Мең дә бер күҙәтеүем/110-119
110-сы күҙәтеүем
[үҙгәртергә]Германияла балаһы бер көн мәктәпкә бармаһа, ата-әсәһе 200 евро, икенсе көнөнә тағы бармаһа - 400 евро штраф түләй икән. Штраф хаҡы артабанғы көндәр өсөн арта бара. Тик ауырыу сәбәпле справка килтергән осраҡта ғына штраф түләнмәй. Күреүегеҙсә, уларҙа закондар ҡаты, әммә ғәҙел. Иң мөһиме белем был илдә гарантиялы: йәш кеше үҙенә һайлаған һөнәр буйынса махсус урта йә юғары белем алғандан һуң мотлаҡ рәүештә шуның буйынса эшләргә бурыслы. Беҙҙә иһә белем менән тормош бер-береһенән шул тиклем алыҫлашҡан, уларҙы беректерер өсөн, ай-һай, революциялар кәрәк булыр ул.
111-се күҙәтеүем
[үҙгәртергә]Эсеүемде ташлауым хаҡында яҙмаларым "Ағиҙел" журналында баҫыла башлағас, шылтыратыусылар, осрашҡанда фекерҙәрен әйтеүселәр күп булды. Хатта бер апай үҙ ауылында урамдағы халыҡҡа ҡысҡырып уҡыған икән. Был яҙмаларым "Киске Өфө" гәзитендә өс тапҡыр баҫылды, 3 мең тираж менән китап булып сыҡты.Тик шуныһы: сираттағы тапҡыр донъя күргән һайын өр-яңыса ҡабул итәләр, ниндәйҙер бер мәғәнәүи әһәмиәтен әйтәләр. Рәхмәт! Хеҙмәтем бушҡа китмәгән икән. Буранбай Исҡужиндың эскелеккә ҡаршы көрәшеү буйынса бер тәҡдиме иҫкә килеп төштө. Ул: "Эскән кешене әрләргә ярамай, киреһенсә, маҡтарға кәрәк. Әрләгән кеше ҡарышып киреһен эшләй, ә эскәне өсөн маҡталған кеше оялышынан йә ғәрлегенән ташлаясаҡ", - тигәйне үҙенә хас стилдә. Ә бына Илшат Ситдыҡов Баймаҡ тәжрибә хужалығында директор булып эшләгәндә эсергә яратыусыларҙы машинаһына ултыртып алып китеп, ауылдан 30-40 саҡрым алыҫлыҡта ҡалдырып китә торғайны. Тәжрибә хужалығы етәксеһенең был тәжрибәһе ыңғай һөҙөмтәләр ҙә биргән.
112-се күҙәтеүем
[үҙгәртергә]Быйылғы йәйҙе көтөү Рәсәйҙә яҡшы тормош башланырын көтөүгә ныҡ оҡшаған. Йәй ҙә башланыр, көҙ ҙә етер, ғүмер ҙә үтер һымаҡ. Хәсән Назарҙың бер шиғыры иҫкә төшә: Әле йәшәй башламаным, Көлдөм, уйнаным ғына. Иртән йәшәй башлармын, тип Бары уйланым ғына...
113-сө күҙәтеүем
[үҙгәртергә]"Ромир" тикшеренеү холдингы мәғлүмәттәре буйынса рәсәйлеләрҙең 92 проценты пенсия реформаһына ҡаршы, тик 8 проценты ғына ризалыҡ белдергән. 8 процентты 18-24 йәшлек граждандар тәшкил итә. Йәштәрҙең был йәһәттән ҡарашы аңлашыла, улар үҙҙәрен әле ниндәй хәлдә тойоуынан сығып фекер йөрөтә. Мин дә үҙемдең бер күҙәтеүем менән уртаҡлашҡым килә. Пенсияға тиклем тырышып, дәртләнеп эшләгән, янып йәшәгән күп кенә олатай-ағайҙар хаҡлы ялға сыҡҡас, ҡапыл ҡан баҫымдары күтәрелеп йә башҡа сәбәптән баҡыйлыҡҡа күсте. Әүҙем тормош позицияһы, физик хәрәкәттәр етешмәүе, артабан йәшәүгә стимулдың кәмеүе, күрәһең, ғүмерҙе ҡыҫҡартыусы сәбәптәр булып торалыр бында. Бәйгелә ярһып килгән атты ла бит ҡапыл туҡтатмайҙар, йөрөтәләр.
114-се күҙәтеүем
[үҙгәртергә]Кәйефегеҙ булмаһа күккә ҡарағыҙ. Нимә күренә унда? Сикһеҙлек! Ә сикһеҙлектең аръяғында? Тағы ла сикһеҙлек! Аръяғының аръяғында? Тағы ла сикһеҙлек... Хоҙай бар иткән ғәләмдә секундына меңәр-меңәр Ер кеүек һәм унан да ҙурыраҡ планеталар юҡҡа сығып, тағы ла шунсамаһы барлыҡҡа килеп тора. Ғалимдар шул планеталар араһында тере йән эйәләре йәшәгәндәре лә барлығы хаҡында белдерҙе. Тимәк килер бер көн Еребеҙ ҙә бер секунд эсендә шул меңәр-меңәр планеталар яҙмышына тарыясаҡ. Ерҙең һәләк булыуына ғәләмдә бер кем дә ҡайғырмаясаҡ. Бары тик икенсе бер планетала беҙҙең кеүек күкте күҙәткән егет менән ҡыҙ беҙҙең һәләкәтте йондоҙ атылыуға ғына тиңләйәсәк. Улар был хәлде үҙҙәренең һөйөүе яралыуы тик кенә атаясаҡ. Ни бары! Сикһеҙлек һәм ғәләм алдында Ер кешеләре: ундағы президенттар ҙа, ғалимдар ҙа, эшселәр ҙә — барыһы ла хатта бер сүптең миллиардтан бер өлөшө лә түгел. Беҙ ҙә мәңгелек һәм сикһеҙлек алдында бөтөнләй юҡбыҙ. Шулай булғас, ниңә ҡайғырырға һуң беҙгә? Йылмайығыҙ!
115-се күҙәтеүем
[үҙгәртергә]Яңыраҡ бер апай менән танышҡайным. Ире вафат булып ҡалған, балалары юҡ, төкәтмәле туҡалаҡ өйөндә яңғыҙ йәшәй. Барлыҡ йорт-йыһаздарынан апай өсөн иң затлыһы — иҫке генә радиоалғыс. Тәүлек әйләнәһенә "Юлдаш" радиоһын тыңлай. "Алай ҙа ул бар, "Юлдаш менән йәшәйем, "Юлдаш" менән сәй эсәм, "Юлдаш" менән йоҡларға ятам, "Юлдаш" менән йоҡлайым, "Юлдаш" менән уянам..." — тине апай. Тоттом да апайҙың ошо һүҙҙәрен "Юлдаш"тың ватсабына яҙып ебәрҙем. Яңғыраны. Үткән ял көндәрендә тыуған ауылына барҙым. Нимә күрҙем тинегеҙме? Эйе, туғандары апайҙың өйөн һүтеп, өр-яңынан йорт төҙөй башлағандар. Апай күренмәй. Күршеләренән һораштым. Баҡтиһәң, апайҙың "Юлдаш"ҡа сәләмен туғандары ла ишетеп: "Беҙҙең туғаныбыҙ хаҡында радионан бар республикаға һөйләнеләр, уны хөрмәт итәләр, беҙ ҙә уларҙан ҡалышмайыҡ", — тип намыҫланып үҙ иҫәптәренә йорт төҙөй башлағандар икән. Апайыбыҙ көнө-төнө "Юлдаш"ҡа рәхмәттәр уҡып намаҙ уҡый икән.Билдәле сәбәптәр арҡаһында апайҙың исемен, ауылын яҙмаҫҡа булдым.
116-сы күҙәтеүем
[үҙгәртергә]Бөгөн "Юлдаш" радиоһы егеттәре ауылда йәшәүселәрҙең ҡалалағы туғандарына ҡунаҡҡа килеүе хаҡында ҡыҙыҡлы һөйләшеү ойошторҙо. "Ауыл-ҡала, ҡала-ауыл" мөнәсәбәтенә бәйле бер күҙәтеүемде яҙып үтәйем. Ҡалала йәшәүселәр командировкаға, башҡа йомош менән ауылға барһа, урында йәшәүселәрҙең кемеһе булһа ла уларҙы өйөнә саҡырып ҡунаҡ итеп, кәрәк икән мунса яғып төшөрә, йоҡлатып сығара. Хәҙер инде шул ҡунаҡсыл ауыл кешеһе ҡалаға килеп үҙендә ҡунаҡ булыусы менән осрашһа, "ҡунаҡ ашы - ҡара-ҡаршы" тигән йола үтәлмәй, йәғни ҡала кешеһе был осраҡта үҙен ҡунаҡ итеүсене фатирына саҡырыуҙы кәрәкле тип тапмай. Тағы ла шуныһы ҡыҙыҡ: был осраҡта ауыл кешеһе ҡала кешеһенең был ҡылығына тыныс ҡарай. Ошо хәл-күренеште, әбйәлилдәр әйтмешләй, аңдай алмайым. Буранбай ағай әйтмешләй, "әллә күренеш үтә ҙур, әллә баш бәләкәй"...
117-се күҙәтеүем
[үҙгәртергә]Футбол буйынса Рәсәй Федерацияһы йыйылма командаһы Испанияның командаһын ҡыйратып, сирек финалға сыҡты. Күптәрҙе шундай һорай борсой: юғары оҫталыҡ менән комбинациялы уйнаған команданы беҙҙекеләр нисек еңә алды һуң? Белгестәр иҫәпләүенсә дөйөм уйын мөҙҙәтенең 76 процент ваҡытында туп испан уйынсылары ҡарамағында булған. Һәр төрлө дәлилгә ҡаршы дәлил килтереп була, һәр сағыштырыу аҡһай, тиҙәр. Мин иһә ике нәмәне иҫемә төшөрҙөм:
1.Шағир Дамир Шәрәфетдиновтың "Тик шуныһы, көтөү боролғанда алға сыға малдың аҡһағы..." тигән шиғыр юлдары бар.
2.Ҡасандыр Рәсәй боксерҙары Японияның каратэ оҫталары менән һуғышып ҡараған һәм һәр осраҡта ла еңгән, тиҙәр.
118-се күҙәтеүем
[үҙгәртергә]Ошоға тиклем пианиноға йырлаған, бейегән, икенсе музыка ҡоралында ҡушылып уйнаған кешеләрҙе күргәнем бар ине. Бына быныһын үҙ ғүмеремдә тәүге тапҡыр күреүем: пианиноға ҡушылып илаусы малайҙың исеме Рамаҙан булыр — Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылынан Иҙрис һәм Тәнзилә Ноғомановтарҙың ейәне!
119-сы күҙәтеүем
[үҙгәртергә]1998 йылдың 19 июленән 20 июленә ҡараған төнөндә "Шешәбикә"не талаҡ әйтеп айырғайным. Бөгөн теүәл 20 йыл. Хоҙай 20 йыллыҡ ғүмер бүләк итте. 7300 көн. 175200 сәғәт. 10512000 минут. Шул ваҡыт арауығында кемгәлер аҙ ғына булһа ла яҡшылыҡ эшләгән булһам, ҡыуанысым сикһеҙ. Кемделер үҙем белеп тә, белмәй ҙә үпкәләткән, рәнйеткән булһам, көйөнәм һәм уларҙан ғәфү үтенәм!