Милли мәғариф
Тураһын әйткәндә... рубрикаһынан
Август кәңәшмәләре... милли мәғарифҡа бағышланһын
[үҙгәртергә] «Киске Өфө» гәзите милли мәғарифҡа, башҡорт телен һәм дәүләт теле булараҡ уҡытыу
проблемаларына әленән-әле мөрәжғәт итеп тора. Быйыл 3-сө һанда «Ҡоролтай зыңғыры» рубрикаһында
баҫылып сыҡҡан сығышында Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары
Буранбай Күсәбаев милли мәғариф өлкәһендәге етешһеҙлектәргә, проблемаларға ентекле анализ
яһағайны. 13-сө һанда Сибай ҡалаһы «Ирәндек» лицейының башҡорт теле уҡытыусыһы Назиә Бикбова ла
мәғарифтағы бөгөндән хәл итергә кәрәкле тос фекерҙәр әйткәйне. Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август
кәңәшмәләре алдынан мин дә үҙемде борсоған бер нисә проблемаға туҡталып үтмәксе булдым.
Үҙенең эш тәжрибәһенә таянып, 2011 йылда 141-се мәктәптә башҡорт телен уҡытып йөрөгән Фәүзиә Фәһим ҡыҙы Мортазина рус телле 1 класҡа тәғәйенләнгән, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу өсөн методик комплект яҙғайны. Балаларҙың коммуникатив телмәрен үҫтереүгә күберәк иғтибар биреү маҡсатына хеҙмәт итерлек дәреслек ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул комплект быйылғы 2014/2015 уҡыу йылы башланыр алдынан ғына донъя күрҙе һәм башҡорт туған телен өйрәнеүсе 1-ләр өсөн тәғәйенләнде. Сөнки, үкенескә ҡаршы, икенсе быуын стандарттары индерелгәндән бирле 1-се класта башҡорт дәүләт теле уҡытылмай.
Үткән уҡыу йылы башланыр алдынан ошо комплекттың «Эш дәфтәре»н башҡорт дәүләт телен беренсе йыл өйрәнәсәк 2-се кластарҙың ата—әсәләренә, һатып алыуҙарын үтенеп, мөрәжәғәт иттек. Рәхмәт ата—әсәләргә, беҙҙең үтенесте күтәреп алдылар, 2-се класта уҡыған Батталова Әҙиәл исемле ҡыҙҙың әсәһе хатта, «Эш дәфтәре»н төҫлө сканер аша барса уҡыусыға етерлек итеп үткәреп бирҙе. Рәхәтләнеп, яратып башҡаралар уҡыусыларым ундағы эштәрҙе. Шундай тәжрибәнән сығып, йәғни дәреслектәр сығарыу эше ентекле ойошторолһон өсөн Милли мәғариф институтының филиалын тергеҙеү маҡсатҡа ярашлы булыр ине, тип хыяллана уҡытыусылар. Ваҡытында Башҡортостан милли мәғариф институты Рәсәйҙәге көслө методик үҙәктәрҙең береһе ине. Тимәк, оптималләштереү алға ынтылышты тотҡарлай, регресҡа әйләнә, тип әйтергә генә ҡала. Эштәр көйләнеренә һаман ышанабыҙ, өмөттө өҙмәйбеҙ.
Милли мәғариф өлкәһендәге проблемалар бының менән генә тамамланмай шул, үкенескә күрә. Иғтибар итегеҙ әле, Өфө мәктәптәрендә уҡып йөрөгән һәр башҡорт балаһы башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнәме? Юҡ, өйрәнмәй. «Туған тел» дәрестәре, тип балаларыбыҙ күп ораҡта рус теоенән төп йомғаҡлау аттестацияһына йә БДИ-ға әҙерләнә. Ата—әсәләр «Балам рус теленән көсһөҙ, имтиханды насар биреп ҡуймағайы», тип хафаланып, балаһын туған башҡорт теле дәресенә йөрөтөргә ризалыҡ бирмәй. Класс етәкселәре, мәктәп етәкселеге, ата—әсәләрҙе махсус йыйып, башҡорт теле белгестәрен, абруйлы, рухлы кешеләр менән осраштырып, туған тел өйрәнеүҙең кәрәклеге тураһында инандырырлыҡ йәнле әңгәмәләр ҡорамы? Юҡ инде, юҡ! Ошонан сығып, күптәрҙең теләген, шулай уҡ Бөтөн донъя башҡорттары Ҡоролтайының Башҡарма комитеты күтәреп сыҡҡан тәҡдимде тағы ла бер тапҡыр ҡабатлайым: 2015 йылғы август кәңәшмәһе Башҡортостан Республикаһындағы милли мәғариф торошона бағышланһын ине.
Былтырғы уҡыу йылы башланғас, Дим районы башҡорттары ҡоролтайы ағзалары менән Дим районы мәктәптәрендә «Башҡортостан Республикаһында Дәүләт телдәре тураһында»ғы закондың үтәлешен тикшереп йөрөнөк. 103-сө һәм М. Шайморатов исемендәге 104-се мәктәптәр етәкселәренең башҡорт туған телен уҡытыу буйынса шәхсән позитив ҡарашы миңә бик оҡшаны. Улар (үҙҙәре рус милләтлеләр) моңһоҙ ата—әсәләр менән әңгәмәләр ҡороп, башҡорт милләиле уҡыусыларҙың башҡорт туған телен өйрәнеүенә булышлыҡ итәбеҙ, тинеләр. Ысынлап та, "тыңлауһыҙ" етәкселәргә күрһәтмә документтар ебәрергә, уларҙан РФ Конституцияһында һәм Балалар хоҡуҡтары Декларацияһында яҙылған «Һәр баланың туған телен өйрәнергә хоҡуғы бар» тигән пунктты мотлаҡ үтәүен талап итергә кәрәк ине ул.
Дөрөҫөн әйткәндә, тел булмаһа, илең дә юҡ. Миңә академик Роберт Ниғмәтуллиндың Башҡортостан халыҡтары Ассамблеяһындағы сығышында (2000 йыл) әйткән һүҙҙәре иҫкәртеү кеүек яңғырай: «Әгәр беҙ Башҡортостандабашҡорт телен һаҡламаһаҡ, беҙҙе тарих ғәфү итмәйәсәк». Ә ғалим Вәкил Исмәғил улы Хажиндың «Туған телде белеү милли идеяға әйләнергә тейеш», тигән тәҡдиме һәр башҡорт кешеһе өсөн әйҙәүсе күрһәтмә булырға, телен хөрмәт иткән, уны популярлаштырыу өсөн әүҙем эшләгән һәр башҡорттоң тормош девизына әйләнергә тейеш. Теле өсөн янып йөрөгән һәр башҡорт кешеһе, ата—әсә булараҡ, Хөкүмәтебеҙҙән, исмаһам, альтернатив дәрелектәр талап итһә, хакимиәттәрҙәге дәүләт телдәре буйынса комиссиялар, Яҙыусылар союзы, мәҙәниәт әһелдәре (Башҡордәүләт филармонияһы артистарына рәхмәт, мәктәптәргә киләләр, башҡортса йырҙар яңғыраталар, милли бейеүҙәр башҡаралар), Башҡортостан телевидениеһы, матбуғат хеҙмәткәрҙәре мәктәптәргә барып, осрашыуҙар үткәрһә, башҡорт телен белгән балаларҙы, уларҙың ата—әсәһен хуплау һүҙҙәре менән дәртләндерһә, уларға ҡанат ҡуйһа, туған телгә ҡараш бермә—бер ыңғай яҡҡа үҙгәрер ине.
Методикаһын заманса алымдар менән байытып эшләп йөрөгән башҡорт теле уҡытыусыларына ла маҡтау, һәләттәрен тейешенсә баһалау бик тә кәрәк. Эрудициялы, Тыуған ил тарихын, мәҙәниәтен биш бармағы кеүек белгән, үҙенең балалары һәм ейәндәре сатнатып башҡортса һөйләшкән, үҙенең ғаилә шәжәрәһен генә түгел, ауылындағы нәҫелдәр шәжәрәләрен өйрәнгән, уҡыусыларын туған тел менән бәйле тикшеренеү эштәренә йәлеп иткән башҡорт теле уҡытыусыһы ғына туған теленә бар ҡеүәте менән хеҙмәт итә һәм башҡаларға өлгө була ала, тип раҫларға мөмкин. Күрә һәм баһалай белергә кәрәк һәләтле уҡытыусыларҙы.«Йыл уҡытыусыһы» кокурсында ҡатнашыу — үҙе бер һынау, үҙенсәлекле бер БДИ. «Киске Өфө»лә Фәүзиә Яхина апай уҡытыусыларға һынау үткәрергә, бар яҡлап үҫеш кимәлен, ижади мөмкинлектәрен үлсәргә тәҡдим итә, бәлки, был да дөрөҫтөр. Һәр уҡытыусы аудитория алдында тотлоҡмайынса сығыш яһай белергә. һәр ваҡыт белемен арттырыу өҫөтндә арымай—талмай эшләргә, үҙенең ҡыҙыҡһыныуҙарын уҡыусыларына ла "йоҡторорға" тейеш. Үҙен хөрмәт иткән һәр уҡытыусының «Йыл уҡытыусыһы» һәм башҡа профессиональ, мәҙәни—интеллектуаль кокурстарҙ, йәмәғәтселек ойошторған сараларҙа ҡатнашыуы, эрудициялы булыуы мотлаҡ. Башҡорт теле уҡытыусыһы, үҙе һайлаған йүнәлеште белеү генә түгел, донъя әҙәбиәтенең, мәҙәниәтенең тарихы, бөгөнгө үҫеше менән даими ҡыҙыҡһынырға, рус телендә иркен аралашырға тейеш. Шунда ғына ул ысын уҡытыусы була ала. Күптән түгел Үҙәк телевидениела ойошторолған бер тапшырыуҙа педуниверситет студенттарына, буласҡ уҡтыусыларға, белем кимәлдәрен тикшереү маҡсатында, еңел генә һорауҙр бирҙеләр. Бер һорауға лә дөрөҫ яуап бирә алманы шул хәсрәт тоҡсайҙары.
Ләкин ябай уҡытыусы ғына хәл итә алмағанпроблемалар бик күп. Әйтеп үттем бит: ябай башҡорт теле уҡытыусыһы үҙ инициативаһы менән дәреслек яҙған, «бишле» уға. Тик бындай башланғыстарҙы күтәреп алырға, шундай дәреслектәрҙе фәнни эшкәртеүсе методист—ғалимдарҙың ярҙамы кәрәк. Әгәр стандарттарға ярашлы дәреслектәр ваҡытында әҙер булһа, БР Мәғариф министрлығынан мәктәп етәкселәренә башҡорт телен дәүләт теле һәм туған тел булараҡ ҡытыу буйынса мотлаҡ үтәлерҙә аныҡ күрһәтмәләр ебәрелһә, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү дәрестәре күләмен һаҡлап ҡалыр инек.
Кәңәшмәләрҙә, түңәрәк өҫтәлдәрҙә осрашҡанда шул турала һораһаң: «Башҡорт телен дәүләт теле һәм туған тел булараҡ уҡытыуҙы һаҡлап ҡалыуҙы һеҙ үҙегеҙ талап итегеҙ, директорға инеп һөйләшегеҙ, төбәк компонент дәрестәренә шунсама процент сәғәт бүленергә тейешлеген аңғартығыҙ», — тип, уҡытыусыларҙың үҙҙәренә бурыс һала ла ҡуялар. Талап итергә тейеш урында ултырғандар нимә эшләргә тейеш һуң улайһа?
Һүҙемдең һуңында шуны әйткем килә: туған башҡорт телебеҙ, ни тиклем парадоксаль яңғырамаһын, Хөкүмәт яҡлауына мохтаж.
Тиҙ арала Федераль стандарттар талаптарына тура килгән альтернатив дәреслектәр сығарылмаһа, БР Мәғариф министрлығы хәл иткес ҡарарҙар ҡабул итмәһә, республикаға исем биргән халыҡтың туған теле, Башҡортостан Республикаһындағы дәүләт телдәренең береһе, башҡорт туған телебеҙ, тағы ла ауырыраҡ һынау алдына ҡуйыласаҡ. Мәсьәләне бөтөнләй һуңламаҫ элек хәл итеп ҡалыр кәрәк.
Ә милләттәштәргә шуны әйтке килә: Туған телде һаҡлау бурысын милли идеяға әйләндерәйек, башҡа милләттәрҙе хөрмәт итеп, үҙебеҙҙе яратып йәшәйек!
Миңһылыу Абдуллина, Өфөләге 123-сө лицейҙың башҡорт теле уҡытыусыһы
Сығанаҡ
[үҙгәртергә]Миңһылыу Абдуллина. «Август кәңәшмәләре... милли мәғарифҡа бағышланһын», «Киске Өфө», 2015 йыл, 3—9 август, 32-се һан, 1, 3 б.
Ҡайһы бер һығымталар
[үҙгәртергә]- Ф. Ф. Мортазина кеүек башҡорт туған һәм дәүләт телен уҡытыу өсөн янып йөрөгән, белем биреүҙә баланы ҡыҙыҡтырырлыҡ алымдар өҫтөндә эшләгән уҡытыусыларға ныҡлы ғилми-методик ярҙам етмәне шул. Ул, уҡытыу-методик комлектына анализ яҙыуымды үтенеп, үҙе килеп тапты мине.
2010 йылда өлкән ҡыҙыма Шамонинда ағастан өй һалынып бөткәндән һуң, беҙ "көтөүебеҙ" менән: өлкән ҡыҙым ғаиләһе менән өсөнсө ҡыҙым ғаиләһе менән, мин һәм кесе ҡыҙым (ул саҡта студент) шул "түшәм аҫтына һыйындыҡ". Сөнки фатир "яллап" йәшәү бик тә кеҫәгә һуға ине. Йәй буйы шунда йәшәнек тә, тағы бер ҡыш кеше тупһаһында көн күргәндән һуң, йәйге осорҙа тағы Шамонинға күстек. Өсөнсө ҡыҙым менән кейәүем апаларының өйөнә ваҡытлыса йәшәп торорлоҡ төкәтмә әтмәләштереү менән була башланы.
Шул саҡта килде мине эҙләп Фәүзиә (министрлыҡтан мине тәҡдим иткәндәр, рецензент булырға). Ғалимдарға әйтеп ҡараған, әммә уларҙың күпселеге, «авторҙаш итһәң генә, яҙам» тиҙәр икән. Фәүзиә ундай шартҡа риза булмаған, әлбиттә.
Ләззәтләнеп эшләнем, һоҡландым шул талантлы йәш уҡытыусы, Мәсетле районы ҡыҙы Фәүзиә Фәһим ҡыҙы һәм уның ҙур хеҙмәтенә, аҙна-ун көн эсендә 1 класта башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуға йүнәлтелгән уҡытыу-методик комплектына (унда дәреслек, Эш дәфтәре, уҡытыу-методик ҡулланмаһы ингәйне) рецензия яҙа алдым. Һаман да аңлай алмайым, нишләп мин яҙырға тейеш инем, туған телебеҙҙе «бик яратҡан» ғалим-методистарҙың белеме етмәҫ инеме икән шул анализды яҙырға. Минең бит ғилми дәрәжәм юҡ. Күңел тарлығы, дан-шөһрәт көҫәү ҡамасаулаған. Атайым яғынан туған бер ағай: «Диплом — белем күрһәткесе генә, юғары белем генә рух та, аҡыл да бирмәй» ти торғайны. (* Бер тапҡыр Рафаэль Аҙнағоловтың методик китабына ла рецензия яҙғаным булды, ҡулъяҙма вариантын иҫтәлек итеп һаҡлайым әле лә).
Министрлыҡҡа барҙым, шатланып, талпынып, һөйләп бирҙем, рецензия яҙҙым, тинем. Түләргә тейештәр ине, 2 мең тирәһе. Хатта квитанция һымаҡ бер ҡағыҙ ҙа тотторҙолар. Түләмәнеләр, аҡсалары булманы, шикелле. Уныһы бәлә түгел инде...
Мәғарифты үҫтереү институтында башланғыс кластар методисы, ғалим Зәкиә Муллағәле ҡыҙы Нафиҡова эшләй. Бер тапҡыр курстарға килгәндә, осраҡлы ғына танышып киткәйнек. Уға мөрәжәғәт иттем, Фәүзиә Фәһим ҡыҙына ярҙам итеүен үтендем, уның телефонын бирҙем.
Рәхмәт, ошо киң күңелле ханым, Мортзинаның идеяһын күтәреп алды. Һәм был комплектҡа ингән дәреслек, Эш дәфтәре, ҡулланманың икенсе, методик, авторы булды. Хәҙерге көндә был альтернатив дәреслек бер нисә томдан тора, йәғни 1—4 кластарға тәғәйенләнгән уҡытыу-методик комплекттары донъя күрҙе. Һәм башҡорт теле уҡытыусылары уны бик теләп ғәмәлдә ҡуллана.
2014/2015 уҡыу йылында, ниһайәт, үҙемә лә, 2-се класс уҡыусыларым менән ошо 1-се класс дәреслеге буйынса эшләргә тура килде. 15 дәреслекте үҙ аҡсама һатып алдым «Китап» магазинынан. Дәрес ваҡытында алдарына таратып һала инем дә, дәрес һуңында йыйып ала инем. Эш дәфтәрен Фәүзиә бүләк иткән өлгөнән, барыһына ла етерлек итеп, бер әсәй төҫлө принтерҙа баҫтырып бирҙе, рәхмәт яуғыры.
Ни өсөн 2-се класта ғына ҡулландым? Сөнки был дәреслек 1 класс өсөн, тип баҫылған арала, 2013 йылдан, яңы мәғариф стандарттары хасил булды. Һәм «рус хәрефтәрен яңы ғына таный башлаған 1-се класс уҡыусыларына ауыр йөк булмаһын өсөн», башҡорт дәүләт телен 2-се кластан ғына һәм аҙнаһына ни бары 1 сәғәт кенә уҡыта башланылар.
Әгәр ҙә ғалим-методистар, һәлкәүлек күрһәтмәһә, ғәмәлдә эшләгән зирәк, эшсән уҡытыусыларҙың эшен көйләп, ҡулға ҡул тотоношоп эшләгән булһа, бәлки, альтернатив дәреслектәр 2006 йылдарҙа уҡ ярҙамға килер ине.
Кем белә инде, Ельциндың «суверенитетты йота алғансы йотоғоҙ» тигән тотороҡһоҙ тәҡдименә ҡолаҡ һалып, тиҙ арала ҡануни раҫлап, башҡорт телен 1999 йылда дәүләт теле тип танығандан бирле, уны, дәүләт теле һәм туған тел булараҡ мәктәптәрҙә уҡыта башлаған булһаҡ, бәлки, нығынған ниргәле булыр инек.
Тарҡаубыҙ, берҙәмлек тә, тәүәкәллек тә етмәй...
- Түҙә-түҙә, башҡорт ауылдарында мәктәптәр күпләп ябыла башлағас, прокуратура тикшеренеүҙәре алҡымдан алып, башҡорт теленең бөтөнләй «көнө бөтөүе» тойомланғас, 2017 йылғы митингылар осоро башланды инде. Унда ла кем сыҡты, кем юҡ...
Митингыла йөрөгәндәрҙең ҡайһын телдән киҫәттеләр, ҡайһынан яҙма аңлатмалар алдылар. Башҡорт теле уҡытыусылары митингыларға сыҡмаһын тип, төрлө «саралар» ойошторған булып, махсус тотҡарлыҡтар тыуҙырҙылар. Бер байтаҡ билдәлелек алған шағирә икенсе танылған шағирәгә, «нишләп митингыла йөрөйһөң», тип асыуланған. Һәм әлеге мәлдә митингыларҙа энергия түкмәгән ошо ханым ғәҙеллек өсөн көрәштә ҡатнашҡанының вазифаһына эйә булды.
Тыуған төбәк яҙмышын алдан күҙаллаған һәм ойошма булып тупланған башҡорт йәштәре, тел яҡлаусы ғына түгелдәр, ә саф мейеле, аҫабалыҡты раҫлай, дөрөҫ фекер йөрөтә алырлыҡ сәләмәт быуын үҫтерергә тырышыусылар. Улар күркәм тәбиғәтебеҙ байлыҡтарын, гүзәллеген балаларына, ейән-бүләләренә бысранмаған килеш тапшырырға ынтылыусылар. Ошо айыҡ йөрәкле йәштәребеҙгә «милләтсе» мөһөрө тағып маташалар. Эйе, улар милләт өсөн, милли дәрәжәне лайыҡлы һаҡлаусылар!