Эстәлеккә күсергә

Мискә (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
Мискә.
(1815-1905)
  1. Билен биш ерҙән быуған,
    Үҙе урманда тыуған.
  2. Имән таҡта бил быуған,
    Ҡабырғаһында тишек.
  3. Аҙбарҙа ҡара танам бар ине,
    Уның да ҡабырғаһы тишелгән.
  4. Ҡара һыйырымдың ҡабырғаһы тишек.
  5. Ялҡау ята,
    Танауынан тартһаң, һыу ата.

Арба өҫтөндәге мискә

  1. Ишек,
    Ишек өҫтөндә бишек,
    Урамда йөрөй,
    Ҡабырғаһы тишек.
  2. Ишек,
    Ишек өҫтөндә бишек,
    Бер үгеҙем бар ине,
    Ҡабырғаһы тишек.