Мең дә бер күҙәтеүем/150-159
150-се күҙәтеүем
[үҙгәртергә]Ҡыҙыҡ. Минең ҡарамаҡҡа, ауылдарҙың ике яҙылмаған ҡануны бар:
1.Ҡыҙҙары матур булған ауылдарҙың егеттәре уҫал була. Был — аксиома.
2.Бер үк ваҡытта бер ауылдың тик берешәр Зөһрәһе менән Таһиры була. Улар һөйөүҙәренә тоғро була алмаһа, Хоҙай был тойғоно башҡаларға күсерә, йәғни был ауылды мөхәббәт менән ошо рәүешле һынай.
151-се күҙәтеүем
[үҙгәртергә]Хеҙмәттәшем, ҡәләмдәшем Салауат Әбүзәргә батырыбыҙ Салауат Юлаев премияһы бирелеүен шатланып ҡабул иттем. Уның ижады хаҡында бик күпте һөйләргә мөмкин булыр ине. "Ағиҙел"дең быйылғы 6-сы һанында филология фәндәре кандидаты Луиза Кирәева шағирҙың "Ғәмәл дәфтәре" тигән шиғыр китабына арналған "Йөрәгемә тама ваҡыт" тигән мәҡәләһендә әҙәби ғилем күҙлегенән баһа биреп, уның әҫәрҙәренең ябай уҡыусы күҙенә күренмәгән яҡтарын аса алған. Бик мәслихәт. Мин иһә, ябай уҡыусы булараҡ, уның шиғырҙарының тәьҫир көсөн лирика менән сатираны ҡуша алыуында күрәм. Рәми менән Бабич бергә йәшәй Салауаттың шиғырҙарында. Ҡәләмдәшемдең шатлығын уртаҡлашып, 4 юллыҡ ҡына шиғыр ҙа яҙып ҡуйҙым:
Салауатлыҡ башҡортлоҡҡа тиңдер,
Әммә һиндәйҙәр бит бик һирәк...
Шиғриәт бит үҙе Салауатлыҡ,
Салауатлыҡ — үҙе шиғриәт!
152-се күҙәтеүем
[үҙгәртергә]Бөгөн "Юлдаш" радиоһы егеттәре игеҙәктәр хаҡында ҡыҙыҡлы әңгәмә ҡорҙо. Ғафури ҡыҙҙары, игеҙәктәр Гөлфирә һәм Гөлсирә Ҡалмурзиналар менән бер үк йылдарҙа институтта уҡыныҡ. Мин уларҙы әле булһын айырмайым: кемеһе менән осрашһам да, Гөлфирә йә Гөлсирә тип өндәшәм дә, һәр ваҡыт яңылышам. Уҡыған саҡта булған бер ҡыҙыҡлы хәл иҫкә төштө, уның серен әле булһын аңлап бөтә алмайым. Бер мәл уларға Черниковкала йәшәгән әхирәте ҡунаҡҡа килә. Гөлсирә генә өйҙә була. Ул әхирәтен ҡунаҡ иткәндән һуң, кис булғас, уға эйәреп Черниковкаға китә. Унда барғас, әхирәтенә ҡунаҡҡа килгән икенсе бер ҡыҙҙың йәшәгән еренә баралар, унан һуң тағы ла бер ҡыҙҙың торлағына юлланалар, ҡыҫҡаһы, кире ҡайтырға һуң булғас, шунда йоҡларға ҡалалар. Бындай тәфсиремдең сере шунда: һуңынан ятаҡҡа ҡайтҡан Гөлфирә хатта Черниковкаға игеҙәген эҙләп барған осраҡта ла, уның эҙенә төшөү мөмкин булмай. Был ваҡиғаның ғилләһе шунда: Гөлсирә иртәнсәк уянып китһә, янында Гөлфирә ятҡанын күрә. Гөлфирә иһә нисек итеп Гөлсирәне барып табыуын аңлата алманы.
153-сө күҙәтеүем
[үҙгәртергә]Кисә ап-аҡ ҡар яуҙы. Ып-ысын! Ап-аҡ! Ысын аҡ. Сын аҡ. Снаҡ. Снек. Снег...
154-се күҙәтеүем
[үҙгәртергә]Комсомолға ингәндә лә “Аллаһ” тинек...
Бөгөн комсомолдың тыуған көнө. Сыңғыҙ һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә комсомолға алындыҡ. Шундағы бер ҡыҙыҡ ваҡиға хәтергә мәңге уйылып ҡалған. Зөбәйҙә исемле класташыбыҙҙың сираты еткәс, ул мәктәптең комсомол комитеты алдына килеп баҫты. Унан Уставты таныуы, ундағы ҡайһы бер ҡағиҙәләр хаҡында, тағы ла бер-ике Политбюро ағзаларының исем-шәрифен һорағас, комскомитет рәйесе:
– Аллаһҡа ышанаһыңмы? – тип һораны.
–Юҡ, - булды Зөбәйҙәнең яуабы.
–Маладис! Һине комсомолға инеүең менән ҡотлайбыҙ, бар, сираттағы класташыңды саҡыр, – тине рәйес.
Зөбәйҙә рәхмәт әйтеп сығыу яғына юлланды ла, бер сите ҡалҡып торған иҙән таҡтаһына эләгеп, ҡолап китә яҙҙы ла “Аллаһ!” тип ысҡындырҙы. Үҙе ғәйепле төҫ менән комскомитет ағзаларына текәлеп ҡып-ҡыҙыл булды. Гөр килеп көлөштөк. Беҙҙе Аллаһтан дүндерергә тырышһалар ҙа, йөрәгебеҙҙә ине Ул!
155-се күҙәтеүем
[үҙгәртергә]"Ни өсөн хәҙер мал кешегә ҡарағанда ҡәҙерлерәк һуң? Шул хаҡта фекер йөрөтөп ҡарайыҡ..."
Миҫалға Башҡортостан Республикаһы башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров эш башлаған саҡта уҡ иғтибарын йүнәлткән медицина өлкәһен ҡарайыҡ. Ниндәй генә ауылды алма, һәр береһендә элек колхозда мал врачы булып эшләгән ветеринарҙы табып була. Беҙҙең ауылда ғына ла улар өс ир-ат. Берәйһенең һыйыры, аты ауырып китһә, 10-15 минут эсендә улар малҡайҙар янына барып етә һәм тейешле ярҙам күрһәтә. Был йәһәттән малҡайҙар бәхетле. Шул уҡ ваҡытта оло йәштәрҙәге берәй кеше, хеҙмәт йә тыл ветераны ауырыһа, уларға профессиональ медицина ярҙамы күпме ваҡыттан һуң күрһәтелә икән? Ярай әле, был ауыл ҡараған биләмәнең тиҙ ярҙам машинаһы һәм уның бензины булһа, район дауаханаһында белгес, медикаменттар ятһа. Ундай осраҡта күптәр Өфөгә, баш ҡалаға күҙ төбәп килә лә, республика дауаханаларында көндәр, аҙналар буйы коридорҙа сират көтөп ултыра. Уларҙың күбеһе үҙенә тейешле кабинетҡа инә алмайынса ҡайтып китә йә үлеп ҡала. Был яңылыҡ түгел, республикабыҙ етәксеһе был хаҡта әйтте. Мине икенсе бер һорау борсой: республика бюджетының өстән бер өлөшөн тәшкил иткән миллиардтар кем тарафынан һәм ни өсөн тотонола һуң? Әлегә лә баяғы “мал факторы”. Совет осоронда “кеше факторы”на иғтибар ҙур ине. Пенсия йәшендәге оло йә инвалид кеше өсөн түләргә, быныһы өсөн бюджеттан сығымдар кәрәк. Ә мал иһә табыш килтерә, ул хатта ҡазаланған осраҡта ла салып өлгөрһәң файҙаһы күҙгә күренерлек, кеҫәгә инерлек.
156-сы күҙәтеүем
[үҙгәртергә]Дүрт йәшемдә кейәүгә сыҡтым...
Ә был хәл, ысынлап та, булған. Ул ҡыҙҙы күҙе төшкән Йәүҙәт атлы малайға, йолаһына тап килтереп, кейәү йортона оҙатҡандар. Ышанмаһағыҙ, аудиояҙманы үҙегеҙ тыңлап ҡарағыҙ. Һеҙҙең иғтибарға Әбйәлил районының Һәйетҡол ауылында йәшәүсе атаҡлы сәсән, 78 йәшлек Вәсилә Садиҡова һағынып һөйләй. Вәсилә Садиҡова һөйләй
157-се күҙәтеүем
[үҙгәртергә]Ыштанһыҙ һалдаттар...
Йығылып ятып сәғәттәр буйына көлөрлөк, көлөп йығылып иларлыҡ был ваҡиға хаҡында миңә күренекле ауылдашым, дәүләт эшмәкәре, билдәле таусы-геолог Рәсих Әғзәм улы Хәмитов һөйләне. Ошо ҡыҫҡа ғына сюжеттан “Еңмеш” һымаҡ фильм төшөргәндә, бар донъя йығылып ятып көлөр, көлөүенән туҡтай алмай ҡолап китеп, илар ине.
Ваҡиға Расих ағайҙың бала сағында була. Бер көндө колхоз бригадаһында әбйәшник (объездчик) булып эшләүсе Буранбаев Ғилман олатай ауылдың бер осонда һыбай килә ята. Буденныйҙыҡы һымаҡ мыйыҡтары ла бар үҙенең. Шул саҡ Расих ағайҙың күршеһе мәрәкәсел Үтәбаев Мөбәрәк олатай шул тирәлә уйнап йөрөүсе малайҙарға:
-Ана, Ғилман ҡарт килә ята. Хәҙер генә урамға сығып теҙелеп баҫығыҙ ҙа, ыштанығыҙҙы төшөрөп, уға честь биреп ҡалығыҙ. Шулай итмәһәгеҙ, хәҙер малығыҙҙы алып барып бикләп ҡуя ла, әпсәгеҙҙән әрләнәһегеҙ. Һөтһөҙ, ойотҡанһыҙ тороп ҡаласаҡһығыҙ. Нимәгә аңшайып ҡаттығыҙ, тиҙерәк өлгөрә һалығыҙ, – тип йәүкәләй һала.
Малайҙарҙың йөрәгенә ут ҡабыҙыу өсөн етә ҡала уның был иҫкәртеү һүҙҙәре. Ихатала уйнап йөрөүсе Шәфҡәт, Тәлғәт, Мөҙәрис, Расих, Ҡорбанғәли, Дамир атлы малайҙар урам буйына сығып теҙелеп баҫа һәм Мөбәрәк олатай әйткәнде бар тулылығында, хатта арттырыбыраҡ үтәй. Һе, һәр ҡайһыһы үҙенең һыйырын бикләнеүҙән һаҡлап ҡалырға, бының менән әсәһенән маҡталырға тырыша бит. Честь биреүҙең дә нимә икәнлеген бик яҡшы белә малайҙар. Клубта күрһәтелгән “Чапаев” кинаһында күргәндәре бар.
23.11.2018
158-се күҙәтеүем
[үҙгәртергә]Сәйет! Афарин! Мәрҙәс!
Кисә Сәйет Билаловтың[2] концертына барып, рәхәтләнеп ял итеп ҡайттым. Шуныһы мөһим: уны тыңлағанда битараф ҡалып булмай, йөрәк моңоноң сөңгөлөндә тарих ауазын да, мәңгелек һағышҡа сорналып үрһәләнгән күңелде лә тояһың.
Өҫтәүенә, тик хәйбуллаларға ғына хас булған күркәм сифаты — башҡалар алдында уңайһыҙлана белеүе (был йәһәттән Сәйет бала сағында малайлыҡта йөрөгән уҡытыусыһы, моң остазы, дуҫым Камил Илембәтовҡа ныҡ оҡшаған!!!), башҡаларға ихтирамлы һәм иғтибарлы, кешелекле һәм кеселекле булыуы йырҙарының тәбиғи яңғырашын бар итә.
Тәрән моңоң, шуның өҫтәүенә илаһи булмышың менән хайран иттең, Сәйет! Афарин! Мәрҙәс! Тик бер генә теләгем дә бар: беҙҙең ауылға концерт менән барһаң, Мөхәммәтйән Ҡаҙаҡбаев, Камил Илембәтов репертуарынан халыҡ йырҙарын да башҡар, йәме? Сөнки беҙҙең ауылда тик халыҡ йырын башҡарыу ғына йырлай белеүгә иҫәпләнә!
25.11.2018