талпан менән ныҡ зарарланған умарталыҡтарҙа умарталарҙың ҡорттар осоп килеп ултырған таҡталарында, ерҙә лә эшсе ҡорттарҙың, әре ҡорттарҙың үлеп ятҡан ҡурсаҡтарын, үҫешеп етмәгән, ауырыу ғаиләләр ояһынан тышҡа сығарып ташланған йәш ҡорттарҙы күрергә мөмкин. Күпселектә зарарланған ҡарышлауыҡтар, ҡурсаҡтар үлә. Ҡорттар уларҙы тышҡа сығарып ташлап өлгөрмәй, эстә ятып ҡарая, серей. Ҡорттар күҙәнәктәрҙән ваҡ ҡына, зәғиф, үҫешеп етмәгән ҡанатлы, ҡайһы саҡта ҡанатһыҙ ҙа булып сыға, шунда уҡ ҡолап төшә. Көҙ һәм ҡышлау осоронда ҡорт ғаиләләре бик ныҡ тынысһыҙлана, ҡуҙғыған хәлдә була, ҡорттар умартанан осоп сыға ла үлә. Яҙғы-йәйге осорҙа ғаиләләр көсһөҙләнә, үрсемдең япмаһы тишкеләнгән була. Әгәр ҙә талпан менән бөтөнләй көрәш алып бармаһаң, ҡорттар ғаиләһе зарарланғандан һуң 2-3 йыл эсендә үлә. Диагнозды умарталарҙан әре ҡорт ҡурсаҡтарын күпләп сығарып ташлауға, ҡорттарҙың күпләп ҡойолоуына һәм үрсемдә, умартаның сүп-сарында тере талпандар булыуға ҡарап ҡуялар.
Көрәш саралары, дауалау
[үҙгәртергә]Талпандарға тәьҫир итеү буйынса ҡорттарҙы талпан ауырыуынан дауалау ысулдары зоотехник, физик, термик һәм химик алымдарға бүленә. Былар комплекслы ҡулланылғанда ғына һөҙөмтәһе яҡшы була. Бал ҡорттарын талпандан дауалау өсөн 200 төрҙән ашыу дарыу ҡулланалар, тик улар талпандарҙың үҫешен тотҡарлаһа ла, тулыһынса юҡ итеп бөтөрмәй. Көслө ғаиләләр тиҙерәк һауыға. Бөгөнгө көндә өс дарыу: апифит, апистан, бипин иң йоғонтоло һанала.
Апистан — сит илдән индерелгән дарыу, уны ҡулланыу бик ябай. 10 процент әүҙем матдә (флувалинат) оҙонса киҫәк формаһында сығарыла. Апистандың һөҙөмтәлелеге — 99-99,5 процент. Оҙонса киҫәктәрҙе ояның ике яғына, 3-сө һәм 4-се рамдар араһындағы йөрөү юлына, йәнәш кәрәҙҙәр араһына 30 тәүлеккә элеп ҡуялар. Бал йыйыу осоронда уны ҡулланмайҙар.
Бипин күберәк 1 мл-лы ампулала һатыла. Дарыуҙы (1 мл) 2 литр таҙа, тондоролған һыулы һауытта иретәләр, ныҡлап болғатып ҡатыштыралар. Бөтә үрсем сығып бөткәс, көҙ, һауа температураһы 0 градустан алып + 5 градусҡа тиклем булғанда, йәнәш кәрәҙҙәр араһындағы ҡорттарға 10 миллилитр күләмдә шприцтан һиптереп, бал ҡорто ғаиләһен эшкәртәләр. Бер умартаға, көсөнә ҡарап, 60-100 мл иретмә ҡулланыла, йәғни 2 литр иретмә 20-25 ҡорт ғаиләһен эшкәртеүгә етә. Иретелгән дарыуҙы әҙерләгән көндә үк ҡулланалар. Артып ҡалған иретмәне һаҡламайҙар, шуның өсөн уны таныш-белеш һәүәҫкәр умартасыларға шул уҡ көндө тотонорға биреүегеҙ яҡшы.
Эшкәртеүҙе ете көндән һуң ҡабатлайҙар.