Мең дә бер күҙәтеүем/40-49
40-сы күҙәтеүем
[үҙгәртергә]Айҙар Хөсәйенов конъюнктура кешеһе түгел. Шуға күрә уның тураһында яҙыр өсөн үҙенең стиленә күсергә кәрәк. Айҙар менән шулай таныштыҡ. Үткән быуатттың аҙағында ул Яҙыусылар союзына килеп инде. Ҡулында А4 форматындағы йоҡа ғына китап. Таныштыҡ. Мәскәүҙә уҡып йөрөй. "Башкирский девственник" тигән роман китабын миңә бүләк итте лә: "Мин көтөп ултырам, һин уҡып сыҡ..." - тине. "Зөһрә - ҡош. Мин дә ҡош. Мин уның менән Иҫәнғолдан Өфөгә килгәндә автобуста таныштыҡ..." тип башланған романын 7 минут эсендә уҡып сыҡтым. Үҙ ғүмеремдә уҡыған иң ҡыҫҡа романым шул булғандыр. Айҙарҙың Өфөләге артабанғы тормошо беҙҙең күҙ алдында үтте. Яңыраҡ ул миңә тағы бер китабын бүләк итте. Яҙыусылар, әҙәби мөхит тураһында лаҡаптар, булған һәм була яҙған хәлдәр хаҡында тик айҙарса яҙылған “Соло на айпаде” китабы. Әйтергә кәрәк, ул китапты аңлар һәм көлөр өсөн тик айҙарса ҡабул итергә лә кәрәктер. Лаҡаптарының береһен генә килтерәм:
Салауат Вәхитов студент йылдарында ярты стипендия аҡсаһына Евтушенконың 2 томлығын һатып алған. Ҡайтҡас та әсәһенә: “Әсәй мин ярты стипендияма Евтушенконың 2томлығын һатып алдым”, - тигән. “Маладис”, тигән әсәһе. Салауат ҡыуанып үҙенең бүлмәһенә юлланғас, әсәһе туҡтатып: “Ә тушенкаларың ҡайҙа?”-тип һорап ҡуймаһынмы.
41-се күҙәтеүем
[үҙгәртергә]Шәмбе көн автостраховка мөҙҙәте тамамланғас, машинамды Аҡъяр ауылының “Бикбау” сауҙа үҙәге ҡаршыһында ҡалдырып, “Росгосстрах” компанияһы офисын эҙләп киттем. Тиҙ генә барып таптым. Бикле булып сыҡты. Шәмбе эшләмәй икән. Кире килгәндә ҡаршыма бер ағай осраны. Һаулыҡ һорашты. Беҙҙең арала шундайыраҡ һөйләшеү булды: –Нишләп йөрөйһөң, ҡустым? –Мына, “Росгосстрах”ҡа килгәйнем. Бикле булып сыҡты... –Йөк машинаһымы? –Юҡ, еңел... –Эй, әттәгенәһе, йөк машинаһы булһа, ярҙам итер инем... –Ярай, ағай, Өфөгә ҡайтҡас, эшләтермен әле... –Һин, ҡустым, мине ғәфү ит... –Нимә өсөн, ағай? –Һиңә ярҙам итә алмаған өсөн... –Эй, ағай, борсолма... –Нишләп борсолмаҫҡа, ти. Һин бит Өфөнән килгәнһең... –Бөтә Өфө кешеләренә ярҙам итергә тимәгән бит... –Барыбер ҡыйын... –Минең Өфөнән икәнлегем ҡайҙан беленә? Мине таныйһыңмы әллә? –Юҡ, танымайым, үҙең әйтәң бит Өфөнән тип. Мин, ҡустым, һиңә тағы нисек ярҙам итә алам? –Юҡ, ағай, барыбер ҙә һиңә шундай ярҙамсыл булғаның өсөн ҙур рәхмәт... –Һуң, мин бит һиңә ярҙам итә алманым... ...Миңә бер нисек тә ярҙам итә алмағаны өсөн тәрән борсолоу тойғоһо йөҙөнә сығып, ағайым тороп ҡалды. Ундай кешеләрҙе Хызыр Илъяс тиҙәр. Шул булғандыр. Бигерәк тә Хәйбулла ерлегендә ошо ағай кеүек ихлас, ярҙамсыл кешеләрҙе йыш осратам. Халҡыбыҙҙың күркәм бер сифатына эйә улар.
42-се күҙәтеүем
[үҙгәртергә]Һыуҙың ҡәҙерен белер өсөн һыуһыҙ сарсарға, ризыҡтың ҡәҙерен белер өсөн асығырға кәрәк, тиҙәр. Йәшәүҙең ҡәҙерен белер өсөн үлеп ҡарарға кәрәкме икән? Сарсағандан һуң һыуһындарың ҡанғансы һыу эсергә, асыҡҡандан һуң туйғансы ризыҡҡа тейенергә була. Тик үлеп ҡарағандан һуң кире терелеүе мөмкин түгел. Шуға күрә Хоҙайға һыйынып йәшәү һәм Уның өсөн үлеү иң дөрөҫөлөр ул. Шулаймы икән?
43-сө күҙәтеүем
[үҙгәртергә]Ҡыпсаҡтар хаҡындағы төрлө сығанаҡтарҙы күҙәтеүем, шул иҫәптән Йәдкәр Бәшировтың “Бөйөк Башҡорт иле” китабы менән танышыуым бер фаразға килтерҙе. Башҡорт халҡын формалаштырыуҙа мөһим роль уйнаған ҡыпсаҡтарҙы европалылар “ҡуман”, урыҫтар “половцы” тип атаған. Ҡыпсаҡтарҙың беҙҙең эраға тиклемге тарихы массагеттарға (мәсәғүттәргә), пассагеттарға, иссагеттарға, дөйөмләштереп әйткәндә, боронғо сактарға барып тоташыуы хаҡында яҙғайны мәрхүм тарихсы Рәшит Аҡкилдин (ауыр тупрағы еңел булһын!). Фарсылар ҡыпсаҡтар йәшәгән даланы “Дәште Ҡыпсаҡ”, урыҫ тарихсылары “Половецкое поле”, гректар һәм башҡа европалылар “Ҡумандар иле” тип атаған. Й.Бәшировтың китабындағы аңлатмала “ҡуман” атамаһы “ҡыуман”дан, йәғни “ҡыу” (ҡыуарған, һары) тамырынан алынған тип килтерелә. Был дәлил половцылар менән ҡумандарҙың бер үк халыҡ булыуын раҫлай. Ә бына “ҡыпсаҡ” атамаһы ҡайҙан алынған һуң? Мәхмүт Ҡашғари яҙыуынса, “...XI быуаттағы боронғо башҡорт теле ҡимаҡтарҙың теленә иң яҡыны һаналған. XI быуатта ҡыпсаҡтар ҡимаҡтар менән ныҡ аралаша һәм “ҡимаҡ” этнонимы тора-бара “ҡыпсаҡ”ҡа әүерелә...” Ҡашғари менән килешергә лә булыр ине, тик “ҡимаҡ” “ҡыпсаҡ”ҡа әүерелгән саҡта яңы эраға тиклем үк булған “сак” тамыры нисек күскән һуң? Быға аңлатма юҡ. “Киске Өфө” ләге “Әсәйем лөғәте” рубрикаһында әсәйем үҙе генә ҡулланған һүҙҙәрҙе килтереп, унда “ҡәп”, “ҡап” ярҙамсы һүҙҙәр хаҡында әйтеп үткәйнем. Әсәйем үҙ телмәрендә уларҙы һүҙенең, фекеренең мәғәнәһен көсәйтер өсөн ҡулланыр ине. Әйтәйек, “ул килмәк ҡайҙа, ҡәп ҡайҙа...” йә булмаһа “ул бармаҡ ҡайҙа, ҡап ҡайҙа...” Белеүебеҙсә, беҙҙең телдә һүҙҙең мәғәнәһен көсәйтеүсе был форма күп осрай, әйтәйек, “ҡып-ҡыҙыл”, “ҡап-ҡара”, “ҡоп-ҡоро” һ.б. Ошоларҙан сығып фаразым: ҡыпсаҡтар боронғо сактарҙың иң-иңе, иң ғәйрәтлеһе, ҡып-сағы... Кем өсөндөр был фаразым көлкө генә булып тойолор. Сөнки тарихсы ла, телсе лә түгелмен. Шулай ҙа ҡайһы ваҡыт ошондай фекерҙәр ҙә башҡа килеп һуғып ҡуя...
44-се күҙәтеүем
[үҙгәртергә]Һуңғы йылдарҙа туйҙарҙы кафеларҙа, ресторандарҙа, ҡыҫҡаһы, бер урында һәм бер көндә үткәреү модаға инеп китте. Әлбиттә, былар барыһы ла ваҡытты һәм сығымдарҙы экономиялау маҡсатында башҡарыла. Боронғоса, барлыҡ йолалар үтәлгән туйҙар хәҙер һағынып ҡына һөйләрлек хәтирәләр булып ҡала бара. Ниндәй күркәм ул туй йолалары. Беҙҙең яҡта, мәҫәлән, тәүҙә ҡыҙҙың ата-әсәһенә һөйләшергә, аҙаҡ әйттерергә килерҙәр ине. Һөйләшеп килешеү бер көндә башҡарылһа, әйттерергә килгәндә ике көн үтеп китә. Әйттереүгә кейәү бала, кейәүңәре, кейәүҙең үҙенән өлкән бер ир туғаны килә. Был ике көндә никах уҡыла, ҡыҙ йәшерелә, егет менә ҡыҙ аҡ келәттә ҡауыша. Ҡауышҡан төндөң таңында ҡыҙҙың кескәй туғандары: ҡәйнештәре һәм балдыҙҙары еҙнәй бүләге алырға килә. Еҙнәй кеше бер туған ҡәйнештәренә мотлаҡ рәүештә бәке, башҡаларына аҡса бирергә тейеш. Кейәү кеше ҡайныһы менән ҡәйнәһенә тейешле бүләген бирә йә әйтә. Шул көндө “Кейәү сәйе” йолаһы үтә.Туйға тиклем кейәү ҡайны йортона килеп кейәүләп йөрөй. Ҡыҙ яғынан кейәүҙең йортона туй өсөн һуйыласаҡ малды алырға киләләр. Туй ҡыҙҙың яғында өс көн һуҙымында үтә. Ҡоҙалар ҡыҙҙың йортона килеп төшөр алдынан “ҡот алып ҡасыу” йолаһы башҡарыла. Тәүге көндә – “Ҡыҙыл туй”, икенсе көн – “Йыуаса”, өсөнсө көн – “Сыбыртҡы ите”. Был өс көндөң тик үҙенә генә хас йолалары бар. Кейәүҙең ата-әсәһе өс көндә лә ҡыҙҙың ата-әсәһенең йортонда төп ҡоҙа, төп ҡоҙағый. Ә егеттең башҡа туғандарын иһә парлап-парлап ҡыҙҙың туғандары үҙҙәренә ҡоҙа (уҙаҡ)итеп алып, төп йортта үткән байрамдан һуң йоҡларға үҙҙәренә алып ҡайта, ҡунаҡ итә, бүләк бирә. Өсөнсө көндөң һуңында ҡыҙҙы кейәү йортона оҙаталар. Кейәү йортонда “Килен һөйөү”, “Һыу юлы күрһәтеү” йолалары башҡарыла, еңгәй үҙенең ҡәйнештәренә, бикәстәренә сигелгән ҡулъяулыҡ, янсыҡ бүләк итә. Ҡоҙалар ҡайтҡандан һуң иртәгеһе көнөнә ҡыҙҙың ата йортона саҡырыусы ебәрелә. Саҡырыусыға мотлаҡ рәүештә бүләк бирелә. Ҡыҙ яғында туйҙа ҡатнашҡан барыһы ла кейәүҙең ата йортона өс көнгә ҡунаҡҡа килә. Төп йортта үткән мәжлестән һуң кейәүҙең туғандары үҙҙәренең ҡоҙаларын (уҙаҡтарын) өйҙәренә алып ҡайтып ҡунаҡ итә, бүләк бирә. Ҡоҙалар ҡайтып киткәндәң һуң “Килен сәйе” йолаһы үтә. Ҡыҫҡаһы, егет менән ҡыҙҙың өйләнешеүе сәбәпле үткән байрам тантаналары беҙҙең яҡта элек 10-12 көндә үтә торғайны. Был ваҡыт арауығында ике яҡтан да ҡоҙалар бер-береһенә шул тиклем эҫенешеп, ысын мәғәнәһендә туғанлашып бөтөр ине. Хәҙер иһә ике яҡтан да, ҡыҙҙың һәм егеттең туғандары бер-береһе менән ныҡлап танышып та өлгөрмәй ҡала. Яңы барлыҡҡа килгән ғаиләнең ныҡлығын ошо ҡоҙалар араһында барлыҡҡа килгән туғанлашыу һаҡлағандыр ҙа инде. Хатта айырылышыуға етди сәбәптәр килеп тыуған хәлдә лә, ҡоҙалашҡан туғандарының мөнәсәбәтен боҙмаҫ, туғанлыҡты өҙмәҫ өсөн генә булһа ла, ғаилә тарҡалмай һаҡланғандыр. Йолалар юҡтан ғына барлыҡҡа килмәгән бит инде. Хәҙер йәштәр араһында йыш күҙәтелгән айырылышыуҙарҙың бер сәбәбе туй йолалары тулыһынса үтәлмәүгә лә бәйлелер тип уйланыла.
45-се күҙәтеүем
[үҙгәртергә]Аң көслөрәкме, әллә тәбиғи инстинктмы? Уларҙы сағыштырыу дөрөҫмө? Был хаҡта төрлө күҙәтеүҙәремә таянып мәҡәләләр яҙғаным бар. Тағы бер миҫал. Бер пашаның улы һыу эскәндән һуң ауырып китә. Уның ағыуланғанмы-юҡмы икәнлеген белер өсөн һауыттағы ҡалған һыуҙы һарыҡ бәрәсенә эсереп ҡарарға булалар. Ныҡ сарсаған бәрәс һыуҙы эсеү түгел, хатта еҫкәп тә ҡарамай, яҡын да килмәй. Икенсе һауыттағы һыу янына үҙе йүгереп килә. Ошонан һуң пашаның улын кемдер үлтерергә йыйынғанын беләләр... Былар барыһы ла тарихта ҡалһын. Хәҙер шундай һорауға яуап эҙләп ҡарайыҡ: һыуҙы еҫкәп тә ҡарамайынса, бәрәс уның ағыулы икәнлеген нисек белгән һуң? Тәбиғи инстинкт миллион йылдар буйы формалаша, шунсама йыл тәжрибәһе һөҙөмтәһе, тиҙәр. Шулай ҙа бер айлыҡ ҡына бәрәс үҙенең ниндәй һиҙеү, тойоу ағзалары аша һыуҙың ағыулы икәнлеген белгән? Аңлатыуы ҡыйын шул. Бары тик шулай тип яуап бирергә генә ҡала: бәрәсте Хоҙай иҫкәрткән, Хоҙай аралаған.
46-сы күҙәтеүем
[үҙгәртергә]Йола-традициялар үтәлешен рухиәтте һаҡларға булышлыҡ итеүсе фольклор сараһы итеп кенә аңлау - мәсьәләнең, айсберг һымаҡ, һыу өҫтөндә күренеп торған өлөшө генә. "Ғәҙәт ҡылыҡтың энеһе..." тигән Мостай Кәрим. Классик миҫал (был турала яҙғаным булды) килтерәм. Үлем түшәгенә ятҡан атай кеше улына ризалығын бирә һәм бер генә үкенесе ҡалыуы хаҡында әйтә. Ул да булһа - улының намаҙға баҫмауы. Васыяты шул була: улы атаһының йыназаһынан һуң 40 көн һуҙымында намаҙ ваҡытында мәсеткә килеп атаһын иҫләп ултырырға тейеш була. Улы атаһының васыятын үтәй һәм 41-се көндә мәсеткә үҙе килә, намаҙға ла ултыра. Ҡырҡ, ахыры, ҡырҡылыу тигәндән алынғандыр. Бер үк ғәмәлде 40 көн башҡарған кешенең был ғәмәле ғәҙәтенә күсә. Тимәк йола-традиция булмышты, холоҡто барлыҡҡа килтерә. Холоҡ - ул характер, ә характер - ул яҙмыш. Ә рухиәт иһә булмыштың, асылдың, яҙмыштың йөкмәткеһе генә. Йола-традицияһын үтәмәгән халыҡ ҡырҡ йыл һуҙымында икенсе халыҡҡа әүерелмәҫ тип кем әйтер?
47-се күҙәтеүем
[үҙгәртергә]Беҙ йыш ҡына коммунистарҙы тәнҡитләргә яратабыҙ. Бар нәмә сағыштырыуҙа күренә. Совет осоронда "Совет Башҡортостаны" гәзитенең тиражы 100 меңдән ашып киткән йылдар булды. Әгәр ҙә гәзит көн һайын сығыуын иҫәпкә алғанда аҙналыҡ тираж ярты миллионға, айлығы 2 миллион самаһына барып етә. Ошоларға башҡорт телендә сыҡҡан башҡа гәзит-журналдарҙың, район гәзиттәренең, "Китап" нәшриәтенең башҡортса сыҡҡан китаптарын өҫтәһәң, башҡорт телендә баҫылған гәзит-журнал-китаптарҙың дөйөм айлыҡ тиражы 3-3,5, йыллығы 42 миллион самаһы данаға барып етә. Тағы ла шуныһы: партия был баҫмаларҙың уҡылыуын да ойошторҙо. Совет осоро идеологияһы ниндәй генә булмаһын, ул баҫмалар башҡортса булғас, телде һаҡлау йәһәтенән уларҙың әһәмиәте иҫкиткес ҙур булды. Маҡсат ысулды аҡланы. Беҙ бына шул баҫмаларҙы уҡып үҫкән быуындар вәкилебеҙ.
48–се күҙәтеүем
[үҙгәртергә]Хат алышыуҙың һүҙ менән аңлатып булмаҫлыҡ кинәнесе, романтикаһы бар. Беҙ, буранбайҙар, үҙебеҙҙәге башланғыс мәктәптән һуң Һаҡмар аша ятҡан Сыңғыҙға йөрөп уҡыныҡ. Бер мәктәптә уҡыһаҡ та, атай–әсәйебеҙҙең йән дуҫтары Париж һәм Миңзифа Туйсиндарҙың балалары менән хат алыштыҡ. Уларҙың исеменән хатты Флүрә апай Туйсина–Аллаярова яҙҙы. Шуныһы иҫтә ҡалған:хатты мәктәп эргәһендәге почта йәшнигенә төшөрәбеҙ ҙә, үҙебеҙ мәктәп коридорында осраған Флүрә апайҙан ҡасып, күренеп ҡалһа, әллә ҡайҙан урап йөрөй торғайныҡ. Хат ҡасан Баймаҡтан урап килгәнсе байтаҡ ваҡыт үтә. Нисектер, беҙ хатҡа яҙған сәләмдәрҙе уҡырҙан алда үҙебеҙҙе күрһә, оятыбыҙҙан ер тишегенә инерҙәй инек. Яҙғыһын Һаҡмар ташып, юл өҙөлгән саҡта, Париж ағай беҙҙе дәрес бөткәнен көтөп ултырып, күмәгебеҙҙе үҙҙәренә йоҡларға алып ҡайтыр ине. Шул саҡта бәләкәс кенә Йәмил, Рәмил, Радмир урындыҡта йылмайып ултырған сабыйҙар ғына инеләр. Уларға бер барғанда Миңзифа апай холодец бешергәйне. Париж ағай уны "мөйкөлдәк" тип атаны. Был ризыҡты тәүге тапҡыр уларҙа ауыҙ иттек. Әрмелә саҡта миңә Буранбай Исҡужин хатты көн һайын яҙҙы. Дөрөҫөн әйткәндә, расхудҡа һуҡты. Ни өсөн тигәндә хат ташыусыға хат өсөн бер ҡап тәмәке бирергә кәрәк. Һағындыра шул саҡтар. Хәҙер иһә смс йә социаль селтәрҙәр аша ғына хат яҙышабыҙ.
49-сы күҙәтеүем
[үҙгәртергә]Йыш ҡына ата-әсәләрҙең шундай һүҙҙәрен ишетергә тура килә: "Балаларыбыҙ менән өйҙә башҡортса аралашабыҙ. Балалар баҡсаһының башҡорт төркөмөнә йөрөтәбеҙ, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытылған класҡа бирәбеҙ, әммә улар урамға сыҡһа, йәһәт кенә дөйөм аралашыу теленә күсә..." "Үҙ кимәлендә аралашыу мөхите булмаған саҡта һәр бер талант эйәһе юҡҡа сыға" тигән Флобер. Тел менән дә шулай. Тимәк барыһын да милли телдә аралашыу мөхите хәл итә, улай ғына ла түгел, ул мөхит баланың артабанғы яҙмышын да билдәләй. Ҡытайҙар юҡҡа ғына донъяның башҡа дәүләттәрендә үҙ кварталдарын ойоштороп йәшәмәй. Был фотола Шамонино ауылының балалары. Улар, асылда, башҡортса аралаша, әммә ара-тирә дөйөм аралашыу телендә һөйләшкән төркөмдәре лә осрап ҡуя. Тағы ла шуныһы: был балалар халҡыбыҙҙың бөрйән, үҫәргән, ҡыпсаҡ, күбәләк, түңгәүер ырыуҙары вәкилдәре. Ҡыҫҡаһы, был ауылда халҡыбыҙҙың бөтөн ырыуҙары вәкилдәре йәшәй. Тимәк, ғаиләлә, урамда, балалар баҡсаһында, мәктәптә уҡытыу-тәрбиә эшен дөрөҫ итеп ойошторғанда, 10-15 йылдан бының ыңғай һөҙөмтәләре күренәсәк. Был ауыл миҫалында бөтөн халҡыбыҙ сағыла.