Эстәлеккә күсергә

Мең дә бер күҙәтеүем/10-19

Викидәреслек проектынан

10-сы күҙәтеүем

[үҙгәртергә]

Ауыр, ҡыйын хәлгә ҡалған кешене йәлләү тойғоһо беҙҙең ил кешеһендә характер булараҡ нығынған. Беҙ хатта кемделер йәлләүҙән үҙебеҙгә кинәнес алабыҙ шикелле. "Бына бит, минән дә хөртөрәк йәшәгән, минән дә ауырыраҡ хәлгә тарыған кешеләр бар икән. Уларҙыҡы менән сағыштырғанда минеке әлхәм, Аллаға шөкөр", - тип тә уйлайбыҙ, буғай. Әлбиттә, тик Хоҙайҙан килгән мәрхәмәтлелек, шәфҡәтлелек тойғолары хаҡында был рәүешле итеп фекер йөрөтөү яҙыҡ, сөнки изгелек иҫәпкә, ниндәйҙер шартты үтәүгә ҡоролмай. Ул була йә булмай. Әммә беҙ кемделер йәлләгән саҡта тырнаҡ эсенә алынған уйҙарға барыбер ҙә биреләбеҙ. Кем белә, бәлки шөкөр итеү тап шулай булырға тейештер ҙә.

11-се күҙәтеүем

[үҙгәртергә]

Инфаркттан ҡасып буламы? "Аргументы недели" гәзитенең быйылғы 12-се һанында Михаил Смиренскийҙың академик Юрий Бузиашвилинан алған интервьюһы шулай атала. Баҡтиһәң, кешенең тыумыштан уҡ йөрәгенең нисә тапҡыр тибере программаға һалынып ҡуйыла икән. Кеше шунсама тапҡыр йөрәк ҡағышынан кәм йәшәй ала, артығын йәшәй алмай. Беҙ йүгергән саҡта, башҡа төрлө спорт менән шөғөлләнгәндә йөрәгебеҙ йышыраҡ тибә, тимәк күберәк йүгергән һайын үлемебеҙгә тиҙерәк барып етәбеҙ. Әгәр ҙә йөрәгебеҙ минутына норманан әҙерәк типһә, ул сағында инде ҡан төйөнсәләре барлыҡҡа килеп, шулай уҡ ғүмеребеҙ ҡыҫҡа булыуы бар. Ундайҙарға һәлпәндәп (бег трусцой) йүгереү файҙалы.

12-се күҙәтеүем

[үҙгәртергә]

Беҙ йыш ҡына кеше тәжрибә, аҡыл туплап бөткәс кенә, утыҡҡас ҡына хаҡлы ялға китә, тағы ла эшләй алыр ине әле, тигән үкенес белдерәбеҙ. Әммә был осраҡта фанилыҡ күҙлегенән генә сығып фекер йөрөтәбеҙ. Әммә, мәңгелек күҙлегенән сығып ҡарағанда, ысынлап тыуыу үлгәндән һуң башлана. Үлеү - йоҡонан уяныу, тигән бер аҡыл эйәһе. Мәшһүр Гете "Үлгәндән һуң тормош барлығына ышанмаған кеше хәҙер үк үле" тигән.

13-сө күҙәтеү

[үҙгәртергә]

Фатир хаҡтары уларҙың үҙҡиммәтенән нисә тапҡырға артығыраҡ икән? Белергә ине. Өфөләге хаҡтар АҠШ-тың ҡайһы бер ҡалаларынан юғарыраҡ тиҙәр. Шулайҙыр. Самалап ҡараһаң, нимә инде ул фатир: ике-өс машина йөгө ҡом да, шунсама кирбес, тиҫтәләгән тоҡ цемент та, өс-дүрт кубометр таҡта, бер центнер самаһы арматура, быяла, башҡа ваҡ-төйәк инде. Ҡыҫҡаһы, фатирҙың үҙҡиммәте, уҙа барһа, 100 мең һум самаһы барҙыр. Шулай булғас, ниңә шул тиклем ҡиммәт ул беҙҙә фатир? Бөгөн генә башҡа килеп һуҡты: фатирҙың хаҡы уны төҙөр өсөн киткән материалдарҙың хаҡы менән билдәләнмәй, сөнки шул фатирҙа йәшәү хоҡуғы шулай ҡиммәт тора. Хоҡуҡ хаҡы шулай. Әллә мин яңылышаммы икән?

14-се күҙәтеүем

[үҙгәртергә]

Ҡыҙымдың тыуған көнөнә бер ситлек эсенә ултыртып ике йырсы ҡош бүләк иттем: щеголь (көйәҙ һандуғас) менән чиж (һарыҡай турғай). Икеһе лә аталыҡ, ҡыҙым көйәҙ һандуғасҡа Арат, һарыҡай турғайға Дини исемдәре ҡушты. Тәүҙә Арат үҙен бик эре тотто. ризыҡҡа ла, һыуға ла, Диниға ла иғтибар итмәне. Дини иһә уның янында бөтөрөнөп-бөтөрөндө, ашарға саҡырҙы, Арат һаман битараф ҡалды. Бер нисә көндән һуң улар ролдәрен алмаштырҙы: Дини Арат кеүек һауалы ҡыланды, асыҡҡан Арат Дини хәлендә ҡалды, уның кеүек бөтөрөнә, берсә ризыҡтан ауыҙ итә, берсә һыу эсә. Тәүҙә был ике ҡоштоң һайрауҙарын айыра инем, бер ай үтеүгә Дини Аратса, Арат Динисә һайрай башланы, тағы ла бер ай үтеүгә уларҙың һайрау мелодикаһы бергә ҡушылып, ошондай абракадабра барлыҡҡа килде: спли-спли-спилууууууу, ццц-тр-тр-тррррррррррррр, дряв-дряв-дрявввввввввв, кавлин-кавлинннннн һ.б. Бына уларҙың бергә ултырыуына өс ай үтте һәм ҡоштар бөтөнләй һайрамаҫ булды. Уларҙы өс ай буйына күҙәтеп шундай һығымтаға килдем: Хоҙай бына ни өсөн айырым тел, йола, моң биреп халыҡтарҙы барлыҡҡа килтергән! Әлбиттә, кешелекте һаҡлап ҡалыр өсөн! Тимәк һәр милләт үҙ йәшәү мөхитендә асылын һаҡлай ала.

15-се күҙәтеүем

[үҙгәртергә]

Әҙәм балаһының тәбиғәте шундай: ул бар нәмәгә лә хужа булырға ынтыла. Ризыҡты үҙ аҡсабыҙға һатып алғас, уға үҙебеҙ хужа. Әммә ризыҡ ҡорһағыбыҙға төшөп ятҡас, ул хужа: беҙгә энергия биреп төрлө ғәмәлдәр башҡарта, сифатһыҙ булһа, ауырыуға һабыштыра, кеше артабан шул ризыҡтың ҡоло булып, ҡайҙалыр эшләргә, аҡса табырға мәжбүр. Ризыҡтар араһында иң зәһәр ҡол биләүсеһе – араҡы, ул кешенең эсенә ингәс, яман уйҙар уйлата, хатта енәйәт эшләтә. Беҙ – әйбер ҡоло, хәҙерге замандың иң хәтәр ҡол биләүселәре – автомобиль, кеҫә телефоны һәм Интернет. Беҙ хатта үҙебеҙҙең тәнебеҙгә лә, йәнебеҙгә лә хужа була алмайбыҙ. Тәнебеҙ ергә ашлама булып китә, йәнебеҙ Хоҙай хөкөмөндә ҡала. Фәҡәт тик рухыбыҙға, милли булмышыбыҙға ғына үҙебеҙ хужа була алабыҙҙыр ул. Барлыҡ ҡоллоҡтарҙан азат булыуҙың берҙән-бер юлы – Аллаһ ҡоло булыу! Уның ҡолон бер кем дә, бер нәмә лә ҡол яһай алмай, Унан ҡурҡҡан бәндә башҡа бер кемдән дә ҡурҡмай!

16-сы күҙәтеүем

[үҙгәртергә]

Йыш ҡына шундай һорауға яуап эҙләйем: әгәр ҙә халҡыбыҙ үҙ тарихында анауындай фажиғәләргә тарымаһа, уның ниндәйерәк йырҙары тыуған булыр инек икән? Моғайын, “Сыңрау торна”, “Урал” йырҙары һымаҡтыр. Ә инде заман йырҙарына килгәндә, улары, моғайын да, сая ир-уҙаманыбыҙ Марат Йәғәфәровтыҡына оҡшаған булыр ине. Мин уның йырҙарын ҡабат-ҡабат тыңлайым да, һоҡланып бөтә алмайым. Шундайын иркенлек, киңлек бар уларҙа, йән азатлығы бар йырҙарында, бәхетле кешенең, бәхетле халыҡтың аһәңе һыйған Мараттың "йә-йә-йә" (беҙ уҙған быуаттың 90-сы йылдарында Маратты һәм уның йырҙарын шаяртып шулай атаныҡ) һуҙымдарына. Шуға иманым камил: бәхетле һәм бәхеттең ҡәҙерен белгән кеше генә аңлай алалыр уларҙы. Улар – киләсәк йырҙары, баһаһы ла, Аллаһ бойорһа, шул заманда бирелер. “Ҡымыҙ” йырын ғына алып ҡарайыҡ: уны тыңлағанда сүллек буйлап сарсап килгәндә һалҡын, күпереп торған һаумал ҡымыҙҙы ауыҙ иткәндәй булаһың. Афарин, Марат, тик ниңәлер һуңғы ваҡыт яңы йырҙары ишетелмәй...

17-се күҙәтеүем

[үҙгәртергә]

Бөгөн “Юлдаш” радиоһы егеттәре “Ленинды күмергәме-юҡмы?” тигән темаға һөйләшеү ойошторҙо. Тауыштар 50-50 самаһы менән уртаға бүленде. Мин уның һаман да ерләнмәүен илебеҙҙең һаман да үҙ юлын таба алмауында күрәм. Беҙҙең менталитет һаман да баҡыйлыҡҡа күсеүсене ер өҫтөндә ҡалдыралыр. Кем белә, бәлки олигархтар киләсәктә уның кәүҙәһен үҙҙәренең байлығын һаҡлап ҡалыр өсөн файҙаланыр, бәлки шуның өсөн дә тоталарҙыр. Ҡытай халыҡ республикаһы парламентында, мәҫәлән, 3 мең депутаттың барыһы ла долларлы миллиардер. Мин иһә ошо дүрт юллыҡты яҙҙым: Ильичты, тим ерләмәйсә Ҡотолмаҫ күңел бәйҙән. Аллаһ берәү, тик Ул ғына Үлмәй ҙә, күмелмәй ҙә.

18-се күҙәтеүем

[үҙгәртергә]

Беҙ һәр ваҡыт кемделер йәлләйбеҙ, ярҙам итәбеҙ, бынан “минән дә ауырыраҡ хәлдәге кеше бар, минеке шөкөр”, тип күңел тыныслығы табабыҙ. Ошоно файҙаланып аҡса эшләүселәр ҙә бар. Бер көн “Мир” фирмаһы туҡталышында бер егет: “Яңы ғына төрмәнән сыҡтым, Черниковкаға ҡайтып етерлек аҡса кәрәк, ярҙам итегеҙ?”- тип ялбарҙы. Юллыҡ аҡса бирҙем. Иртәгеһенә тағы ла шул ерҙә үк йөрөп ята егетем. Был юлы: “Мине талап киттеләр, юллыҡ аҡса бирегеҙ?”- тигәйне, мин уға: “Нимә, һин кисәнән бирле ҡайтып етә алмай йөрөйһөңмө?”- тигәйнем, шылғаяҡ ҡапыл юҡҡа сыҡты. Ситкәрәк киттем дә, туҡталышты күҙәтә башланым. Мине киткән тип белеп, егет тағы пәйҙә булды ла, һорана башланы. Яҡынса 5 минут самаһы ваҡыт эсендә 10-лаған кеше янына барып, шуларҙың яртыһын ышандырып, күпмелер аҡса һыға алды был. Автобуста йөрөү хаҡы 25 һумлығын иҫәпкә алғанда, теоретик яҡтан, яҡынса 1 сәғәттә 1500 һум, 10 сәғәттә плюс-минусы менән 10 мең, 1 айҙа 300 мең һум аҡса йыя алыры шикһеҙ. “Аграр университет” туҡталышының ер аҫты үткәлендә бына 3 йыл инде бер кеше хәйер һорашып ултыра. Яҙлы-көҙлө, йәйле-ҡышлы миҙгелгә ҡарап ыҫпай кейенә ул, термос менән сәй эсә. Ҡыҫҡаһы, илебеҙҙә яңы һөнәр эйәләре барлыҡҡа килә...

19-сы күҙәтеүем

[үҙгәртергә]

Һәр яңы нәмә күптән онотолған иҫке, донъяла яңылыҡ юҡ, тиҙәр. Шулайҙыр. Мәҫәләнгә миҫал өсөн Интернетты алайыҡ. Элек ул ни рәүешле булды икән? Кешеләр араһындағы мәғлүмәти-сәнғәти-мәҙәни-социаль бәйләнеш функцияһын беҙҙең халыҡта зат (нәҫел, ырыу) институты үтәгән. Ырыу башлығы, аҡһаҡал Интернеттың системный администраторы функцияһын башҡарған, беҙ туғанлыҡ менән берҙәм, татыу, көслө булғанбыҙ. Тимәк Интернет беҙгә онотолоп барған зат институтын тергеҙергә булышлыҡ итеүсе бынамын тигән сара. Тик уның бер генә кире яғы бар шикелле: мөнәсәбәттәр тик виртуаллектә генә тороп ҡалмаһын ине, сөнки беҙ Интернет аша “дуҫ” булғандар менән осрашҡан саҡта: “Ә, таныным, беҙ бит дуҫтар, ярар, мин һиңә яҙырмын, лайк ҡуйырһың, репост яһарһың...”- тип тиҙерәк хушлашыу яғын ҡарайбыҙ.