Мосолман доғалары (юл хәүефһеҙлеге өсөн)

Викидәреслек проектынан

ШОФЕРҘАРҘЫ ЮЛ ҒАЗАПТАРЫНАН ҺАҠЛАУСЫ ДОҒАЛАР ҮӘ АЯТТАР Ильшат Хафизи

Китапты өлөшләтә йәки тулыһынса ҡулланыу тыйылмай, һуп күрелә. www.dagvat.ru сайтында табырға үә бушлай күсермә эшләп алырға була. Күмәртәләп алыу өсөн беҙҙең менән: 8-903-311-80-53 йәки 8-937-30-33-734 телефондары буйынса бәйләнешкә керергә була.

Офсет ысулы менән баҫылды. Форматы 60 х 90 1/16.Тиражы 1500 дана. «Дәғүәт нәшриәте».

Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим Мөхтәрәм шоферҙар һәм башҡа транспортта йөрөтөүселәр! Берәй алыҫ йәки яҡын юлға сығып китәһегеҙме, ул ваҡытта хәйер-фатихаһыҙ һәм доғаһыҙ үҙеңде тыныс һәм бәхетле итеп тойоу, әлбиттә, мөмкин түгелдер. Шуны иҫәпкә алып, "Дәғүәт" нәшриәте, ҡәҙерле шоферҙарыбыҙ һәм башҡа транспорт йөрөтөүселәр өсөн, махсус доғалар китабы сығарҙы.

Ғәзиз ҡәрҙәштәрем! Ошо ҡулығыҙҙағы мөбәрәк доғалыҡтар китабы шоферҙар һәм башҡа танспорт йөрөтөүселәре өсөн генә түгел, был доғалар өләсәй-олатайҙары, ата-әсәләре, ғәзиз балалары, яҡындары, ҡәрҙәштәре өсөн дә файҙалы булыр тигән өмөттә ҡалабыҙ. Ин шәә Аллаһ, үҙҙәрәнең транспортта йөрөүсе яҡындарына аҡ теләктәр теләп, бәлә-ҡазаларҙан, Раббым, уны Үҙең һаҡла, тип ошо мөбәрәк доға китабын үҙегеҙ менән йөрөтөп, уҡыһағыҙ оло сауаптарға ирешерһегеҙ.

Сәфәр доғаһы[үҙгәртергә]

ﺒِﺴْﻢِ ﺍﷲِ ﻟﺭَّ ﺤْﻤﻦِ ﺍﻟﺭَّ ﺤِﻴﻡِ ﺴُﺑْﺤَﺎﻦَ ﺍﻠَّﺬِﻯ ﺴَﺣَّﺭَ ﻠَﻧَﺎ ﻫَﺫَﺍ ﻮَﻤَﺎ ﻜُﻧَّﺎ ﻠَﻪ ُﻤُﻗِْﺮﻨِﻳﻦَ ﻮَ ﺇِﻥَّ ﺇﻠﻰ ﺮَﺑِّﻧَﺎ ﻠﻤُﻧْﻘﻟِﺑُﻭﻥَ ﺑِﺳْﻡِ ﺍﷲِ ﻤَﺟْﺮﻳﻫَﺎ ﻮَﻤُﺮْﺴﻴﻫَﺎ ﺇﻦَّ ﺮَﺑِّﻰﻠﻐﻔُﻮﺮُ ﺮَﺤِﻳﻡِ

Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим Сүбхәәнәлләҙии сәххәра ләнәә һәәҙәә үә мәә күннәә ләһүү мүҡриниинә үә иннә иләә Раббинәә ләмүнҡалибүүн. Бисмилләәһи мәҗрииһәә үә мүрсәәһәә иннә Раббии ләғафүүрур-рахиим.

Мәғәнәһе: "Эй, тәрбиәсебеҙ Аллаһ Тәғәлә! Һинең исемеңде телгә алып юлға сығам. Миңә биргән сәләмәтлек һәм эш өсөн Һиңә шөкөр итәм. Сәфәрҙә йөрөгәндә мине, машинамды һәм юлсыларҙы бәлә-ҡазаларҙан һәм бөтөн ҡурҡыныстарҙан, Раббым Аллаһ, Үҙең һаҡла, ярҙамыңдан ташлама. Беҙ күпме генә гонаһлы булһаҡ та, Һин беҙҙе ғәфү ит. Барып етәһе еребеҙгә һау-сәләмәт етеүебеҙҙе насип ит. Балалары-быҙҙы ата-әсәһеҙ ҡалдырма. Ошо юлдан әйләнеп ҡайтҡанда, ғаиләләребеҙҙе ҡайғы-хәсрәтһеҙ күрергә насип ит. Эй, Раббым Аллаһ, Һинең һәр нимәгә көсөң һәм ҡөҙрәтең етер".

Юлға сыҡҡанда уҡыла торған доға[үҙгәртергә]

Юлға сыҡҡанда уҡылырға мөмкин булған бер нисә доға бар, беҙ уларҙы ин шәә Аллаһ еткерербеҙ.

Шофер кеше руль артына ултырғас, "бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим" әйтеп, өс, биш йәки ете тапҡыр "Аятүл-Күрси"-не уҡыр һәм әкрен генә урынынан ҡуҙғалып китер.

"Аятүл-Күрси" шулай уҡ һәр төрлө сихырҙар-ҙан да шифаһы булған аят булып тора.

Аятуль-курси

بِسْمِ اللهِ الرَّحْمنِ الرَّحِيمِِ اللّهُ لاَ إِلَـهَ إِلاَّ هُوَ الْحَيُّ الْقَيُّومُ لاَ تَأْخُذُهُ سِنَةٌ وَلاَ نَوْمٌ لَّهُ مَا فِي السَّمَاوَاتِ وَمَا فِي الأَرْضِ مَن ذَا الَّذِي يَشْفَعُ عِنْدَهُ إِلاَّ بِإِذْنِهِ يَعْلَمُ مَا بَيْنَ أَيْدِيهِمْ وَمَا خَلْفَهُمْ وَلاَ يُحِيطُونَ بِشَيْءٍ مِّنْ عِلْمِهِ إِلاَّ بِمَا شَاء وَسِعَ كُرْسِيُّهُ السَّمَاوَاتِ وَالأَرْضَ وَلاَ يَؤُودُهُ حِفْظُهُمَا وَهُوَ الْعَلِيُّ الْعَظِيمُ

Бисмилләәһир-рахмәәнир- рахиим

Аллааһү ләә иләәһә илләә һүүәл-хәййүл ҡаййүүм, ләә тә᾽хуҙүһүү синәтү үә ләә нәүүм, ләһүү мәә фис-сәмәәүәәти үә мәә фил-әрд, мәнң ҙәлләҙии йәшфәғү ғиңдәһүү илләә би᾽иҙниһ, йәғләмү мәә бәйнә әйдииһим үә мәә халфәһүм үә ләә йүхитуунә бишәй᾽им-мин ғилмиһии илләә бимәә шәә, үәсиғә күрсиййүһүс-сәмәәүәәти үәл-әрд, үә ләә йә᾽үдүһүү хифҙуһүмәә үә һүүәл-ғәлиййүл ғаҙыйм.

Мәғәнәһе: Аллаһ Тәғәлә—терек булыусы, ғәләмдең һәр бер эшен тәҡдир ҡылыусы (алдан күреп эш итеүсе). Аллаһ Тәғәләнән башҡа ғибәҙәт ҡылырға һис бер зат юҡтыр. Ул һәр ваҡыт йәшәй һәм һәр ваҡыт буласаҡ. Ул йоҡламай ҙа һәм Уны йоҡомһорау ҙа алмай. Күктәрҙә һәм ерҙә булған барлыҡ нимәләр ҙә—Уныҡы. Уның ҡаршында, Уның рөхсәтенән башҡа кем нимә булдыра ала? Һис кем берәүгә лә шәфәғәт ҡыла алмаҫ, Уның теләгенән генә булыр, Ул Аллаһ Тәғәлә күктәрҙә һәм ерҙә булған бәндәләрҙең үҙҙәренән әүүәл булған нимәләрҙе лә, киләсәктә буласаҡ нимәләрҙе белеп тора. Ул бәндәләр Аллаһ Тәғәлә белгән нимәләрҙе һис ҡасан белә алмаҫтар. Аллаһ Тәғәлә теләгән ҡәҙәр генә белерҙәр. Уның көрсиһе (идаралығы) Күктәрҙе һәм Ерҙе биләй. Күктәрҙе һәм Ерҙәрҙе һаҡлау—Уны ауырһындырмай-ҙыр. Ул Бөйөк һәм Оло (аҡылдар һәм фәһемдәр (фекерҙәр) етмәүҙән пактыр).

Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм юлға сыҡҡанда ошо доғаны уҡыған[үҙгәртергә]

ﺃﻠﻟَّﻬُﻡَّ ﺇﻟﻳْﻙ ﺘﻮَﺟَّﻬْﺖُ ﻮَ ﺑِﻚَ ﺍﻋْﺘﺻِﻣْﺖُ ﺃﻠﻟَّﻬُﻡَّ ﺍﻜْﻔِﻨِﻰ ﻤَﺎ ﺃﻫَﻤَﻨِّﻰ ﻮَ ﻤَﺎ ﻻ ﺃﻫْﺘﻡُّ ﻟﻪُ ﺃﻠﻟَّﻬُﻡَّ ﺯَﻮِّﺪْﻨِﻰ ﺍﻠﺘّﻗْﻮَ ﻮَ ﺍﻋْﻔِﺮْﻠِﻰ ﺬﻨْﺑِﻰ ﻮَ ﻮَﺠَّﻬْﻨِﻰ ﻠِﻠْﺨَﻳْﺮِ ﺃﻴْﻦ ﻤَﺎ ﺘﻮَﺠَّﻬْﺖُ

"Аллааһүммә иләйкә тәүәджджәһтү үә бикәғтәсамтү. Аллааһүмәкфинии мәә әһәммәнии үә мәә ләә әһтәммү ләһ. Аллааһүммә зәүүиднит-тәҡүә үәғфир-лии ҙәнбии үә үәджжәһнии лил-хайри әйнә мәә тәүәджжәһтү".

Мәғәнәһе: "Эй, Раббым! Һиңә йүнәлдем һәм Һиңә һыйындым. Раббым Аллаһ! Шикле һәм шикһеҙ нимәләрҙән миңә таяныс бул. Тәҡүәлекте миңә ризыҡ ит.

Эй, Раббым, гонаһтарымды ғәфү ит һәм ҡайҙа ғына китһәм дә, ҡайҙа ғына барһам да, эй, Раббым, мине һәр ваҡыт хәйерле эштәргә насип ит".

Транспорт эйәһе урынынан ҡуҙғалып киткәс ошо доғаны уҡыр[үҙгәртергә]

ﺴُﺑْﺤَﺎﻦَ ﺍﻠَّﺬِﻯ ﺴَﺣَّﺭ َ ﻠَﻧَﺎ ﻫَﺫَﺍ ﻮَ ﻤَﺎ ﻜُﻧَّﺎ ﻠَﻪُ ﻤُﻗِْﺮﻨِﻳﻦَ

Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим. "Сүбхәәнәлләҙии сәххәра ләнәә һәәҙәә үә мәә күннәә ләһүү мүҡриниин".

Мәғәнәһе: "Был ултырып йөрөй торған нимәләрҙе беҙге хеҙмәт иттергән Аллаһ Тәғәләнең даны бөйөктөр. Ул бөтөн етешһеҙлектәрҙән пактыр, юҡһа, беҙ быларға көс еткерә алмаҫ инек".

Һалдатҡа оҙатҡанда уҡылған доға[үҙгәртергә]

ﺃﻠْﺤَﻤْﺩُ ﻠِﻟّﻪِ ﺮَﺐِّ ﺍﻟْﻌﻟﻤِﻳﻦَ ﻮَﺍﻠﺻَّﻼﺓُ ﻮَ ﺍﻠﺴَّﻼﻡُ ﻋَﻠﻰ رَﺴُوﻠِﻴﻨَﺎ ﻤُﺤَﻤَّﺪ ٍوَ ﻋَﻠﻰ ﺃﻠِﻪِ ﻭَ ﺼَﺤْﺑِﻪ ِﺃﺠْﻤَﻌِﻴنَ ﺃﻋُﻭُ ذﺑِﺎﻠﻠّﻪِ ﻤِنَا ﻠﺸَّﻴْﻁﺎ نِا ﻠرّﺠِﻴﻡِ ﺑِﺴْﻡِ ﺍﷲِ ﺍﻠﺮَّ ﺤْﻤﻦ ِﺍﻟﺮَّﺤِﻳﻡِ ﺇﻨْﻔِﺮُﻮﺍ ﺨِﻔَﺎﻔًﺎ ﻮَ ﺜِﻗﺎﻻً ﻮَ ﺠَﺎﻫِﺪُﻮﺍ ﺑِﺎﻤْﻮﺍَﻠِﻜُﻢْ ﻮَ ﺃﻨْﻔُﺴِﻜُﻢْ ﺬﻠِﻜُﻢْﺨَﻴْﺮُ ﻠﻜُﻢْ ﺇﻦْ ﻜُﻧْﺗُﻢْ ﺘﻌْﻟﻤُﻮﻦَ ﻮَ ﻻ ﺘﻘﻮُﻠُﻮﺍ ﻟِﻤَﻦْ ﻴُﻘْﺘﻞُ ﻔِﻰ ﺴﺑِﻴﻞِ ﺍﷲِ ﺃﻤْﻮَﺍﺖٌ ﺒَﻞْ ﺃﺤْﻴﺎﺀٌ ﻋِﻧْﺪَ ﺮَﺑِّﻬِﻢْ ﻴُﺮْﺰَﻘُﻮﻦَ ﻮَ ﺃﻋِﺪُﻮﺍ ﻠﻬُﻢْ ﻤﺎ ﺴْﺘﻄﻌْﺗُﻢْ ﻤِﻦْ ﻘُﻮَّﺓٍ ﻮَﻤِﻦْ ﺮٍﺒﺎﻄِ ﺍﻠْﺨﻳْﻞِ

"Әлхәмдү лилләәһи Раббил-ғәәләмиин. Үәс-саләәтү үәс-сәләәмү ғәләә расүүлинәә Мүхәммәдин үә ғәләә әәлиһи үә сахбиһии әджмәғиин. Әғүүҙү билләәһии минәш-шәйтаанир-ражиим. Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим. Инңфируу хифәәфәү-үә ҫиҡааләү-үә җәәһидүү би᾽әмүәәләкүм үә әнңфүсикүм ҙәәликүм хайрул-ләкүм инң күнңтүм тәғләмүүн. Үә ләә тәҡуулүү лимәй йүҡтәлү фии сәбиилилләәһи әмүәәтүн бәл әхйәә᾽үн ғинңдә Раббиһим йүрзәҡуун. Үә әғидүү ләһүм мәстәтағтүм миң ҡувүәтиү-үә мир рибәәтыл-хайли..."

Мәғәнәһе: "Эй, ғәләмдәрҙең Раббыһы булған, Аллаһ Тәғәлә! Мөҡәддәс китабыбыҙ Ҡөрьән Кәримдә лә беҙгә дошман менән һуғышыуҙы әмер ҡылаһың. Инде ошо әмерҙе еренә еткереү өсөн үҫтерелгән ғәзиз балаларыбыҙҙы, изге динебеҙҙе, һөйөклө Ватаныбыҙҙы һәм мосолмандарҙың бәхет һәм именлеген, намыҫыбыҙҙы һаҡлау өсөн ғәскәргә ебәрәбеҙ...

Эй, Раббым Аллаһ! Һин уларға сәләмәтлек һәм именлек бир. Ғәскәргә кәрәк булған сабырлыҡты, батырлыҡты, ҡыйыулыҡты йөрәктәренә һал, уларҙы бәлә-ҡазалар-ҙан, яфаларҙан һаҡла. Ҡаһарман ғәскәребеҙҙе бер ваҡытта ла халыҡтан, хәҡиҡәттән айырма, хаҡһыҙ-лыҡ һәм зыян итеүҙән һаҡла. Балаларыбыҙҙың һау-сәләмәт әйләнеп ҡайтыуҙарын, ата-әсәләре, һөйгәндәре менән ҡауышыуын насип ит. Ҡатын һәм балаларына сабырлыҡ бир, ярҙамыңдан ташлама. Әгәр шаһит үлеме менән вафат булыу шәрәфенә ирешеүселәр булһа, шәфәғәттәренән беҙҙе лә мәхрүм итмә. Ватаныбыҙға, намыҫыбыҙға ҡул һуҙыусы дошмандарыбыҙ ҡаршыһында беҙгә дауамлы еңеү насип ит. Бәдер һуғышында ярҙамға ебәрелгән күрен-мәгән ғәскәрҙәрҙе беҙгә ярҙамға ебәр.

Раббым Аллаһ! Һинең динең тыныс-лыҡ, хозурлыҡ дине. Бөтөн инсандарға һиҙәйәт һәм ихсән бир. Йәштәребеҙгә ошо юлда ғәйрәт бир. Ғәскәр башлыҡ-тарына ҡарата итәғәтле булһындар. Кесе һәм ҙур гонаһтарын ғәфү ит, Раббым Аллаһ! Ватан һәм ғәзиз милләттәребеҙҙең именлеге, хаҡ динебеҙҙең мәңгелеге, милләт-халҡыбыҙҙың берлеге һәм берҙәмлеге өсөн, Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн Фатихабыҙ булһын".

Хаж сәфәренә оҙатҡанда уҡыла торған доға[үҙгәртергә]

Һәр сәләмәт үә юлға етерлек байлығы булған кеше үҙенең ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла хажға барырға тейеш. Был фарыз ғәмәл, хатта малы булып сәләмәтлеге булмаһа, кеше яллап ебәреү ҙә дөрөҫ.

ﻮَ ﻠِﻟّﻪِ ﻋَﻠﻰ ﺍﻠﻧَّﺎﺲِ ﺤِﺞُّ ﺍﻟﺑَﻳْﺖِ ﻤَﻦِ ﺍﺴْﺘﻁﺎﻉَ ﺇﻟﻴْﻪِ ﺴَﺒِﻳﻞَ

Үә лилләәһи ғәлән-нәәси хиджджүл-бәйти мәнистәтаағә иләйһи сәбиилә.

Мәғәнәһе: “Әгәр юлына етерлек малы үә сәләмәтлеге булһа Аллаһ ризалығы өсөн хажға барыу фарыз ҡылынды.” Хажда бар доғалар ҙа ҡабул була, ин шә Аллаһ, шуға күрә күберәк доғалар ҡылырға кәрәк. Хажға барыуҙың махсус доғаһын килтермәйбеҙ, ләкин үҙ телебеҙҙә ошо рәүештә ҡылырға була.

Раббым Аллаһ! Беҙгә биргән һаулығыңа, биргән ниғмәттәреңә меңәрсә тапҡыр шөкөрҙәр булһа ине! Беҙҙе яраттың һәм йөрәгебеҙгә Ислам нурын урынлаштырҙың. Бөтөн маҡтауҙарыбыҙ Һиңә булһын Раббым Аллаһ! Кәғбәтулланы мөбәрәк ҡылдың. Күңелен Аллаһ Тәғәләгә тапшырған Ибраһим ғәләйһис-сәләмде унда урынлаштырҙың.

Беҙгә кәғбәтулланы зыярат ҡылыуҙы фарыз иттең. Инде ул мөбәрәк ерҙә ҡауышыу, кәғбәтулланы тауаф итеү, зәм-зәм ҡойоһоноң һыуын эсеү теләге менән сәфәргә сығабыҙ.

Эй, Раббым Аллаһ! Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмдең тыуған ерҙәрен һәм кәғбәтулланы күрмәйенсә йәнебеҙҙе алма, йөҙөбөҙҙө Хәжәри-әсүәдкә (ҡара ташҡа) ҡуйыу өсөн һаулыҡ бир. Кәғбәтулла тирәһендә ғибәҙәт ҡылырға көс һәм ҡеүәт бир. Сафа һәм Мәрүә тауҙары араһында Ибраһим ғәләйһис-сәләмдең юлында йәнебеҙҙе фиҙа ҡылайыҡ.

Раббым Аллаһ! Ошо хаж сәфәрендә гонаһтарыбыҙ ғәфү ителһен, тыуған яғыбыҙға яңы тыуған бала кеүек пак һәм гонаһһыҙ ҡайтырға насип ит. Бөтөн йәнебеҙ, тәнебеҙ менән "Ләббәйкәллааһүмә ләббәйк" тип ҡысҡырайыҡ. Мин Һинең хозурыңда, Раббым, әмер ит.

Эй, Раббым! Һинең һөйөүөң менән юлдарға сыҡтыҡ. Иҫән-һау ҡайтып етеүебеҙҙе, ғаиләбеҙ һәм дуҫтарыбыҙ менән ҡауышыуҙы насип ит, Һәр мөьмин кешегә кәғбәтулланы тауаф итергә насип ит.

Раббым Аллаһ! Һинән был донъяла һәм әхирәттә яҡшылыҡ теләйбеҙ, гонаһ-тарыбыҙҙы кисер. Һөйөклө пәйғәмәбәре-беҙ ғәләйһис-сәләмдең шәфәғәтенә ирештер".

Өйҙән сыҡҡанда ошо доғаны уҡыр[үҙгәртергә]

ﺒِﺴْﻢِ ﺍﷲِ ﺘﻜّﻟْﺖ ُﻋَﻟﻰ ﺍﷲِ ﻮَ ﻻ ﺤَﻮْﻞَ ﻮَ ﻻ ﻘُﻮَّﺓ ﺇﻻّ ﺒِﺎﻠﻟّﻪِ

"Бисмилләәһи тәүүәккәлтү ғәләллааһи. Үә ләә хәүлә үә ләә ҡувүәтә илләә билләәһ". Мәғәнәһе: "Аллаһ Тәғәләнең исеме менән Уға ышандым. Көс һәм ҡеүәт бары тик Аллаһ Тәғәләнәндер". Шофер йәки башҡа транспорт йөрөтөүселәр өйҙән сыҡҡанда, әсә телендә, ошо доғаны уҡый алалар: "Эй, Раббым Аллаһ! Йортомдо, нигеҙҙәребеҙҙе, эшләп тапҡан хәләл машинабыҙҙы, ут ҡазаларынан, ҡараҡтарҙан үҙең һаҡла, яуыздарҙың күҙен ҡапла. Шулай уҡ ғаиләмде Һиңә аманат итәм. Уларҙы һәр төрлө һәләкәттәрҙән һәм бәләләрҙән һаҡла".

Ҡурҡҡанда уҡый торған доға[үҙгәртергә]

“Юл ғазабы – гүр ғазабы”- тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Әгәр төрлө хәүефле хәлдәргә тарыһаҡ ошо доғаны уҡырға кәрәк.

ﺃﻋُﻮﺬُ ﺒِﻛﻟِﻤَﺖِ ﺍﷲِ ﺍﻠﺗّﺎﻠﻤَّﺎﺖِ ﻤِﻦْ ﻏَﺿَﺑِﻪِ ﻮَ ﺸﺮِّ ﻋِﺑَﺎﺪِﻩِ ﻮَ ﻤِﻦْ ﻫَﻤْﺯَﺍﺖِ ﺍﻟﺷّﻳﺎﻄِﻴﻦِ ﻮَ  ﺃﻦْ ﻴَﺤْﺿِﺮُﻮﻦَ

"Әғүүҙү бикәлимәтит-тәәммәәти мин ғадабиһи үә шәрри ғибәәдиһи үә мин һәмзәәтиш-шәйәәтыынә үә ән йәхдыруун".

Мәғәнәһе: "Аллаһ Тәғәләнең ғазабынан, кешеләрҙең насарлыҡтарынан, шайтандарҙың һәр төрлө яуызлыҡ-тарынан һәм бәйләнеүҙәренән Аллаһ Тәғәләнең Ҡөрьән Кәримдә яҙылған һүҙҙәренә һыйынамын".

Ҡәҙерле шоферҙар һәм башҡа транспорт эйәләре!

Доға, үҙенең әһәмиәтенә ҡарап рух һәм тәнгә тәьҫир итә. Доғаның тәьҫир көсөн белеү ауыр түгел. Доғаның әһәмиәтен белмәйенсә, ихлас күңелдән уҡыһаң да, ул кешегә ыңғай тәьҫир итә. Ул изгелек һәм әхләҡ тойғоларын арттыра.

Доғаның тәьҫире, уға күнегеп бөтөп, уны йыш-йыш ҡабатлап торғанда тағын да арта төшә. Шулай итеп, был кешенең ҡаршында изгелек, яҡшылыҡ хәкимиәтенең ишектәре асылыр.

Ул әкренләп рухи тыныслыҡҡа ирешер. Йәғни уның рухи һәм ғасаби эшсәнлеге тигеҙләнер. Инсан машинаһы ватылыуға, берәй әйбере юғалыуға, фәҡирлеккә төшөүгә, яла яғыуҙарға, ҡайғы-хәсрәткә сабыр булыр өсөн ошо доғаларын уҡып, үҙендә көс һәм ҡөҙрәт табыр.

Доға шулай уҡ үлем-китем, хасталыҡ, ғазап, яҡындырын юғалтҡан ваҡыттарҙа ҙур таяныс була. Доға тәьҫире менән килгән тыныслыҡ дауа кеүек бер шифа килтерер.

Мохтаж булған нимәне Аллаһтан һорау дөрөҫ эштер. Ләкин бары тик донъя мәнфәғәттәре өсөн генә тырышыу йәки үҙ тырышлығыбыҙ менән мөмкин булған нимәләрҙе Аллаһ Тәғәләнән һо-рау мәғәнәһеҙлек булыр ине. Ҡайғылы ваҡыттарҙа дауамлы һәм самими күңелдән теләүҙәр нәтижәлерәк булыр. Аллаһ Раббыбыҙ бындай доғаларға яуап бирер, ин шә Аллаһ

Ҡайғы-хәсрәткә төшкән саҡта уҡылған доға[үҙгәртергә]

Кешеләр ҡайһы ваҡыт матди һәм мәғнәүи ауырлыҡтарға осрайҙар. Һәр ауыырлыҡ Аллаһ Тәғәләнең бер һынауы йәки ҡылған гонаһтарыбыҙ өсөн яуапҡа тарттырыуы булып тора.

Бындай хәләткә төшкән кеше, камил тәһәрәт алып, ике йәки дүрт рәкәғәт намаҙ ҡылырға тейеш. Намаҙҙа беренсе рәкәғәттә "Инширах" сүрәһен, икенсе рәкәғәттә "Ғаср" йәки "Кәүҫәр" сүрәһен уҡырға тейеш.

Ҡөрьән Кәримдең "Инширах" сүрәһен ғайғы-хәсрәт килгәндә доға итеп уҡыу хәйерле:

Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим. Әләм нәшрах ләкә садрак. Үә үәдағнәә ғәнңкә үизрак. Әлләҙии әнңҡада ҙаһрак. Үә рафәғнәә ләкә ҙикрак. Фә᾽иннә мәғәл-ғүсри йүсраа. Иннә мәғәл-ғүсри йүсраа. Фә᾽иҙәә фәрағтә фәнңсабе. Үә иләә Раббикә фәрғәбе.

Мәғәнәһе: Эй, Мөхәммәд, беҙ һинең күкрәгеңде (ҡалбеңде) асманыҡмы? Иман, хикмәт менән күңелеңде йомшаҡ ҡылманыҡмы? Билеңде бөккән ауыр йөктө тартып алманыҡмы? Һинең исемеңде, даныңды һәм шаныңды кешеләр араһында маҡтаулы зикер дәрәжәһенә күтәрҙек түгелме? Дөрөҫ-лөктә, файҙалы булған еңеллек ауыр-лыҡтан һуң ғына табыла. Һис шикһеҙ, ауырлыҡ менән бергә еңеллек тә барҙыр. Бер хәйерле эштән бушанһаң, икенсе хәйерле эште эшләргә һәм Раббың-дың рәхмәтенә ирешергә тырыш һәм Ул риза буласаҡ хәйерле эштәр менән мәшғүл бул, бары тик Уға йүнәл".

Бынан беҙ күрәбеҙ—доға мөьминдең үҙен Аллаһ Тәғәләгә яҡынлаштарыу өсөн эшләнелгән бер мөмкинлеге булып тора. Бәлә-ҡаза килгәндә генә Аллаһҡа ялбарырға түгел, бәлки һәр ваҡыт та доғала булыу кәрәк. Был доға ҡылғанда кешегә күрһәтеү шарт түгел, эстән генә Аллаһҡа теләктәребеҙҙе белдереп ҡылһаҡ та ярай.

Сараһыҙ һәм ҡайғылы ваҡыттарында рухына көс, йөрәктәрендә батырлыҡ таба алмаған ҡурҡаҡ кешеләр берҙән-бер сараны араҡы эсә торған ерҙәрҙә эҙләй башлайҙар. Ҡайғынан ҡотолабыҙ тип,хәлдәрен тағы ла мөшкөлләтеүҙәрен һиҙмәй ҙә ҡалалар.

Юғары хистәргә эйә булған, иманлы кешеләр иһә, бер кем дә булмаған тыныс ҡына бер ерҙә, ҡулдарын һәм саф күңелдәрен бөйөк Раббыларына асып, бөтөн асылы менән ҡайғы-хәсрәттәрен Уға һөйләнеләр, һәм Унан, бары тик Унан ғына ярҙам һоранылар.

Был доғалар, ялбарыу һәм яҡынлыҡ Аллаһ Тәғәлә һәм Уның бәндәһе араһында ғына ҡалған бер серҙер. Яңғыҙ һәм сараһыҙ ҡалған кеше ҡайғыларын Аллаһ Тәғәләгә белдергәндән һуң, күңеле бушар, йәне шатланыр, тормош уға тағын да аңлашыла төшөр, эсендәге насар фекер һәм уйҙары юғалыр, ҡараңғылыҡ һәм томан эсендә ҡалған йәне яҡтырыр, күңеле тыныслыҡ һәм бәхет менән тулыр.

Ҡайғы-хәсрәткә төшкән кешеләр "Ғаср" сүрәһен уҡырҙар[үҙгәртергә]

Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.

Үәл-ғаср. Иннәл-инңсәәнә ләфии хуср. Илләлләҙиинә әәмәнүү үә ғәмилүс-саалихәәти үә тәүәәсау бил-хаҡҡы үә тәүәәсау бис-сабр.

Мәғәнәһе: "Заман, дәүер, ғаср менән ант итеп әйтәм, инсан (кеше) ысынлап та хәсрәттеләр, ҡәҙерле ғүмеренең хәсрәт эсендә үтеүенә үҙе уҡ ғәйеплелер. Был хәсрәт-тән ҡотолоу бармы? Әлбиттә, бар!

Ҡөрьән өйрәткәнсә дөрөҫ юл менән ысын иман килтереп, Ислам динен ҡабул иткән, һәр ваҡыт изге ғәмәлдәр ҡылған, тормош һәм дин мәшәҡәттәре-нә, килгән төрлө ауырлыҡтарға, бәлә-ҡазаларға сабыр итергә сыҙамлы булырға бер-береһенә өндәшкән хаҡ мөьминдәр генә хәсрәттә булмаҫтар".

Машинаны ҡабыҙғанда уҡылаған доға[үҙгәртергә]

ﺒِﺴْﻢِ ﺍﷲِ ﺍﻟﺮَّ ﺤْﻤﻦِ ﺍﻠﺮَّ ﺤِﻴﻢِ ﺮَﺒَّﻨَﺎ ﺃﺘِﻨَﺎ ﻤِﻦْ ﻠﺪُﻨْﻚ ﺮَﺤْﻤَﺔً ﻫَﻳِّﺊْ ﻟﻧَﺎ ﻤِﻦْ ﺃﻤْﺮِﻨَﺎ ﺮَﺸﺪًﺍ ﺮَﺐِّ ﺍﺸْﺮَﺡْ ﻠِﻰ ﺼَﺪْﺮِﻯ ﻮَ ﻴَﺴِّﺮﻠِﻰ ﺃﻤْﺮﻯ ﻮَ ﻻ ﺘُﻌَﺳِّﺮْ ﺮَﺐِّ ﺘﻤِّﻢْ ﺒِﺎﻠﺧَﻳْﺮِ

Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим. Раббәнәә әәтинәә мин ләдүнңкә рахмәтәү-үә хәййи ләнәә мин әмринәә рәшәдә. Раббишрахлии садрии үә йәссирлии әмрии Рабби йәссир үә ләә түғәссир Рабби тәммим бил-хайр".

Мәғәнәһе: "Эй, Раббыбыҙ! Беҙгә үҙеңдән бер рәхмәт бир, эшебеҙҙә еңелллек бир. Раббым, еңеллек бир, ауырлыҡ бирмә, эшемде уңышлы тамамла".

Транспорт йөрөтөүселәре тейешле хеҙмәт хаҡтарын алғанда уҡыла торған доға[үҙгәртергә]

ﺃﻠْﺤَﻤْﺩُ ﻠِﻟّﻪِ ﺮَﺐِّ ﺍﻟْﻌﻟﻤِﻳﻦَ ﻮَﺍﻠﺻَّﻼﺓُ ﻮَ ﺍﻠﺴَّﻼﻡُ ﻋﻠﻰ رَﺴُوﻠِﻴﻨَﺎ ﻤُﺤَﻤَّﺪ ٍوَ ﻋَﻠﻰ ﺃﻠِﻪِ ﻭَ ﺼَﺤْﺑِﻪِ ﺃﺠْﻤَﻌِﻴنَ ﺃﻠﻟّﻬُﻢَّ ﺍﺮْﺯُﻘْﻨَﺎ ﺮِﺯْﻘًﺎ ﺤَﻼﻻً ﻄَﻳِّﺑًﺎ ﻮَ ﺴْﺗﺟِﺐْ ﺪُﻋَﺎﺀَ ﻳَﺎ ﺭَﺐَّ ﺍﻠْﻌَﺎﻠﻤِﻴﻦَ ﺃﻠﻟّﻬُﻢَّ ﺇﻢﻨَّﺎ ﻨَﻌُﻮﺬُ ﺒِﻚ ﻤِﻦَ ﺍﻠْﻔَﻘْﺮ ﻮَ ﺍﻠﺪَّﻴْﻦِ ﺮَﺑَّﻨَﺎ ﺃﺘِﻨَﺎ ﻔِﻰ ﺍﻠﺪُّﻨْﻴَﺎ ﺤَﺴَﻨَﺔً ﻮَ ﻔِﻰ ﺁﺨِﺮَﺓِ ﺤَﺴَﻨَﺔً ﻮَ ﻘِﻨَﺎ ﻋَﺬَﺍﺐَ ﺍﻠﻨَّﺎﺮ

"Әлхәмдү лилләәһи раббил-ғәәләмииин. Үәс-саләәтү үәс-сәләәмү ғәләә расүүлинәә Мүхәммәдин үә ғәләә әәлиһии үә сахбиһии әджмәғиин. Аллааһүммәр-рзуҡнәә ризҡан хәләлән таййибән. Үәстәджиб дүғә᾽әнәә йәә Раббәл-ғәәләмиин. Аллааһүммә иннәә нәғүүҙү бикә минәл-фәҡри үәд-дәйни Раббәнәә әтинәә фид-дүнйәә хәсәнәтән үә фил-әхырати хәсәнәтән үә ҡынәә ғәҙәәбән-нәәр".

Мәғәнәһе: Ғәләмдәр Раббыһы булған Аллаһыбыҙға хәмед-ҫәнәләребеҙ (маҡтауҙарыбыҙ) булһын. Салауаттары-быҙ һәм сәләмдәребеҙ пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмгә уның йорт әһелдәренә үә сәхәбәләренә булһын. Аллаһым беҙгә хәләл һәм яҡшы ризыҡтар менән ризыҡландыр. Ғәләмдәр Раббыһы булған Аллаһым! Доғаларыбыҙҙы ҡабул ит. Аллаһым! Беҙҙе фәҡирлектән һәм бурыслы булыуҙан һаҡла. Раббым! Беҙгә был донъяла ла әхирәттә лә яҡшы тормош насип ит. Әсә телендә былай тип тә доға ҡылып була: "Эй, Раббым Аллаһ! Иҫәнлек эсендә тағын бер ай уҙҙырҙыҡ. Шөкөрҙәр булһын. Беҙгә пак һәм хәләл ризыҡтар бир. Хеҙмәт хаҡтарыбыҙҙы яҡшы һәм хәйерле ерҙәргә сарыф итеүҙе насип ит. Аҡсабыҙ менән беҙҙе насар юлдарға баҫтырма. Ибраһим пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмгә биргән бәрәкәт кеүек беҙгә лә бир, эй Раббым! Дәүләтебеҙҙе һәм милләтебеҙҙе һәр ваҡыт яҡшы эштәргә йүнәлт. Доғаларыбыҙҙы ҡабул ҡыл, Раббым Аллаһ!"

Мөхтәрәм юл транспорттарын йөрөтөүселәр!

Доға ҡылғанда түбәнселекле булығыҙ, сөнки доға ҡылған барлыҡ бөйөклөк һәм ололоҡ эйәһе булған Аллаһ Тәғәлә генәлер. Аллаһ Тәғәләгә ҡарата ла түбәнселекле булырға кәрәк. Шулай итеп, доға уны юғары әхләҡ дәрәжәһенә күтәрер.

Доға ҡылыусы кешенең фәҡирҙәргә саҙаҡа биреүе һәм шуға оҡшаған хәйерле эштәр эшләүе—ҡылған доғаларының ҡабул булыуына сәбәп була. Доға кешене изге эштәргә этәрә, йәғни доға— (башҡа кеше өсөн доға ҡылһаң да) доға ҡылыусыға ла файҙа килтерә.

Ҡайғылы һәм ауыр ваҡыттарҙа доға ҡылыу һәр кеше өсөн тейешле эштер[үҙгәртергә]

Тормошонда ауыр ваҡыттар булғанда ла доға ҡылмаған кешеләр бар. Ысын иманлы кеше ҡайғылы ваҡытта һәм эше яҡшы барғанда ла Аллаһ Тәғәләне хәтерләп доға ҡыла. Шундай рәхәт ваҡыттарҙа доға ҡылған кешеләргә Аллаһ Тәғәлә ҡайғылы һәм ауыр минуттарында ярҙам итер.

Ҡайсаҡ шундай хәлдәр ҙә була. Юл ҡазаһына эләгеп, тимер тауы хәленә килгән автомобиль йәки автобус эсенән бер ере лә йәрәхәтләнмәгән һау-сәләмәт кеше сыға. Шул ваҡыт Ҡөрьән Кәримдәге "Әғраф" сүрәһенең бер аяты иҫкә төшә:

Үә ликүлли үммәтин әҗәлүнң фә᾽иҙәә җәәәә᾽ә әҗәлүһүм ләә фәстә᾽хыруунә сәәғәтәү-үә ләә йәстәҡдимүүн.

Мәғәнәһе: "Һәр бер өммәттең билгеләнгән әжәле бар. Әгәр уларға әжәлдәре килһә, бер сәғәт иртә килмәҫ һәм бер сәғәт кисекмәҫ" Бындай ҡазаларҙан иҫән-имен ҡалыуға ҡайһы бер хәйерле эштәрҙең, самими доғаларҙың сәбәпсе булыуын кем инҡар итә алыр? Тимәк, шатлыҡлы ваҡыттарҙа эшләгән изгелектәр һәм ихлас күңелдән ҡылҡан доғалар кешегә ауыр минуттарҙа еңеллектәр килтерә.

Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән: “Бәлә күктән ергә төшөрелә, доға ерҙән күккә аша. Шул ваҡытта бер-береһе менән бәрелешеп бер-берһен юҡ итәләр”. Доға ҡылған кеше шайтандан алыҫлашыр һәм уның тирә-яғына фәрештәләр йыйылыр. Нәтижәлә улар ҙа уның өсөн доға ҡылырҙар.

Йөкмәткеһе[үҙгәртергә]

  • Сәфәр доғаһы 4
  • Юлға сыҡҡанда уҡыла торған доға 5
  • Аятуль-курси 6
  • Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм юлға сыҡҡанда ошо доғаны уҡыған 8
  • Транспорт эйәһе урынынан ҡуҙғалып киткәс ошо доғаны уҡыр 9
  • Һалдатҡа оҙатҡанда уҡыла торған доға 10
  • Хаж сәфәренә оҙатҡанда уҡыла торған доға 13
  • Өйҙән сыҡҡанда уҡыла торған доға 16
  • Ҡурҡҡанда уҡый торған доға 17
  • Ҡайғы-хәсрәттә уҡыла торған доға 19
  • Машинаны ҡабыҙғанда уҡыла торған доға 24
  • Тейешле хеҙмәт хаҡын алғанда уҡыла торған доға 25

Мөхтәрәм дин ҡәрҙәштәребеҙ!

Һеҙгә үҙебеҙ сығарған китаптарыбыҙы тәҡдим итәбеҙ. Әгәр хаталар китһә Аллаһтан ғәфү үтенәбеҙ һәм һеҙҙең аңлауығыҙҙы үә эшләүселәренә доға ҡылыуығыҙҙы өмөт итәбеҙ.

Кемдәр халҡыбыҙ өсөн китаптар тәржемә итеп динебеҙҙе таратырға теләһә, беҙҙең менән бәйләнешкә керһен. Китаптар нәшер итеү ниәте булған, ләкин сығарырға мөмкинселеге булмаған тәржемәсе-мосолмандарға үҙебеҙҙең ярҙамыбыҙ булыр.

Телефондарыбыҙ: 8-937-30-33-734 йәки 8-903-311-80-53. Ильшат хәҙрәт Хафизи Категория: Мосолман доғалары