Мең дә бер күҙәтеүем/1-10
1-се күҙәтеүем
[үҙгәртергә]Бер күҙәтеүем. Үҙе юҡ саҡта һиңә башҡа кеше хаҡында насар һүҙ һөйләүсе һин юҡта башҡаға һине насарлап һөйләй. Баҡтиһәң, был күренеште "тел зинаһы" тип атайҙар икән.
2-се күҙәтеүем
[үҙгәртергә]Тағы бер күҙәтеүем. Һуңғы ваҡытта ҡатын-ҡыҙ тауышлы ир-ат йырсылар күбәйҙе. Был нимәгә икән?
3-сө күҙәтеүем
[үҙгәртергә]Ҡыҙым өй эсендә ҡыуыш ҡороп, диван йә карауат янына яҫтыҡтар терәп, өҫтөнә простынянан ҡыйыҡ ҡуйып өй яһап уйнарға ярата. Ҡыуышы-өйө эсенә иң яратҡан ҡурсаҡтарын индереп ҡуя. Шуныһы: үҙенең "аулаҡ" донъяһына бер кемдең дә аяғын баҫтырмай. Әле балалар баҡсаһына барыуҙан баш тартҡас ҡына аңланым: ул үҙенең бәхетле сабый, баласаҡ илен, әкиәт донъяһын ошо рәүешле һаҡларға теләй, хәҙерге йәшәйешебеҙҙең, өлкәндәр донъяһының ҡағиҙәләрен, ҡанундарын ҡабул итергә теләмәй, үҙенсә протест белдерә, бикләнергә теләй. Кешенең иң бәхетле мәле, заман теле менән әйткәндә, уның диснейленды - бәхетле сабый. бала сағы шул.
4-се күҙәтеүем
[үҙгәртергә]Урамдағы машиналар ағымындағы берәүһенең генә торбаһы ысҡынһа, глушителе эшләмәһә, саҡрымдарға һуҙылған ҡолаҡ тондорғос шатырҙаҡ хасил була. Әгәр ҙә барлыҡ машиналарҙың да глушителе булмаһа... Ул сағында кешеләр, ҡолаҡтары тоноп, ҡалаларҙан, улай ғына ла түгел, Ерҙән ҡасып бөтөрҙәр ине. Ә бит ул тауыштар яңғырай һәм фәҡәт торбалар тарафынан йотолоуы арҡаһында ғына беҙҙең ҡолаҡҡа килеп етмәй. Кешелекте иһә сабырлыҡ, түҙемлек һаҡлай, улар булмаһа, Ер шарының һәр урынында ла мәңгелек һуғыштар барыр, хаос башланыр ине...
5-се күҙәтеүем
[үҙгәртергә]Бөгөн 1 апрелдә сатирик шағирыбыҙ Буранбай Исҡужин мәрхүмдең бер һүҙен иҫкә төшөрөү урынлы булыр: "Ҡарап-ҡарап торам да, тормоштағы күп күренештәр башыма һыймай: әллә күренештәр үтә ҙур, әллә баш бәләкәй..." Мин иһә бер нәмәне аңлай алмайым: ни өсөн кешеләр күпләп дин юлына килгән һайын уларҙың араһында дошманлыҡ хисе көсәйә бара икән?
6-сы күҙәтеүем
[үҙгәртергә]Кеше асылы һөйләгән һүҙендә түгел, ә башҡарған ғәмәлендә күренә икән. 2014 йылдың 9 майында ғаиләм менән атаҡлы башҡорт йырауы, билдәле яҙыусы Спартак Илъясовҡа ҡунаҡҡа барҙым. 10 майҙа аҡай беҙҙе Әүештауҙағы әүлиә шишмәһенә алып барҙы. Унда беҙҙе сәйер күренеш ҡаршыланы: Силәбе өлкәһенән килгән әллә ниндәй ят кешеләр законһыҙ рәүештә тауға менә торған юлға машиналарын ҡуйып, килгән һәр кешенән аҡса түләтеп үткәреп торалар икән. Ҡулдарында документ-фәләндәре юҡ. Спарткак аҡай 10 минут эсендә тау итәгенә халыҡты йырҙыртты. Йөҙләгән кеше килде. Шундуҡ йыйынды башлап ебәрҙе һәм халыҡты тауыш бирҙерттереп “күршеләрҙең” ғәмәлен башбаштаҡлыҡ тип танып, уларҙы ҡыуып ебәрергә тигән ҡарар ҙа сығарттырҙы. Шунан өфәндәй буйлы иллеләп ир-ат тегеләрҙең юлға арҡыры ҡуйған машиналарын күтәреп алып соҡорға ташланы. Машина хужалары саҡ ҡасып ҡотолдо... Ана шундай ул Спартак аҡайыбыҙ! Уға уҙған йылдың 4 ноябрендә 75 йәш тулды. Мин уға арнап ошо шиғырҙы яҙҙым:
Спартак ихтилалы
Һәр саҡта ла ул йүнәлтә Тарихҡа иғтибарын. Ул башҡорттоң донъяһында Спартак ихтилалы!
Гел унлыҡҡа тейә уғы, Ҡоростай ихтыярлы. Тарих һабағын биреүҙә Спартак ихтилалы.
Гел еңеүсе, унда һис юҡ Еңелеү ихтималы. Рух көрәше феномены – Спартак ихтилалы.
Тауышында тарих илай, Моңдары “эх”, тимәле... Ул – Табын ҡағанатының Спартак ихтилалы.
Октябрҙәр кәрәк түгел Һәм уның инҡилабы. Барһа әгәр йөрәктәрҙә Спартак ихтилалы.
7-се күҙәтеүем
[үҙгәртергә]Бер тамсы никотин атты үлтерә, тиҙәр. Дөрөҫтөр. Уртаса алғанда, беҙҙең илдә сығарылған фильтрһыҙ сигареттарҙы әүҙем тартыусы ай самаһы ваҡыт эсендә бер атты үлтерерлек никотин һура. Йылына уртаса 12 ат килеп сыға. Үҙем иһә 15 йыл тарттым һәм үҙемдә 180 баш йылҡы малын үлтерҙем. 30 йыл тартыусы - 360, 45 йыл тартыусы 540 атты һәләк итә. Бына ҡайҙа китә милләттең көсө, әгәр ҙә ул "аттарҙы" һаҡлап ҡалып, дөрөҫ йүнәлеш биргәндә еребеҙ һәм донъябыҙ гөл баҡсаға әүерелер ине. Уйлап ҡарағыҙ: был бер тәмәкенең генә зыяны. Юҡҡа ғына Заря апай Бикташева тәмәкене "кеҫә Хиросима"һы, "кеҫә Нагасаки"һы тип атамай...
8-се күҙәтеүем
[үҙгәртергә]Ҡыҙым 1-се каналда Максим Галкин алып барған "Барыһынан да яҡшыраҡ..." ("Лучше всех") тигән программаны ҡарарға яратмай. Программаның балаларҙы сәмләндереү йәһәтенән ыңғай яҡтары, мотлаҡ, барҙыр, әммә мин уның зарарлы яҡтарын да түбәндәге сәбәптәрҙә күрәм:
1. Программаның "Барыһынан да яҡшыраҡ..." тип аталыуы ғына башҡа балаларҙың насар, артта ҡалған булыуына ишара һәм бындай билдәләмә балаларҙа кәмселек комплексын барлыҡҡа килтермәҫ, тип кем әйтә ала?
2. Телевизор аша бар донъяға күренгән балала тәкәбберлек сифаттары барлыҡҡа килмәүенә, уларҙың боҙолмауына ниндәй гарантия бар?
3. Халыҡта күҙ тейеүҙе "һоғо тейеү" (һоҡланыу энергияһы зарары) тип әйтеү бар. Ул балаларға күҙ теймәй, тип кем әйтә ала?
4. Вундеркинд, индиго һәм кристалик вибрацияға эйә балалар үҫеп еткәс тә, ябайҙарҙан ябайға әүерелә икән, был програманың маҡсаты бары тик шоуға ҡайтып ҡала һәм унда кескәйҙәр "тәжрибә ҡуяны" ролен башҡарырға тейешме?
9-сы күҙәтеүем
[үҙгәртергә]Телебеҙҙең ҡөҙрәте сикһеҙ! Хатта йәнәш килгән ике һүҙҙең урындарын алмаштырып ҡуйыу ҙа кешене шатлыҡ толпарына атландыра ала. Яңыраҡ кәйефе төшкән дуҫым килде. Ниңә улай күңелһеҙ йөрөүе хаҡында һорашҡайным: "Эй, эсем бошоп йөрөйөм әле", - тип яуапланы ул түбән тонда. Мин уға: "Тапҡанһың ҡайғырыр нәмә. Мына минең бошом эсеп йөрөй, әммә һис тә бирешмәйем", - тигәйнем, балтаһы һыуға төшкән дуҫым шарҡылдап көлөп ебәрҙе. Шатланып һөйләшеп торҙоҡ та, ишәгенән шатлыҡ толпарына күсеп атланып китеп барҙы.