Эстәлеккә күсергә

Мең дә бер күҙәтеүем/4

Викидәреслек проектынан

4-се күҙәтеүем

[үҙгәртергә]

Урамдағы машиналар ағымындағы берәүһенең генә торбаһы ысҡынһа, глушителе эшләмәһә, саҡрымдарға һуҙылған ҡолаҡ тондорғос шатырҙаҡ хасил була. Әгәр ҙә барлыҡ машиналарҙың да глушителе булмаһа... Ул сағында кешеләр, ҡолаҡтары тоноп, ҡалаларҙан, улай ғына ла түгел, Ерҙән ҡасып бөтөрҙәр ине. Ә бит ул тауыштар яңғырай һәм фәҡәт торбалар тарафынан йотолоуы арҡаһында ғына беҙҙең ҡолаҡҡа килеп етмәй. Кешелекте иһә сабырлыҡ, түҙемлек һаҡлай, улар булмаһа, Ер шарының һәр урынында ла мәңгелек һуғыштар барыр, хаос башланыр ине...