Металдар дауалай

Викидәреслек проектынан

Металдар дауалай

Шифаһы бар[үҙгәртергә]

Борон-борондан кешеләр металдарҙың дауалау көсөн белгән. Ниндәй сирҙәрҙән арындыра һуң улар?

Баҡыр[үҙгәртергә]

Яраның уңалыуын тиҙләтә. Ҡан тамырҙарын киңәйеүҙән һаҡлай. Дауаланыу өсөн 1961 йылға тиклемге (Сталин мәлендәге) йәки 1961 йылғы реформаның баҡыр аҡсаларын (2, 3 һәм 5 тинлектәрен) файҙаланырға кәрәк.

Уларҙы радикулит менән сирләгәндә билгә теҙеп һалалар һәм эт йөнөнән тегелгән билбау бәйләйҙәр. Әгәр кеше сирләһә, уның тәненә тейгән баҡыр ҡарая. Шуға уны тоҙло һыуға тоторға һәм таҙартырға кәрәк.

Баҡыр беләҙектәр ҡан баҫымын нормалләштерә, тик бының өсөн уны терһәк янында йөрөтергә кәрәк.

Аристотель баҡырҙың шешенеүҙән дауа булыуы, ө йәрәхәттәрҙе баҡыр пластинкалар ҡуйып төҙәтеп булыуы тураһында яҙып ҡалдырған. Рәсәй империяһында — бәрелгән, күгәргән урындарға баҡыр биш тинлектәр ҡуйғандар. Грузияла боронғо замандарҙа уҡ, Францияла бөгөнгө көндәрҙә лә баҡыр һаңғыраулыҡтан һәм миндаль һымаҡ биҙҙәрҙең ялҡынһьшыуынан дауа сараһы итеп файҙаланыла.

Баҡыр аппликация температураны төшөрә, ауыртыуҙы баҫа, көслө бактерицид үҙенсәлеккә эйә: ул һыу һәм матдәләр алмашыныуын, ҡан әйләнешен, йоҡоно яҡшырта, ҡанда инсулиндың тәьҫирен көсәйтә, нерв системаһын тынысландыра.

Баҡыр шулап уҡ күкрәктәге зарарһыҙ шештән, мастит, туберкулездан, хроник бронхопневмония, бронхит, отит, гаймориттан дауалай. Инфаркттан һуң хәлде яҡшырта, гастриттан, радикулит, холецистит, тире ауырыуҙарынан ҡотолорға ярҙам итә.

Ошо исемлек кенә лә баҡырҙың тәьҫир итеү ҡоласы ниндәй киң булыуын асыҡ күрһәтә. Шуныһын да әйтергә кәрәк, баҡыр ишетеү һәләтен тергеҙә, ҡолаҡ шаулауын, радиацияның зарарлы тәьҫирен кәметә, геморройҙан, ревматизмдан, артриттан дауалай.

Баҡырҙан нисек файҙаланырға һуң? Браслетты аяҡ-ҡулға кейәләр. Йөрәк ауыртһа, баҡыр пластинканы умрау һөйәге аҫтына ҡуйып, лейкопластырь менән беркетергә һәм 10 көн тоторға кәрәк. Тромбофлейбит булғанда баҡыр аҡсаларҙы табан аҫтына, аяҡ кейеменә, ойоҡбаш, ойоҡ эсанә ҡуйығыҙ.

Гаймориттан ҡотолоу өсөн баҡыр аҡсаны төнгә ҡаршы күҙҙән моронға табан, ә трахеобронхит булғанда муйынға ҡуйып, лейкопластырь менән беркетәләр.

Баҡыр аҡсаны ҡулланыр алдынан шымарта торған ҡағыҙ менән таҙартырға һәм утта яндырып алырға кәрәк.

Шуныһын да әйтергә кәрәк: күп нәмә кешенең психикаһына бәйле. Шул ук ваҡытта, баҡырҙы бәтә ауыртыуҙан да ҡотҡарыу сараһы тип иҫәпләргә лэ ярамай: берәүҙәргә ул ярҙам итә, икенселәргә тиҫкәре йоғонто яһауы бар. Теләһә ниндәй дарыу кеүек, уның менән мауыҡмаҫҡа, бәлки, уны организмдың индивидуаль үҙенсәлектәрен иҫкә алып ҡулланырға кәрәк.

Көмөш[үҙгәртергә]

Ҡысынма, оҙаҡ бөтәшмәй торған яра, йөрәктең йыш тибеүе менән яфаланғандарға ярҙам итә. Ашҡаҙан эшмәкәрлеген яҡшырта. Шуға күрә көмөш һауыт-һабаны йышыраҡ файҙаланырға тырышығыҙ.





Ҡорос[үҙгәртергә]

Быума сиренән дауалай. Бының өсөн һәр көн кейә торған аяҡ кейемегеҙгә юғары сифатлы ҡоростан эшләнгән пластинаны йәбештерегеҙ. Әгәр ундай пластина юҡ икән, ҡырыныу өсөн ҡулланыла торған ғәҙәти лезвие ла ярай.

Ҡурғаш[үҙгәртергә]

Оҙаҡ уңалмаған яра урынына ҡурғаш пластинаны бинт менән урарға кәрәк. Ҡурғаш окисын тәндең бәрелеп күгәргән урынына ла ҡуялар.

Тимер[үҙгәртергә]

Тимер тутығын виноград шарабы менән бутап, компресс итеп ҡуйып, ялҡынһынған тирене дауаларға мөмкин. Хроник рәүештә эс китеп, дизентерия менән сирләгәндә, күп күрем күргәндә тимерҙе утта ҡыҙҙырғансы тотоп, һыуға һалалар һәм ошо һыуҙы эсәләр.

Алтын[үҙгәртергә]

Әгәр уны күкрәктә йөрөтһәң, йөрәк йыш типкәндә ярҙам итә, ҡыйыуһыҙлыҡтан ҡотолдора. Ашҡаҙанға ла файҙаһы ҙур. Шуға күрә Һиндостанда, мәҫәлән, аҙыҡты йоҡа ғына алтын пленка менән ҡаплайҙар һәм уны шул килеш ашайҙар, йәки ауыҙҙа алтын аҡса тотоп торалар. Былай эшләгәндә - ашҡаҙан эшмәкәрлеге яҡшыра, ауыҙҙағы насар еҫтәр бөтә.