Эстәлеккә күсергә

Мең дә бер күҙәтеүем/130-139

Викидәреслек проектынан

130-сы күҙәтеүем

[үҙгәртергә]

Һуңғы ваҡытта матбуғатта, социаль селтәрҙә ҡайҙандыр "иман-сәй" тигән төшөнсә пәйҙә булды. Уның урыҫсанан "Иван-чай"ҙан (болануттан)өноҡшашлыҡ принцибы буйынса алынғаны бәхәсһеҙ. Әйтергә кәрәк, дөйә муйынынан ҡырыныраҡ был хәл. Мәшһүр шағирыбыҙ Аҡмулла үҙенең "Нәсихәттәр"ендә "иман" менән "Иван" һүҙҙәрен бер строфала түбәндәгесә килтерә: "Иң әүүәл кәрәк нәмә — иман, тигән... "Иман шарты"н өйрәнмәһә — Иван, тигән..." Йәғни бында был ике һүҙҙе шағир әйтергә теләгән фекерен көсәйтер өсөн йәнәш ҡуя һәм ул үҙ-үҙен аҡлай. "Иман" менән "сәй" һүҙҙәре һис бер осраҡта ла йәнәш килә алмай, хатта болануттың "хәҙрәт үләне" тигән варианты булған осраҡта ла, сөнки предмет менән уның аныҡлаусыһы икеһе ике төрлө категориялағы һүҙҙәр. Әгәр ҙә был мөмкин булһа, тиҙҙән тағы ла "намыҫ үләне", "выждан япрағы" тигән һүҙбәйләнештәр барлыҡҡа килмәҫ тимә.

131-се күҙәтеүем

[үҙгәртергә]

Парикмахерҙар көнө уңайынан "Юлдаш" радиоһы егеттәре ҡыҙыҡлы һөйләшеү ойошторҙо. Афариндар! Шул уңайҙан бер ҡыҙыҡлы, бер ғибрәтле була яҙған (бәлки булғандыр ҙа!) хәл иҫкә төштө. Ҡыҙыҡлыһы. Буйтым ғына булған берәү сәс алдырып ултыра икән. Парикмахер тегенең яңылыш ҡолағының осон ҡырҡып, инәү һалған. "Ғәфү ит, ҡолағыңдың осон ҡырҡтым", тигән ҡобараһы осҡан сәс алыусы. Уның ҡарауы, клиенты: "Ҡайһы ҡолағымдың осон, уңынмы, һулынмы?"- тип һораған тыныс ҡына. Ғибрәтлеһе. Бер ағайҙың көтмәгәндә сәсе ҡойолған. Өфөгә килеп ике ай дауаханала ятып, түләүле операция ярҙамында башының тиреһенә уйымсыҡтар эшләтеп, яһалма сәс ҡуйҙыртҡан. Дауахананан сыҡҡас поезға байтаҡ ваҡыт ҡалғанға күрә баш ҡалала йәшәүсе хеҙмәттәшенә барған. Осрашыу хөрмәтенә йолаһына тап килтереп байрам иткәндәр, бер юлы "сәсен" йыуғандар. Аҙаҡ трамвайға ултырып вокзалға киткән. Барып төшөүенә милиция работниктары уны эләктереп тә алған. Ағай үҙенең "характерын" да күрһәткәндер инде, уны 15 тәүлеккә ябып ҡуйғандар. Ябыр алдынан сәсен алырға булғандар. "Алмағыҙ, ул минең сәсем түгел", тип үтенгәс: "Ә-ә-ә, һинеке түгелме, урланыңмы?",- тип тегеләр оторо ҡыланған. Ҡыҫҡаһы, ағай тап-таҡыр көйө ҡайтып киткән. Уның ҡарауы, күпмелер ваҡыттан уның үҙ сәстәре үҫеп сыҡҡан, имеш.


132-се күҙәтеүем

[үҙгәртергә]

Атайым Халис улы Ғүмәр хажи үҙ ғүмерендә мине бер тапҡыр ғына һыу эскеһеҙ итеп әрләне. Ҡайышын алып ярһа, еңелерәк булыр ине, тип тә уйлағайным. Сәбәбе: үткән быуаттың 90-сы йылдар башында йәшлек максимализмы менән яҙған "Йәшлек" гәзитендәге "Беҙ барыбер мәжүси" тигән мәҡәләм өсөн.

133-сө күҙәтеүем

[үҙгәртергә]

Ҡыш атҡа сана егеп урманға утынға йә бесәнгә барғанығыҙ булдымы? Мин барҙым. Урманға йүнәлгәндә ат бауырынан көрт ярып урман юлын үтергә тура килә. Иң еңеле — ҡайтыуы. Утын тейәһәң дилбегәне йөккә нығытаһың да, үҙең сана артынан тыр-тыр эйәрәһең. Бесәнгә барһаң, бигерәк уңай. Йомшаҡ бесән өҫтөнә һуҙылып ятаһың да, күккә ҡарап йырлай-йырлай ҡайтаһың. Был осраҡта дилбегә менән ат ҡыуыуҙың, тегеләй-былай бороуҙың хәжәте лә ҡалмай. Малҡай килгән саҡтағы әҙер юлдан атлау-юртыуын үҙе белә. Ҡайһы ваҡыт ойоп та киткеләйһең, ул сағында инде ауылға ат үҙе алып ҡайтып еткереп, ҡапҡаға тәртә осо "дыңҡ" итеп ҡалғас ҡына уянаһың, кирелеп-һуҙылаһың... ...Ауыл тормошоноң ошо бәләкәй генә күркәм күренешендә оло фәлсәфә ята. Атап әйткәндә, "бумеранг ҡануны". Беҙҙең башҡаларға ҡарата ҡылған ғәмәлдәребеҙ, әйткән һүҙҙәребеҙ барыһы ла үҙебеҙгә кире әйләнеп ҡайта. Урманға барған саҡта үҙе ярған әҙер юлға баҫып ауылға ҡайтҡан ат һымаҡ...

134-се күҙәтеүем

[үҙгәртергә]

"Юлдаш"радиоһы егеттәре ҡыҙыҡлы теманы ҡуҙғатты. Баҡтиһәң, ниндәйҙер бер депутатмы шунда, балаларға тәм-томдо һатыуҙы тыйыу хаҡында закон сығарырға тәҡдим итә икән. Беҙ бала саҡтан алып тыйыуҙарҙың нимәгә алып килгәнлеген бик яҡшы беләбеҙ. Өлкәндәр өсөн генә ҡарарға яраған кино килһә, афишаға "Кр.дет до 16 лет"тип яҙһалар, беҙҙең йөрәктәр дөпөлдәп, күңелдәргә ут ҡабып, күҙҙәребеҙ йызлай башлар ине. Клуб тәҙрәһе ашамы, башҡа ектәнме, нисек етте шулай итеп тыйылған фильмды ҡарарға ынтылдыҡ. Совет осоронда сит ил радиоканалдарынан тапшырыуҙар тыңлау, видеофильмдар ҡарау ҡәтғи тыйылды. Бының өсөн хатта енәйәт эше лә ҡуҙғатылды. Һөҙөмтәлә, нисек кенә тыйылмаһын, сит ил идеологияһы барлыҡ сиктәрҙе үтеп, СССР-ҙы тарҡатты. Бында барлыҡ сәбәптәр менән бергә "ТЫЙЫУ" ҘА ҙур роль уйнаны. Нимә генә тимә — "Тыйылған татлы була!". Хәҙер килеп — татлы тәм-томдо тыйһаҡ, ниндәй һөҙөмтәгә алып килерен күҙаллауы ҡыйын түгел. Һөҙөмтәһе татлы булмаясаҡ!

135-се күҙәтеүем

[үҙгәртергә]

Рәшит ағай Солтангәрәевтың юҡлығы һуңғы ваҡыт ныҡ һиҙелә. Ул һәр ситуацияның башҡаларға күренмәгән яғын тотоп алып, шунан лаҡап яһау ҡөҙрәтенә эйә ине. Шундай хәтирәләрҙең береһе. 1989 йылда мин әрменән ҡайтҡас, "Ағиҙел" журналының баш мөхәррир вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рәшит ағай Рәмил Ҡолдәүләт менән икебеҙҙе эшкә алды. Эш аҙағында беҙ ултырған бүлмәгә дуҫтарыбыҙ йыйылып китте: Рәис Түләк, Ғәбиҙулла Зарипов, Марсель Искәндәр, Рафиҡ Ҡунаҡбаев, Дамир Шәрәфетдинов. Рәшит ағай килеп инде лә: "Егеттәр, иртәгә минең баҡсаға ҡоҙоҡ ҡаҙырға бараһығыҙ",- тип һәр ҡайһыбыҙға бармаҡ менән төртөп "Һин бараһың, һин бараһың.." тип әйтеп сыҡты ла, иң һуңынан Дамирға килеп еткәс: "Һин дә бараһың, картуф булһа ла әрсеп ултырырһың", - тип өҫтәп ҡуйҙы. Иртәгәһенә "Ял кафеһы" туҡталышындағы баҡсаһына барҙыҡ. Хужа үҙе лә килде. Ҡулында ҙур портфель, эсендә ҡаты-мытыһы ла, ризыҡ та туп-тулы. Ул портфелде ултыртып, эш ҡоралдарын күрһәтте лә, эшем бар, кискә ҡоҙоҡ әҙер булһын, тип китеп тә барҙы. Беҙ эште ҡоҙоҡ ҡаҙыуҙан түгел, "портфелдән" башланыҡ. Көн тәҡәтһеҙ эҫе ине. Эйе, картуфты Дамир әрсене, ҡоҙоҡто ла бер үҙе тиерлек ҡаҙҙы.

136-сы күҙәтеүем

[үҙгәртергә]

Донъяла иң ауыры сәбәпһеҙ кәйефең ҡырылыуҙан һаҡланыуылыр ул. Бындай саҡта беҙ ошондай хәлебеҙҙең сәбәбен, ғәйеплене ситтән эҙләй башлайбыҙ, башҡаларҙың да кәйефен ҡырабыҙ. Йәшәй-йәшәй шуға инана киләм: сәбәбе үҙебеҙҙә, дөрөҫөрәге, ҡәлебебеҙҙә Хоҙайға урын ҡалмай барыуында. "Урман айыуҙы һаҡлаған кеүек айыу ҙа урманды һаҡлай" ти халыҡ. Ысынлап та, айыуы бар урманға кем ҡурҡмай инер? Әгәр ҙә беҙ йөрәгебеҙҙә Хоҙайҙы һаҡлаһаҡ, Ул да беҙҙе һаҡлар! Иншалла!

137-се күҙәтеүем

[үҙгәртергә]

Һүрәткә ҡарағыҙ. Унда ҡарағай ҡайынды ҡосаҡлаған. Тәбиғәт ҡанунына ҡаршы барып булмай шул. Ҡарағай урынында булһам, мин дә түҙмәҫ инем.


138-се күҙәтеүем

[үҙгәртергә]

Һуңғы ваҡытта аутсорсинг системаһы буйынса мәктәптәрҙе хеҙмәтләндереү тураһында төрлө кимәлдә ҡыҙыу-ҡыҙыу бәхәстәр бара. Әммә бында ла шул уҡ пенсия реформаһындағы кеүек килеп сыға. Йәғни күпселек ата-әсәләр, уҡытыусылар ҡаршы булыуға ҡарамаҫтан ул тормошҡа ашырыла. Яңыраҡ бер мәктәп директоры менән һөйләшергә тура килгәйне. Уның һөйләүенсә, төрлө дәүләт надзоры ведомстволары вәкилдәре мәктәпкә килеп, бәйләнергә төрлө һылтау-сәбәптәр табып, штраф һалырға тырыша. Баҡтиһәң, ул ойошмаларға ла йәшәргә кәрәк икән һәм ауылдарҙа штраф һалырлыҡ һәм түләрлек объект булып мәктәп кенә тороп ҡалған икән. Минеңсә, аутсорсинг системаһы ла мәктәпкә ҡандала кеүек ҡаҙалып, дәүләт тарафынан бүленгән аҡсаға “тараҡан булып төшөп”, шунда үҙенең эшмәкәрлеген асыу йүнәлешендә барлыҡҡа килгәнгә оҡшаған. 68-се күҙәтеүемдә бер хәл тураһында яҙып үткәйнем инде. Ни өсөн балалар ситтә бешереп килтерелгән ризыҡты хушһынмай? Сөнки кеше ашты үҙе бешергән саҡта таралған еҫтәр уның ашҡаҙанында тап шул еҫкә, тимәк әҙерләнгән ризыҡҡа кәрәкле ферменттарҙы бүлеп сығарып, ашҡаҙан алдан уҡ шул ризыҡты ҡабул итергә әҙерләнә, алдан уҡ эшләй башлай. Тап шуның өсөн дә мәктәптәргә ҡайҙалыр бешереп килтерелгән ризыҡты уҡыусыларҙың ашҡаҙаны ҡабул итергә әҙер түгел.

139-сы күҙәтеүем

[үҙгәртергә]

Бөгөн Ололар көнө! Мине бер кем дә ҡотламаны. Эй, шатландым! Уйға ла ҡалдым. Әле йәшмен икән, тип шатланһам, уйға ҡалыуым мине һаман да бала-саға тип уйлаусылар барлығын белеүем. Милләтебеҙ әсәһе Мәрйәм апай Бураҡаеваның "Йәшен"дәге һүҙҙәре ныҡ оҡшаны: "...Тик мин әле үҙемде Ололар көнө менән ҡотлатырлыҡ түгелмен тип һанайым..." Әсәйебеҙҙең йөрәге мәңге йәш ҡалһын! Иншаллаһ! Күңелгә ошо көн айҡанлы үҙенән-үҙе шундай юлдар килде: Эттән оло булһаң да һин, Минән күпкә кесе... Ә ниңә һуң этләнмәйсә Кеше булмай кеше?