Эстәлеккә күсергә

Миләш һәм балан (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Ете юлдың сатында
    Егәрле еңгә ултыра.
    Муйынсағын таҡҡан,
    Ҡыҙыл кершән яҡҡан.
  2. Юл буйында һылыу килен
    Биҙәнә лә төҙәнә.
  3. Ете юлдың сатында
    Һулыған тирәк ултыра.
    Ҡанатынан ҡан тамып,
    Ҡарғай-ҡарғай ултыра.
  4. Бөркәнсегем ҡан ише,
    Бороп, талға ташланым.
  5. Сытырлы-мытырлы,
    Үҙе йом(о)ро,
    Үҙе ҡып-ҡыҙыл.
  6. Урман яғалай ҡыҙыл төймә.
  7. Урманда ҡыҙыл ситегем эленеп тора.
  8. Ҡаршыма килеп баҫҡан,
    Ҡыҙыл муйынсаҡ аҫҡан.
  9. Иҙел буйында ахаҡ төймә.
  10. Сытыр-мытыр араһында
    Ҡыҙыл әтәс ултыра.
  11. Уҡтау ҙа уҡтау,
    Уҡтау башы суҡтау,
    Уны тапҡан егеттәргә
    Бер сәкмәнлек ҡыҙыл буҫтау.
  12. Ялбыр ағас башына
    Ҡыҙыл ситек эленгән.

Киптерергә эленгән балан

  1. Өй башында ҡыҙыл ситек.