Эстәлеккә күсергә

Мең дә бер күҙәтеүем/30-39

Викидәреслек проектынан

30-сы күҙәтеүем

[үҙгәртергә]

Ҡоштар күп төрлө, уларҙың һәр ҡайһыһы үҙенсә һайрай. Үҙенсә моң атҡара. Тағы ла шуныһы: тик ата ҡоштар ғына һайрай. Улар бының менән инә ҡоштарҙы ғаилә ҡорорға, бергәләп балалар үҫтерергә саҡыра. Әгәр ҙә ҡоштар һайрауынан туҡтаһа, улар бер-береһен таба алмай, юҡҡа сығырҙар ине. Өсөнсөнән, һабантурғайҙың йырына һандуғас, һандуғастың һайрауына кәнәри ҡош килмәй. Тимәк йыр. һайрау ҡоштарға үҙ затын (милләтен) һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Кешеләр генә тәбиғәттең ошондай гармониялы илаһиәтенән әллә ҡасан уҡ айырылған. Үкенес!

31-се күҙәтеүем

[үҙгәртергә]

Был аҙнала мәктәптәрҙә һуңғы ҡыңғырауҙар яңғыраясаҡ. Ун беренсене тамамлаусылар мәктәп менән хушлаша. Тап шуның өсөн ошо көндәрҙә магазиндарҙа спиртлы эсемлектәр һатылмаясағы хаҡында хәбәр иттеләр. Радио һәм телевидение аша һанда-һаяҡ ҡына, барлығы өс мәртәбә был хаҡта ишеттем. Дөрөҫөн әйткәндә, бындай иғландар мәктәпте тамамлаусылар өсөн: "Ул көндө спиртлы эсемлектәр һатылмай, шуға күрә алдан запасланып ҡалығыҙ!" - тигәнде лә аңлатыуы мөмкин. Тыйыу ул иң шәр реклама! Минеңсә, тыйыу дөрөҫ булһа ла, был хаҡта иғлан итергә кәрәкмәйҙер.


32-се күҙәтеүем

[үҙгәртергә]

Фән үҫеше, тәбиғәттең күп серҙәренең асылыуы ҡайһы бер нығынған һүҙбәйләнештәрҙең, хатта мәҡәлдәрҙең мәғәнәһен үҙгәртә. Мәҫәлән, "кәкүк әсә" төшөнсәһе. Ғалимдар билдәләүенсә, себеше тыуған ваҡытта кәкүктең ауыҙынан ағыу бүленеп сығып, балаһын ашатҡанда үлтерә икән. Шуның өсөн дә ул, балаһын һаҡлап ҡалыр өсөн, йомортҡаһын сит ояға һала икән. Әсә кәкүк балаһын юҡһынып ҡысҡырып йөрөй ҙә, йәй уртаһында ағыуы бөткәс, балаһы янына бара. Беҙ был саҡта "кәкүк һаҡауланды" тибеҙ. Тағы ла кәкүктең бер ҡанаты ҙур икенсеһе бәләкәс була. Ни өсөн? Сөнки ул балаһын ташлап китмәйсә бер тирәлә әйләнеп тик йөрөй, йәғни тик бер яҡҡа табан түңәрәкләп осҡас, бер ҡанаты үҫешмәй ҡала. Был да балаһына тоғролоҡ билдәһе.

"Ағиҙел"дең быйылғы 4-се һанында йәш яҙыусы Әлиә Саматованың "Кәкүк" повесы кәкүк тәбиғәтенең тап ошо сифатын асыуға ҡоролған булыуы менән отошло. Моталлаптың "Инәй, мин тә өшөнөм..." тигән һүҙҙәрен уҡығас, күҙемә йәш тығылды...

Дуҫтар, һөйөнсө, Инйәр буйынта яңы прозаик тыуҙы...


33-сө күҙәтеүем

[үҙгәртергә]

Ҡыҙыбыҙ балалар баҡсаһын тамамланы. 24 майҙа хушлашыу тантанаһы булды. Дөрөҫөрәге, балаларыбыҙ сабый сағы менән хушлашты. Үҙҙәре әле аңламаһа ла, мәңгелеккә хушлашты. Уларҙың туған телебеҙҙә йырлағанын, бейегәнен, шиғыр һөйләгәнен күреп күҙҙәргә йәш эркелде. Балаларының башҡортса балҡығанын күреп бигерәк тә башҡа милләттән булған ата-әсәләр ҡыуанды. Улар:"Минең балам башҡортса шиғыр һөйләй, йырлай ҙа, бейей ҙә, ҡумыҙҙа ла уйнай белә. Был бит бик шәп, беҙ уларҙы ошо балалар баҡсаһына алып килеп, бик күркәм сифаттарын астыҡ..." - тигән һүҙҙәрен әйтте. Был һүҙҙәрҙе улар ихлас әйтте.

Беҙ тағы ла шуға ла шаһитбыҙ: башҡа милләттән булған күп кенә ата-әсәләр балаларын фәҡәт башҡорт мәктәптәрендә һәм гимназияларында уҡытҡыһы килә. Был хәлде башҡорт мәктәптәрендә һәм гимназияларында тәрбиә эшенең яҡшы ҡуйылыуы, халыҡ педагогикаһы нигеҙендә алып барылыуы менән аңлатырға булалыр. Тик бына ундай ата-әсәләрҙең ҡайһы берҙәренең балаларына дәүләт теле сифатында ни өсөн башҡорт телен өйрәткеһе килмәүе генә аңлашылмай. Барлыҡ ата-әсәләр исеменән 166-сы башҡорт балалар баҡсаһы мөдире Гөлсара Шамил ҡыҙына, тәрбиәселәр Дилбәр Шамил ҡыҙына, Сафия Асфат ҡыҙына, Таңһылыу Шамил ҡыҙына, Зөлфиә Афзал ҡыҙына, Илһөйәр Мөҙәрис ҡыҙына, Гүзәл Фуат ҡыҙына, Айһылыу Данил ҡыҙына, балаларыбыҙҙы йырларға бейергә өйрәтеүсе Миләүшә Ғәли ҡыҙына, Азалия Дим ҡыҙына, Нурғәли Сәхей улына, Айһылыу Фәнгиз ҡыҙына, Әлфиә Байтулла ҡыҙына һ.б.һ.б. оло рәхмәтебеҙҙе еткеребеҙ!

34-се күҙәтеүем

[үҙгәртергә]

ХХ быуатта илебеҙ әҙәбиәтенең иң гүзәл өлгөләре совет осоронда ижад ителгән. Бөгөн әҙәбиәт дөйөм кимәлдән түбән төштө. Быны совет осороноң идеология тотороҡлоғо йә булмаһа яҙыусының йәшәү шарттары кимәле менән генә аҡлап булмайҙыр ул. Мин иһә совет осороноң ҡаты цензураһы ла әҙәбиәт үҫешенә булышлыҡ иткәндер тим. Нимә генә тимә, барыһын да һөйләргә рөхсәт ителгән киң билдәлелек заманында ижадсы фекерен туранан-тура әйтә ала, ә һүҙ азатлығы булмаған заманда иһә кинәйәгә, образдарға күсә. Һуңғылары иһә әҙәби әҫәр өсөн иң кәрәкле талаптар һанала.


35-се күҙәтеүем

[үҙгәртергә]

Бер туҡтауһыҙ ямғыр яуа. Йәйҙең еҫе лә сыҡмай. Дуҫтарымды бер көлдөрөп алайым әле. Мин "Киске Өфө"лә эшләгәндә Рәдиф ағай Тимершин (быйыл 2 майҙа вафат, ҡараңғы гүре яҡты булһын) күрше генә офисы урынлашҡан "Өмөт" гәзитендә хеҙмәт итте. Икәүләп ишек алдында һөйләшеп торһаҡ, беҙҙә эшләүсе Әминә апай Имашева редакцияға инеп бара. Бер ҡулында шыптыр эсендә 3 помидор күренә, икенсе ҡулына икмәк тотҡан. Рәдиф ағай Әминә апайға арнап шиғыр ҙа сығарҙы: Өс помидор тотҡан бер һылыуҙы Осраттым мин яҙмышым юлында... Һәм әпәй ҙә бар ине ҡулында


36-сы күҙәтеүем

[үҙгәртергә]

Балаларға бәйле көләмәстәрҙә тәбиғәттең үҙе кеүек үк ябайлыҡ, бер ҡатлылыҡ, эскерһеҙлек бар. Балаларымдың сабый саҡтарына бәйле ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе иҫкә төшөрҙөм әле. Өлкән улым Әмир яңы теле асылып килгәндә балалар баҡсаһының тәрбиәсеһе менән "Зоя Андреевна, досвидание!" тип хушлашыр урынына: "Зандина, тистәнәли!" тип һаубуллаша торғайны. Әбйәлил улым йүргәктә саҡта төндә һәйбәт йоҡлаһын өсөн кис подъезд алдына алып сыға инем. Күрше йортта йәшәүсе татар егете лә ҡыҙын алып сыға. Бер көн ул улымдың исемен һорай ҡуйҙы. -Әбйәлил, - тинем мин уға. -Ғәбжәлил, син бит аңа район исемен кушкансың, - ти был. -Юҡ, ул кеше исеме. "Әбйәлил" тигән башҡорт халыҡ әкиәте лә бар. Етмәһә, әсәһе Әбйәлил районынан, - тием мин. -Бә-ә-ә-ә-й...Минем хатын Кушнареннан, улым тыуса, мин дә Кушнарен тип кушам, - ти атай кеше. Ҡыҙым Тамсы 5 йәшендә әсәһенә: "Әсәй, һиңә повезло, һин атайҙы тапҡанһың. Бына мин нимә эшләйем инде?"- тип әйтмәһенме.

37-се күҙәтеүем

[үҙгәртергә]

Бөгөн "Юлдаш"радиоһы егеттәре һабантуй хаҡында һөйләшеү ойошторҙо. Төрлө фекерҙәр яңғыраны: берәүҙәр уны ысын халыҡ байрамы, тип атаһа, икенселәр түрәләр өсөн генә үткәрелгән сара тип нарыҡлай. Минеңсә, һабантуйҙы ойоштороусылар ғалим Закирйән Әминевтың ошо хеҙмәтен уҡыһа, бөгөнгө һөйләшеүҙәге проблемалар килеп сыҡмаҫ ине. Иң төп һығымта: Һабантуй һабан байрамы ғына түгел...

38-се күҙәтеүем

[үҙгәртергә]

Бөгөн "Юлдаш" радиоһы егеттәре "Әгәр ҙә һуғыш булмаһа..." тигән темаға һөйләшеү ойошторҙо. Тарих теләк-шарт һөйкәлеше ҡағиҙәһенә буйһонмай, тиҙәр. Шуға күрә был һуғышты беҙ бер нисек тә урап үтә алмаҫ инек, тип тә уйлайым. Икенсе яҡтан ҡарағанда, был һуғыш атом ҡоралының тиҙерәк барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ иткәнен дә оноторға ярамайҙыр. Шул уҡ ваҡытта, һуғыш был ҡоралды Германия фашизмы тарафынан ҡулланыуҙы сикләй. Өсөнсөнән, американдар Япония ҡалаларында ҡоралды файҙаланып, был трагик тәжрибә атом һуғышының ҡот осҡос эҙемтәләрен бар донъяға фаш итеп, кешелекте атом һуғышынан аяп тора. Тик бының өсөн Хиросима һәм Нагасаки халҡы "тәжрибә ҡуяны" ролен уйнарға тейеш инеме? Был яҡтан ҡарағанда. Икенсе донъя һуғышы донъяны юҡҡа сығарырға һәләтле булған Өсөнсө бөтә донъя атом һуғышын иҫкәртә.


39-сы күҙәтеүем

[үҙгәртергә]

Бөгөн автобус менән эшкә килгәндә күптән күрмәгән танышым осрап: "Аһ-аһ, һин эшкә автобус менән йөрөйһөңмө ни? Мин һине күптән инде машина менән генә эшкә йөрөйһөңдөр, тип уйлағайным",- тип аптыратты. Һөйләшеү тонынан шуны ла аңланым: йәнәһе, әллә кем булып йөрөһәң дә, шул "Йәйәүле Мәхмүт" икәнһең. Ул танышыма машинам булһа ла, уның менән эшкә йөрөү тик мәшәҡәт кенә тыуҙырғанын (эшкә килһәң, эш янында, ҡайтһаң өй янында парковка урыны табыу мәсьәләһе) аңлатып торманым инде. Автобуста йөрөүҙөң тағы бер уңайлы яғы: унда үҙалдыңа ижади уйланыу мөмкинлеге бар. Мин автобуста барғанда "Юлдаш" радиоһы тыңларға, уларға сәләмдәр яҙырға яратам. Ваҡытында Хисмәт Юлдашев Сипайлованан Телеүҙәккә эшкә йәйәү йөрөй торғайны. Тағы бер "Йәйәүле Мәхмүт"те беләм. Ул - билдәле рәссәм Илдар Туймаҡаев.