Мең дә бер күҙәтеүем/60-69
60-сы күҙәтеүем.
[үҙгәртергә]26-сы көн ураҙа тотам. Йәй тотмаған өсөн. Баҡтиһәң, кешене ашҡаҙандан да һәйбәтерәк тәрбиәләгән «мәктәп» юҡ икән. Күп кенә төшөнсәләргә ҡарашымдың яйлап-яйлап үҙгәреүен тоям. «Ас кешенең асыуы яман» тиҙәр. Ни өсөн яман? Сөнки асыуланған саҡта нервы күҙәнәктәре ярҙамында ашҡаҙанға шыйыҡса бүленә һәм кеше үҙенең асығыуын ашҡаҙанын кислота ашай башлағанда нығыраҡ тоя. Тимәк был саҡта эсеңдә «бүреләр олоғанын» ишеткең килмәһә, асыуыңды еңеп өйрәнәһең инде. Был ураҙаның үҙем өсөн асҡан меңдән бер шифаһы ғыналыр тип уйлайым.
61-се күҙәтеүем.
[үҙгәртергә]Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы Станислав Говорухин Ләйсән Золотарева хаҡында: «Шул тиклем ярһыулыҡ. Ҡыҙҙа шул тиклем энергия бар – ядро зарядына етер ине...» - тине. Уйнап, әммә уйлап әйтте халыҡ артисы. Ләйсән "Урал батыр" эпосынан өҙөк башҡарғанда уның йөҙөнә иғтибар иттегеҙме? Тәбиғәт балаларҙа ял итә, ейәндәрҙә йәшәй, тиҙәр. Мин халҡыбыҙҙың хәҙерге хәл-торошонан сығып ҡыҙҙың йөҙөндәге билдәне «АСЫРҒАНЫУ» тип атаным. Ҡыҙ, үҙе лә һиҙмәйенсә, шуны эшләне.
62-се күҙәтеүем.
[үҙгәртергә]«Йөрәк һүҙе»нән һуң һаман да күңелде тынысландырып, уйҙарҙы бер көтөүгә йыйып булмай. Ҡупҡалйыны йөрәк. Йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә етә, тигәндәре шулдыр. Кисәлә булыусылар ғүмерҙәренә етерлек рух, дәрт алғандыр, меңәрләгән йәндәр ғәм уты менән тоҡанғандыр ул кисәлә. Ул төндө кисәлә булыусыларҙың йоҡламайса таң аттырыуҙары бының дәлиле!
Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла «Мәрҙәс!» билгеһе ҡуям. Зөлфиәнең ҡыҙы Гүзәл менән уңышының серен мин үҙенең йөрәген ярып сыҡҡан һүҙҙәрҙе үҙе һәм ҡыҙы башҡарыуында күрәм. Ошо уҡ шиғырҙарҙы башҡа берәү һөйләгән булһа, ундай уҡ тәьҫирле булмаҫ ине, тип тә уйлайым. Сөнки юл аҫтындағы серҙәрҙе автор үҙе генә белә. Беҙҙең шағирҙарҙың күбеһе үҙҙәре яҙғанды тыңлаусыға еткерә белмәй. Әсәле-ҡыҙлы был ҡатнашыусылар шағирәнең йөрәгенән сыҡҡан тере тойғоларын, уй-кисерештәрен, йән яныуҙарын, хафа-борсолоуҙарын теп-тере, ҡап-ҡайнар килеш тамашасыға еткерҙе. Интонациялар бик дөрөҫ һәм урынлы ҡуйылды. Зөлфиә кәрәкле баҫымдарҙы тауышы менән көйләп, тик үҙе генә белгән кисерештәрен тамашасыға еткереү оҫталығын күрһәтте. Халҡыбыҙҙың иң күркәм: ихласлыҡ, эскерһеҙлек сифаттары сағылды уларҙа.
Был проектты уйлап табыусыларға, ойоштороусыларға ла «Мәрҙәс!» Шундайыраҡ тәҡдимем дә бар: һүҙ сәнғәтенең иң юғары үҫеш баҫҡысы булып беҙҙең халыҡта борон-борондан сәсәнлек һаналған. Шуға күрә бәйгелә ҡатнашыусыларҙың үҙ иркенә ҡуйып, "Әйтеш" номинацияһын да индереү маҡсатҡа ярашлы булыр ине тием. Икенсенән, конкурстың йылдан-йыл һүҙ оҫталығы, зиһен үткерлеге йәһәтенән камиллаша, үҫешә барыуы барыбер ҙә «Әйтеш»кә алып киләсәк!
63-сө күҙәтеүем.
[үҙгәртергә]Ҡыштың тәүге көнө. Ҡар юҡ. Йәдкәр Бәширов «Бөйөк Башҡорт иле» тигән китабында беҙҙең эраға тиклем боронғо ата-бабаларыбыҙҙың ике тапҡыр бер быуатлыҡ ҡоролоҡ ваҡытында Себергә, Иран яҡтарына күсенеп, йөҙ йылдан һуң кире Уралтауға әйләнеп ҡайтыуҙары хаҡында яҙа. Ирандағы ҡурай уйнаусы бәшкәрттәр шул замандан тороп ҡалғандыр, тигән фараз да бар. Ул замандарҙа Ағиҙел һәм башҡа йылғалар бөтөнләй кипкән. Ағиҙел кипкәс, Кама менән Волга ла ҡороған бит инде. Ҡоролоҡто боронғо башҡорттар «ҡара ҡыш» тип атаған. «Ҡарғыш» һүҙе шунан килә. Күрәһең, кешегә иң насарҙы теләү ҙә шул ҡара ҡыш теләүгә бәйлелер.
Аҫаба башҡорттоң мотлаҡ белергә тейеш булған өс шартының береһе — йондоҙҙарға ҡарап эш итеү. Күрәһең, йондоҙҙарҙың телен аңлаған ата—олаталарыбыҙ ҡара ҡыш килеүен алдан белеп, уны үткәреү өсөн әҙерләнеп, ҡоролоҡ әжәленән ҡотолғандыр. Ит, һөт, емеш—еләк ризыҡтары киптереү тәжрибәһе тап шул замандан килә. Халҡыбыҙ ул заманда ҡоролоҡ килгәндә мәмерйәләрҙә һыу запасы һаҡлау серен дә белгән. Йондоҙҙар телен белмәүсе ҡәүемдәр барыһы ла юҡҡа сыҡҡан.
Синопниктар хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә ҡар яуасаҡ, Аллаһ бойорһа...
64-се күҙәтеүем
[үҙгәртергә]Малай саҡта эттәрҙең бағана. ағас төптәренә һарып йөрөүен мәҙәк итеп кенә күрә инем. Баҡтиһәң, улар ошо рәүешле йәшәгән ерҙәренә хоҡуғын белдерә икән. Бүреләр ҙә шул рәүешле үҙ биләмәләренең сиген билдәләй. Ҡоштар иһә икенсе ғаилә башлығының һайрау тауышы ишетелгән ерҙә оя ҡора алмай. Биләмә сиген билдәләүҙә рекордты бесәйҙәр ҡуя. Мыяу-заттар ярауын күмеп, бының менән уларҙың оҙағыраҡ һаҡланыуын йәғни оҙағыраҡ ваҡытҡа еҫен һаҡлауын һәм "сик һаҡсыһы" булып хеҙмәт итеүен тәьмин итә.
Эттәр, бүреләр, ҡоштар, бесәйҙәр донъяһында барыһы ла көйләнгән. Дөрөҫөрәге, бөйөк тәбиғәт уларҙы үҙ биләмәләрен һаҡлау инстинкты менән ошо рәүешле яралтҡан. Кешеләрҙең күбеһенә ер биләмәһе бөтөнләй кәрәкмәй. Донъялар үҙгәреүгә өс тиҫтәгә яҡын ваҡыт үтте: халҡыбыҙҙың нисә проценты бушлай бирелгән пай еренә документ алып, межаланы икән?
65-се күҙәтеүем
[үҙгәртергә]Бөгөн «Юлдаш» радиоһы егеттәре Халыҡ–ара Олимпия комитеты (МОК) тирәһендә барған низағтар тураһында һөйләште. Мин үҙ һүҙемдә ҡалам барыбер: низағтарҙың сәбәбе сәйәсәткә түгел, фәнгә бәйле. Беҙҙекеләр МОК–тың ҡуйған дәғүәләрен үҙебеҙҙең фәнни ҡаҙаныштарға нигеҙләнеп кенә кире ҡаға ала бит. Беҙҙә иһә фәндә лә оптималләштереү бара. Ни өсөн фәнебеҙ үҫешә алмай? Сөнки иҡтисадыбыҙ «иҙәндә» ята. Ни өсөн иҡтисад һөйрәлә? Сөнки фәнебеҙ саҡ тын ала. Ә кемдәр был сәйәси мәсьәлә тип әйтә, улар Лениндың һүҙҙәрен иҫкә төшөрһөн: «Сәйәсәт - ул иҡтисадтың бер дәүмәлгә тупланған сағылышы» ("Политика - это концентрированное выражение экономики"). Әгәр ҙә иҡтисадыбыҙ үҫешкән булһа, фәнебеҙ ҙә юғары булыр ине (йәки киреһенсә), ул сағында беҙгә бер ниндәй «МОК» та, «МОП»та дәғүәһен белдерергә баҙнат итмәҫ ине. Көслөләргә дәғүә белдермәйҙәр.
66-сы күҙәтеүем
[үҙгәртергә]Ураҙамдың бөгөн 47-се көнө. Яйлап-яйлап «эске туҡланыу» йәғни быға тиклем тупланған «запас иҫәбенә туҡланыу» механизмын үҙләштерәм. Осоп тиерлек йөрөйөм. Асығыу тойғоһон еңдем шикелле, кис ауыҙ асыу мөҙҙәте килеп етһә лә, ашағы килмәй. Баҡтиһәң, донъяла иң дөрөҫ туҡланыусылар балалар икән. Улар иртәнге. Төшкө, киске аш тигән шартлы туҡланыу ҡағиҙәләрен ҡабул итмәй, йәғни асыҡҡас ҡына ашарға һорай. Яңыраҡ бер дини китапта уҡыным. Унда Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең һүҙҙәре килтерелгән. Уның әйтеүенсә, барлыҡ ауырыуҙарҙың сәбәбе - ашҡаҙандағы ризыҡ эшкәртелеп бөтмәйенсә, өҫтәмә рәүештә ашау.
67-се күҙәтеүем
[үҙгәртергә]"Оптимизм юҡ ул, мәғлүмәт етешмәүе генә бар" тип әйтеүселәр осрай. Уларҙың фекеренсә, нимәлер хаҡында барыһын да белеп бөтмәгән кеше генә яҡты киләсәкте күрә ала. Бик бәхәсле. Мин, мәҫәлән, киреһенсә: халҡыбыҙҙың үткәне, шанлы тарихы хаҡында күберәк белгән һайын үҙемде күберәк оптимист итеп тоям. Мостай Кәрим менән дә килешем: халҡыбыҙ азатлыҡ өсөн көрәшмәгән, ә азатлығын юғалтмаҫ өсөн көрәшкән, тимәк ҡол булмаған. Әгәр ҙә ҡол булһа, регуляр ғәскәре булған дәүләткә өс быуат буйына ҡаршы тора алмаҫ ине.
68-се күҙәтеүем
[үҙгәртергә]Студент саҡта Өфөлә арзан ғына хаҡҡа туйғансы ашап сығырлыҡ ашханалар була торғайны. Салат йә винегрет, 1-се, 2-се блюдалар, сәй йә компот, картуф йә кәбеҫтә бәлештәре, икмәк - ошоларҙың барыһын 1 һумға алыу мөмкин булды. Әммә һүҙем икенсе нәмә хаҡында. Ашханала нисек кенә, күпме генә туҡланһаҡ та, бер сәғәт тә үтмәй, ҡабаттан асығыр инек. Шул уҡ ваҡытта ятаҡтағы бүлмәгә ҡайтып, әллә ни төрләндермәй генә (йә итле аш, йә картуф, йә вермишель) бер төрлө ризыҡты үҙебеҙ бешереп ашап, аҙағынан сәй эсеп ҡуйһаҡ, көнө буйына туҡ йөрөр инек. Ошо ике төрлө туҡланыуҙың айырымлығын ураҙа тота башлағас ҡына аңланым. Хикмәт еҫтәрҙә икән. Ураҙа еҫ һиҙгерлеген арттыра. Кеше ашты үҙе бешергән саҡта таралған еҫтәр уның ашҡаҙанында тап шул еҫкә, тимәк әҙерләнгән ризыҡҡа кәрәкле ферменттарҙы бүлеп сығарып, ашҡаҙан алдан уҡ шул ризыҡты ҡабул итергә әҙерләнә, алдан уҡ эшләй башлай. Ашханаларҙа иһә кухня бүлмәләре айырым урынлашҡас, еҫтәрҙең залға үтеү мөмкинлеге сикле. Тимәк ашхана ризығын ашҡаҙан эшкәртмәй.
69-сы күҙәтеүем
[үҙгәртергә]Яңы йыл алдынан ҡолап китерлек яңылыҡ: спиртлы эсемлектәрҙең градусын кәметәләр, ниндәйҙер тәмләткес өҫтәйҙәр. Был, беренсенән, эсеүселәрҙең һанын ҡырҡа арттырасаҡ, икенсенән, "һыра алкоголизмы" миҫалындағы һымаҡ градусы түбән, етмәһә тәмле булып тойолған эсемлеккә өйрәнгәндәргә унан ҡотолоуы ауыр буласаҡ. Тәҡдим ителгән эсемлек кешенең ихтыярын яйлап, әммә ныҡ итеп һындырыуға иҫәпләнгән. Ҡаты һәм тәме булмаған эсемлекте ҡабул итеүселәр унан тиҙерәк ҡотола ала. Дошманының көслө һәм зәһәр булыуы кешене нығыраҡ һәм тиҙерәк сыныҡтыра. Был хәлде ваҡытында ныҡ эскән һәм унан ҡотолған кеше булараҡ яҡшы аңлайым. Әйткәндәй, 2018 йылдың 19 июлендә айныҡ тормошома 20 йыл тула. Хоҙай ғүмер бирһә, байрам итермен, тием.