Эстәлеккә күсергә

Мең дә бер күҙәтеүем/20-29

Викидәреслек проектынан

20-се күҙәтеүем

[үҙгәртергә]

1983 йылда Евгений Евтушенко һуғыш йылдары хаҡында (уға һуғыш башланғанда 9 йәш була) ике сериялы "Балалар баҡсаһы" тигән нәфис фильм төшөрҙө. Фильм авторҙың бала саҡ хәтирәләренә ҡоролғайны, бер туҡтауһыҙ авторҙың шиғырҙары яңғырай, шул фонда тылда барған ваҡиғалар һүрәтләнә. Фильмдың 2-се серияһының 39-40-се минуттарынан һуң кинозалда ултырыусылар берҙәм рәүештә тороп сығып китте. Беҙ 5-6 тамашасы ғына ултырып ҡалдыҡ. Сөнки ошо 2 минут арауығында ҡар өҫтөндә яланғас ҡыҙ көрткә сума-сума, йүгереп йөрөй. Ул көндәрҙә киноға билет табыуы ҙур проблемаға әүерелде. Кешеләр көн һайын шул яланғас ҡыҙҙы ҡарар өсөн генә кинотеатрға йөрөнө. Иҫегеҙҙә булһа, ул заманда ҡайһы бер кинофильмдар афишаларына "Кр.дет до 16 лет" тип яҙа торғайнылар. Барһаң, ҡайһы берҙәренең "Кр.дет"ы бөтөнләй булмай сыға ине. Халыҡ ундай фильмдарға эркелеп килде. Хәҙер иһә "+16", "+18" тип яҙалар. Был да үҙенә күрә реклама. Ни тиһәң дә, "Тыйылған татлы була"...

21-се күҙәтеүем

[үҙгәртергә]

Ҡыҙым менән "Пышка" магазины-сәйханаһына инеп сыҡтыҡ. Унда эшләүсе мөләйем йөҙлө башҡорт ҡыҙы беҙҙе үҙ телебеҙҙә сәләмләп ҡаршыланы. Уның үҙен тотошона ҡарағанда ҡалала тыуып үҫкәнлеге ярылып ята. Ултырып сәй эстек. Һылыу башҡа клиенттар менән дөйөм аралашыу телендә һүҙ алып барһа ла. беҙгә үҙ телебеҙҙә өндәште. Ҡыҙым менән уның аралашыуынан шуны аңланым: ҡалала телебеҙ ҡәҙимге аралашыу нормаһы булып нығынған икән. Сөнки уларҙа туған телдә һөйләшеүҙән оялыу комплексы бөтөнләй юҡ. Беҙ иһә ҡалала үҙебеҙҙең телдә аралашҡан кешене күрһәк, иң тәүҙә уның ҡайһы яҡтан, ауылын, туғандарын һораша башлайбыҙ. Башҡорт булғас, мотлаҡ, ҡайҙандыр ауылдан булырға тейеш тип уйлап яңылышабыҙ...

22-се күҙәтеүем

[үҙгәртергә]

Бөгөн "Юлдаш" радиоһы егеттәре "Ҡарға бутҡаһы" байрамы хаҡында фекер алышыу ойошторҙо. Хуп, бик күп урындарҙа үтәлә был йола. Әммә байрамдың килеп сығышы хаҡында бер һүҙ ҙә әйтелмәне. Күренекле ғалим, антрополог Ринат Йосопов был хаҡта яҙып үтте. Ислам диненә тиклем үк үтәлә башлаған был йола. Ул саҡта вафат булғандарҙы күммәгәндәр, ҡая, ағас баштарына һалып ҡуйып ҡоштарҙан ашатҡандар. "Ҡурай" башҡорт халыҡ әкиәтен генә иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Ҡыш көнө баҡыйлыҡҡа күсерселәрҙе иһә зыяратта ер өҫтөнә һалып ҡуйып, өҫтөнә бүрәнәләр аралығын ҡоштар инерлек кенә итеп 10-15 сантиметр ҡалдырып бура бурағандар. Йыртҡыс йәнлектәр мәрхүмдең мәйетен алып китмәһен өсөн шулай эшләнгән. Яҙ етеп, ҡар иреүгә кешеләр бура өҫтәренә ҡыҙыл сепрәк бәйләп, бутҡа бешереп һалып, ҡарғаларҙы, ҡоҙғондарҙы, башҡа ҡоштарҙы әүрәтеп килтереп мәйеттәрҙе ашатҡан. Һуңынан мәрхүмдәрҙең һөйәктәрен йыйып алып шул уҡ урында соҡор ҡаҙып күмгәндәр. "Ҡарға бутҡаһы", "Ҡарға туйы" байрамдары ошонан ҡалған. Әбйәлил, Учалы, Белорет райондарында әле булһын ҡәберҙәрҙе тап шул рәүешле бурап ҡуйыу һаҡланған, тик мәғәнәһе генә онотолған. Беҙҙең яҡта, мәҫәлән, әле булһын әжәлен көтөп ятыусы кеше иң ышаныслы яҡын кешеһенә: "Һөйәгемә һин етерһең", - тип әйтеп ҡалдыра. Тик был осраҡта мәрхүм булыусы ла, уның донъялыҡта ҡалыусы туғаны ла был һүҙҙәрҙең ни өсөн әйтелгәнен аңламай.

23-сө күҙәтеүем

[үҙгәртергә]

1 май байрамында 3 көн билһеҙ яттым. Яттым тигәс тә, бил ауыртҡанда ятып та, ултырып та, баҫып тороп та, илап та, көлөп тә, йәшәп тә, үлеп тә булмай икән. Был ауырыуҙан дарыу (панацея) юҡ. Сублимация (күсереү) ысулы ла ярҙам итмәне. Малай саҡта әҙәм белмәҫ ауырыу - теш һыҙлау менән яфаланғанда беҙҙең ауылға Сыңғыҙҙан күсеп килеп йәшәүсе Шахморатов Абдрахман олатай: "Улым, бер стакан һыуға яртышар балғалаҡ тоҙ, борос, аджика һалып болғатып эсһәң, бөтә ул", - тигәс, шулай иткәйнем.Теш һыҙлауым юҡҡа сыҡты, уның ҡарауы эсемдә янғын сыҡҡандай булды. Баҡтиһәң, ауыртҡан бер ереңдәге һыҙланыуҙы ошо рәүешле икенсе ереңә күсереп була икән. Тик бына бил ауыртыуын ғына күсереп булманы.

24-се күҙәтеүем

[үҙгәртергә]

Фрейд йөҙ, мең тапҡыр дөрөҫ. Яҙ етеүгә болон-ҡырҙар, ҡала аллеялары күҙҙең яуын алырлыҡ төрлө төҫтәге сәскәләргә күмелә. Сәскәләрҙең ни өсөн шулай матур булыуҙарын бер мәл Әмир Ишемғолов туғаныбыҙ аңлатҡайны. Уларҙы елдәр, бал ҡорттары, иңкештәр, күбәләктәр, башҡа бөжәктәр һеркәләндерә. Үҫемлектәр: "Миңә ҡун, бына мин бит иң матуры, минән дә матурыраҡты, минән дә гүзәлерәкте тапмаҫһың", - тип бөжәктәргә йән атып, барлыҡ йәмдәрен һибеп, ихлас йылмайып, ҡуйындарын асып ултыра икән дә. Сәскәләр үҙенең тоҡомон ишәйтеү теләгенән күҙҙең яуын алырлыҡ, тап шул теләктән ата ҡоштар инә ҡоштарҙы саҡырып йәнде өҙҙөрөп һайрай. Барыһы ла артырға, ишәйергә, бының өсөн матур булып күренергә теләй.


25-се күҙәтеүем

[үҙгәртергә]

Йыл һайын 9 май байрамын оло мөғжизәләй көтөп алабыҙ. Мин, мәҫәлән, тап ошо көндә тарихи ғәҙелһеҙлек юҡҡа сығыр, данлыҡлы 112-се Башҡорт гвардия кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа Герой исеме бирелер тип өмөтләнәм. Өмөтөм быйыл да аҡланманы, уның ҡарауы, әллә ни ҡайғырманым: сөнки 78 Советтар Союзы Геройы тәрбиәләгән командирҙың түшендә былай ҙа 78 Советтар Союзы Геройы, 5 Дан ордены балҡый бит. Атлы дивизияның 3860 яугиры төрлө миҙал, ордендар менән наградланған. Командирҙың түшендә урындар ҡалмаған бит!


26-сы күҙәтеүем

[үҙгәртергә]

Әле генә булған ваҡиғаны онотҡан хәтерһеҙ, тарҡау, иғтибарһыҙ (С.Маршактың "Вот такой рассеянный" шиғырын иҫегеҙгә төшөрөгөҙ) кешеләрҙе күргәнегеҙ бармы? Әммә уларҙы иҫәүән тип атарға ҡабаланмағыҙ. Ундайҙар донъялағы иң иғтибарлы кешеләр: сөнки улар бар иғтибарын бер генә объектҡа йүнәлтеп, башҡаларына иғтибар ҙа итмәйҙәр. Тимәк - иғтибарһыҙлыҡ айырата диҡҡәт билгеһе.

27-се күҙәтеүем

[үҙгәртергә]

Бөгөн "Юлдаш" егеттәре балаһыҙлыҡ өсөн һалым түләү мәсьәләһе буйынса һөйләшеү ойошторҙо. Минең фекер шулайыраҡ: бала Хоҙайҙың әмере буйынса, үҙ ризығы менән тыуа икән, балаһыҙлыҡ өсөн һалым түләтеү Хоҙайға штраф һалыуға тиң.

28-се күҙәтеүем

[үҙгәртергә]

Әбйәлил районында машина һатып алған бер егет Магнитогорскийға барған автобусҡа ултырып, ҡала осонда төшөп ҡалып, йәйәүләп юлдағы билдәләрҙе, боролоштарҙы, светофорҙарҙы, ҡайһы урында нимә эшләргә ярағанын-ярамағанын өйрәнеп, тикшереп йөрөп сыҡҡан. Ауылына ҡайтҡас, машинаһы менән ҡалаға китеп, разведка яһаған маршруты буйынса уңышлы ғына йөрөп ҡайтҡан. Эх, әгәр ҙә алдағы ғүмергә лә ошо рәүешле разведка яһап булһа, беҙ бик күп хаталарҙы яһамаҫ инек...

29-сы күҙәтеүем

[үҙгәртергә]

Артыҡ кәүҙә ауырлығынан (һимеҙлектән) ҡотолоу юлын дуҫым, Өфөнөң "ҡар кешеһе" Анатолий Львович Легкота шунда күрә: "Ябығыр өсөн әллә ниндәй методикалар эшләйҙәр, китаптар яҙалар, махсус институттарҙа ғалимдар ошо проблеманы өйрәнеп фән дәрәжәһенә өлгәшә. Ә бит ябығыуҙың юлы ап-анһат ҡына, 3 һүҙҙән генә тора - ӘҘЕРӘК АШАРҒА КӘРӘК! (НАДО МАЛО ЖРАТЬ!)"