Эстәлеккә күсергә

Мейестә бешкән картуф менән ит

Викидәреслек проектынан

...Эй, бер ҡыҙыҡ иҫкә төштө әле. Тыңлағыҙ! Бер йәй үтә ҡоро булып, ямғыр тамсыларын һаран ғына һипкән мәлдә, әтейем өй артындағы картуф баҡсаһына оҙон шланг ярҙамында һыу һиптерткес ҡоролма эшләп ҡуйҙы. Әйткәндәй, әтейемдең ҡулы оҫта уның. Бына нисә йыл инде рәхәтләнеп, комбайн , иҫке трактор тәгәрмәстәренән, запчастарынан үҙе ҡороп алған тракторы менән бесәнен дә, утынын да ташый. Йәш сағында дельтаплан яһап та осҡан кеше әле ул. Хатта үҙйөрөшлө, тәгәрмәсле, ЗИД моторы ҡуйып эшләнгән бысҡыһы ла бар ине мин бәләкәй саҡта. Уныһын әтейем урманға ағас бысырға барғанда йәйәү йөрөмәҫ өсөн эшләп алған булған. Бысыр алдынан тәгәрмәсен ала ла, әйҙә инде, рәхәтләнеп быса. Әнейем әйтеүенсә, хатта еләк йыйырға ла шуның менән йөрөгәндәр)

Ә! Һүҙем һыу һиптерткес хаҡында ине бит әле. Хәтәр йәтеш нәмә булып сыҡты ул, ток менән эшләй ине. Әтейем өйҙән дә сыҡмай ғына тоҡандырып ебәреүе була, һыу резина шлангтан аға ла башлай. Иң ҡыҙығы шунда, шланг ерҙә ятмай, ә төрлө хәрәкәттәр яһап, баҡса буйлап үҙ алдына йөрөй, йә бер урында туҡтап ямғыр яуған ише тирә-яҡты һыуға ҡойондора. Бер шулай, сәй эсеп ултырһаҡ, Хәҙисә инәй хәле бөтөп йүгереп килеп ингән: -Уй, Аллам, картуф баҡсағыҙҙа әллә нәмә ҡыбырлай, үрле-ҡырлы һикерә,-ти.

Уның аптырағанына үҙебеҙ аптырап, артынан йүгереп сыҡтыҡ. Ҡараһаҡ! Теге шланг хәс бейеүсе ҡыҙмы ни, һығылмалы хәрәкәттәр яһап, тирә-яҡҡа һыу һиптерә. Хәҙер иҫләһәң көлкө, ә ысынында кеше аптыратырлыҡ әйберҙәр эшләү оҫталығына эйә олатайығыҙ, тип, ҡулымдағы картуфты әрсей-әрсей улдарыма хәбәр һөйләйем. Ихтикәй, бына яңы ғына ауылға ҡайтып, бер тоҡ итеп алып килдек. Эй, картуф яратабыҙ бит беҙ! Бешереп тә, ҡыҙҙырып та, быҡтырып та ашайбыҙ. Күпме ашаһаң да, ялҡытмай бит ул. Өйҙә картуф бөтһә, ашарға бер нәмә лә юҡ һымаҡ. Ни генә тиһәгеҙ ҙә, хан һыйы инде ул картуф!

Шулай итеп, мейестә (духовкала) картуф менән ит ҡыҙҙырырға булып киттем әле. Йәтеш кенә быяла табам бар минең, шуны майланым да, ярым түңәрәкләп ҡырҡылған дүрт баш һуғанды йәйеп һалдым төбөнә. Һуғандың өҫтөнә йоҡаҡ ҡына итеп ҡырҡылған ус аяһындай һыйыр итен һалып сыҡтым, тоҙ, борос һиптем. Әйткәндәй, итте мин саҡ ҡына туң килеш ҡырҡам. Беренсенән, тигеҙ килеп сыға, махсус сүкеш менән йомшартып торорға ла кәрәкмәй, икенсенән, үтә ирегән сей иттән ҡурҡам))) Уй! Соус эшләргә оноттом да. Ҡана, йәһәт кенә уныһын да эшләй һалайым. Ике ҡалаҡ ҡаймаҡ йә майонезға ике ҡалаҡ томат соусы, булһа тәмләткестәр ҡушып бутайһың да, яртыһын ит өҫтөнә һылайһың. Ете-һигеҙ картуфты әрсеп, йоҡа ғына итеп түңәрәкләп ҡырҡып, шулай уҡ итттең өҫтөнә ике-өс ҡат итеп йәйгәс, тоҙ һибеп, ҡалған соус менән һылап ҡуйҙым. Иң аҙаҡтан, өҫтөн ҡурғаш менән ҡаплап, мейескә тыҡтым. Сәғәт ярым бешкәс, бер ун минутҡа ҡурғашын алып йәнә мейескә ҡуйып алдым. Их, тәме! Үҙ быуында бытлығып ҡына, шундай татлы булып бешкән. Ите ауыҙҙа иреп тора, картуфы хуш еҫле! Ашап туймаҫлыҡ! Бына шулай бәрәкәттә,муллыҡта, бер-берегеҙҙең ҡәҙерен белеп, һый-хөрмәттә генә йәшәгеҙ, дуҫтарым!

Гөлназ Ишемғолова