Мостафин Хәбир Өмөтҡужа улы

Викидәреслек проектынан
Перейти к навигации Перейти к поиску
Википедияла

Мостафин Хәбир Өмөтҡужа улы (1891, Мәҡсүт— 1966, Мәҡсүт) —— башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, әүлиә.

Биографияһы[үҙгәртергә]

Хәбир Өмөтҡужа улы Мостафин (Аҡанаев) 1891 йылда Ырымбур вилайәте Орск өйәҙенең (хәҙерге Бөрйән районының) Мәҡсүт ауылында донъяға килә. Атаһы ла, олатаһы Аканай ҙа ғилемле муллаларҙан була. Икеһе лә мәҙрәсә тотҡандар. Хәбир мулла тәүҙә үҙ ауылында, һуңынан Әтектә Мөхәмәтшәриф хәҙрәт Дәүләткилдин мәҙрәсәһендә 12 йыл буйы ғилем эстәгән. 1914 йылда дүрт бүлмәле, ике ҡатлы итеп төҙөлгән мәҙрәсәлә тирә-яҡ ауылдарҙан малайҙар күп уҡый. Ғәҙелгәрәйҙән Уйылдан Сәғитов, Шәкир Йомағужин, Ҡыпсаҡтан Сабирйән сәсәндәр - шул уҡыу йорто һабаҡташтары.

Мәҙрәсәне тамамлағас, 25 йәшлек Хәбир Мостафин Ырымбур губерна идараһының 1916 йылдың 27 майындағы мәншуры (указы) менән Ырымбур виләйәте 3-сө Бөрйән улусының Мәҡсүт ауылына имам-хатип итеп тәғәйенләнә. Шулай итеп, ул Октябрь инҡилабын указлы мулла булып ҡаршылай. Динде ҡыҫыу йылдан-йыл көсәйгәндән-көсәйә барғанда ла ул ҡиблаһына тоғро ҡала.

Бик күп аҫыл ирҙәрҙе, шул иҫәптән халыҡтың рухи таянысы булған муллаларҙы ла, ауылдарҙың иҡтисади таянысы булған эшҡыуар крәҫтиәндәрҙе лә, кулак синыфы тип, һис бер ғәйепһеҙ көйөнсә тәфтишһеҙ үлем язаһына, төрмә тотҡонлоғона, Себер һөргөнөнә хөкөм иткән ҡәһәрле Сталин режимының сәйәси золомо Хәбир мулланы ла, әлбиттә, урап үтмәй. Уның ғаиләһе сәйәси яуызлыҡ дауылының тәүге ағымына уҡ эләгә.

Хәҙрәт үҙе ҡулға алынырын тойоп, балаларын ҡайғы-хәсрәт күреүҙән ҡотҡарыу ниәтендә, ҡатындарынан ғаиләһен ауылдан алып сығып китеүҙәрен талап иткән. Ғаиләһенең ҡасып сығып китеүе була, 1931 йылдың 26 июнендә дүрт ағалы-ҡустылы милиционерҙар - Байрас балалары Хәбир хәҙрәтте өйөнән типкеләп алып сығып китәләр. Улар типкән һайын был: «Хоҙайҙан ҡурҡығыҙ, минең бер ғәйебем дә юҡ!» - тип әйтә икән.

Ҡатындары (олоһо - Хәҙисә, уртансыһы - Өммөгөлсөм, кесеһе - Алмабикә) бала-сағалары менән тирә-яҡҡа таралышып бөтә. Уларҙы хәҙрәттең Бөгөлсән - Ира яҡтарындағы (хәҙерге Мәләүез районы) урыҫ белештәре үҙҙәренә һыйындыра, ташландыҡ мунсаларына йәшереп йәшәтә. Бында улар киндер һуғып, йөн иләп ашамлыҡҡа алмаштырып, башҡа төрлө ҡул эштәре башҡарып көн күрәләр.

Хәҙисәнән тыуған ҡыҙы Яңылбикәнең «Сәлимәкәй»ҙе йырлағанын урыҫтар бик яратып тыңлаған, кем ни етте, шул ризығын килтереп, «йырсы» алдына һалғандар. Бер ваҡыт Яңылбикә сүплектән тишелгән баҡырса табып ала ла, уны атаһының тимерлегенән алып киткән паяльнигы менән йәбештереп, бер ярлы ғына урыҫ ҡарсығына бирә. Тегеһе ҡыҙҙы бүләкләп кенә ҡалмаған, бөтә Ираға: «Смотрите, Хабиркина дочь, оказывается, и паять умеет», - тип һөйләп йөрөй икән. «Шул көндән башлап аслыҡтың ни икәнен белмәнек», - тип һөйләр булған күп йылдар үткәс Яңылбикә үҙенең балаларына.

Бер ғәйепһеҙ имамды ул замандың билдәле сәбәптәре арҡаһында ҡулға алыуҙары Мәҡсүт ауылында була. Сәғитов Әхәт бабай һөйләүенсә, үлем язаһына хөкөм иткәндән һуң уға һуңғы һүҙен әйтергә ҡушалар. Тыныс булырға тырышып, бер генә тәмәке тоҡандырып бирһәгеҙ, ризамын, тигән. Мулла тәмәке тартмай бит, тигәстәре, минең һуңғы һүҙем шул, ти. Тәмәке төтөнөн бер генә һурып, төрмә башлығы яғына өрөп тә ебәрә, тегеһе шунда уҡ ҡолап йән бирә.

Ошо хәлдән һуң, "атырға" тигән хөкөм язаһын үҙгәртергә мәжбүр булып, һөргөнгә, тәүҙә Вологдаға, һуңынан төньяҡтағы Архангель портына 5 йылға ауыр эшкә ебәрәләр. Ул һөргөндә лә үҙен мосолманса тота, барғас та тимерлек төҙөп, яратҡан һөнәренә тотона. Йәшенеп биш ваҡыт намаҙын да ҡалдырмайынса уҡып бара. З йыл һөргөндә яфаланып, төрмә түрәләренән «за примерное поведение» тигән ҡарар ишетеп, амнистияға эләгеп, уға ауылына ҡайтыу бәхете тейә. Ҡайтыуына, теге хәҙрәтте типкеләп, һуҡҡылап ауылдан алып сығып киткән ағалы-ҡустылы милиционерҙарҙың барыһы ла йәшләй үлеп бөткән булалар.

Һыбай мулла[үҙгәртергә]

Тотҡонлоҡтан ҡайтҡас, Хәбир мулла өйрәнгән эшенә - бал ҡорто тәрбиәһенә тотоноп, Мораҡ баҙарына сығарып һатып, һунарға йөрөп, балыҡ тотоп, тимерлек асып хәлләнеп ала. Солоҡсолар әйтеүенсә, түбән яҡта - Шүлгән ҡурсаулығына ингән биләмәлә әле лә уның атай-олатайҙарынан ҡалған, нәҫел тамғаһы һалынған етмештән артыҡ солоҡ ағастары ултыра.

«Совет власын мин ике ҡуллап ҡаршы алдым, фәҡирҙәр власы, тип. Шул власть мине һөргөнгә ебәрер, шул власть минең 77 төп солоғомдо тартып алыр, үҙем егеп йөрөгән атымды йыл һайын һатып алып егермен тигән уй һис кенә лә башыма килмәне», - тип һөйләр булған ул, үлер көндәре етеүен һиҙеп.

Ҡара төҫтәге оҙон кәзәкей, һунарға сыҡһа, фуфайка кейеп йөрөгән. Аҡһыл йөҙлө, оҙон буйлы, мыҡты кәүҙәле булған. Архангель яғындағы кисергәндәрен туғандарына ла бик һөйләмәгән. Баймаҡ районы Темәс ауылының мәшһүр муллаһы Шибли хәҙрәт Ҡәҙерғолов менән аралашып, хатта икеһенең бергә амнистияға эләгеп, бергә ҡайтыуҙары тураһында һағынып һөйләй торған булған ул. Һүҙ ҡөҙрәтен белеп, күп һөйләшмәгән. Берәйһе менән һөйләшеп торғанда көлә башлаһа, тирә-яҡтан үтеп барған кешеләр бының янына йыйылыр булғандар, сөнки белгәндәр - Хәбир мулла үҙенең тормошонан берәй ҡыҙыҡлы хәл тураһында һөйләйәсәк. Ә һөйләгәндә көлмәгән, күҙҙәренең йылмайғанын ғына күрер булғандар. Ул һөйләй башлаһа, кешеләр һындары ҡатып көлөрҙәр ине, тип һөйләй ололар.

Абыстайы Хәҙисә инәй менән бәләкәй генә өйҙә тауыш сығармай, татыу ғына йәшәгәндәр. Үҙ балаларынан тыш, Мәҡсүттең бөтөн ыбыр-сыбыры уларҙа булған. Асыҡ йөҙө, ҡунаҡсыллығы менән дан тотоп, хатта тирә-яҡтағы башҡа милләт кешеләре араһында ла хөрмәт һәм һөйкөм яулаған заттарҙан булғандар.

Гел һыбай йөрөгәнлектән, хәҙрәтте "Һыбай мулла" тигәндәр.

1941 йыл... Һуғыш башланыу менән Хәбир хәҙрәтте хеҙмәт армияһына алалар. Уға военкоматта Байназар ауылында тимерлек төҙөргә ҡушалар. Ошо тимерлектә уға тимер юл костылдәре һуғып, фронтҡа ебәреү эше йөкмәтелә. Белореттан тимер менән тәьмин итеп торғандар.

Хәбир мулланың оло ҡатыны Хәҙисәнән Үлмәҫбикә, Әминә, Әхмәт, Яңылбикә, Сәлиха, Нәғимә, Дәүләтбикә исемле балалары булған.

Отҡорлоғон күреп, Хәбир хәҙрәт заманында үҙенең белгәндәрен уртансы ҡатыны —— Өммөгөлсөмө ҡарынынан айырылған оло улы Мөжәүиргә өйрәтә башлай, әммә ул, үкенескә күрә, Бөйөк Ватан һуғышына китеп, яуҙа вафат булып ҡала.

Яңылбикәһен (1926-1998), мәктәпкә 1-се синыфҡа барған баланы, уҡытыусы: "Тиңдәштәреңде атаң кеүек доға уҡырға өйрәтеп, боҙоп бөтөрәһең", - тип ҡыуып ҡайтара. "Халыҡ дошманы балаһы" тип ситләтәләр. Парторг Йәғәфәров Усманға кейәүгә сыҡҡас ҡына күҙе асылып ҡала.

Йәнә бер ҡыҙы Ишбикә инәй менән игеҙйән улы Ҡазиханының оло ҡыҙы Рәйсә еңгәнең кинйәһе - Хәбире төҫө-башы менән Хәбир муллаға тартым, ти өлкәндәр. Данлыҡлы ҡартолатаһының исемен йөрөткән егет тә уның юлын дауам итә, дини уҡыу йортон тамамланы. Әрме хеҙмәтенә буласаҡ һалдаттарҙы хәмерһеҙ оҙатыуҙы башлап ебәреүсе лә - ул.

Хәбир хәҙрәттең әүлиәлеге хаҡында халыҡта күп иҫтәлектәр һаҡланған. Мәҫәлән, кешенең малы табылмаһа ла унан һорағандар, хәҙрәт уларҙың ҡайҙалығын юл ыңғайы үтеп барғанда ла, шул тауҙа ғына йөрөй бит, тип әйтеп киткән.

Бер ваҡыт Иҫке Собханғолға килгәс, ҡыҙы Яңылбикәнең өйөнә инә. Иҙәндә ултырған 6-сы ай менән барған ейәне Рифте күргәс, күтәреп алған да, үбеп рәхәтләнгәс, ҡыҙына ҡарап: «Яңыл, был баланы һаҡлағыҙ, был мулла буласаҡ!» - тигән дә атын туғарырға сығып киткән.

«Ағиҙел» журналы һәм «Башҡортостан» гәзите премиялары лауреаты, «Башҡортостан Йөмһүриәтенең Почетлы төбәкте өйрәнеүсеһе», өс мәҙрәсәлә дәрес алып, «Ислам теологияһы бакалавры» ғилеменә лайыҡ булған, тиҫтәләгән китап яҙыусы, «Башҡортостан энциклопедияһын» төҙөүгә лә өлөш индергән, Башҡортостан Йөмһүриәтенең Урал аръяғы райондарының Рәсәй МҮДН мәхәлләләренең имам-мөхтәсибе Ғариф хажи Абдрахманов әлеге шул Хәбир мулланың үпәсләгән ейәне Риф булыр.

Ғүмере буйы балаларға исем ҡушҡан. Исем ҡушам, тип бер мәл Мәҡсүт ауылынан Ҡотанға һыбай килеп еткән. Бер ата-әсә Хәбир мулланан балаға Венера тип аҙан әйтеп, исем ҡушыуын һорағас, балағыҙҙың исеме үҙебеҙсә түгел бит әле, тип риза булыңҡырамаһа ла, йәштәргә шулай оҡшағас, ярай инде, тип теләкһеҙ генә ыңғайлаған. Журналист Венера Ситдиҡова шул булыр.

Халыҡ араһында әүлиә тигән даны таралған Хәбир мулла ғүмеренең һуңғы минуттарында ла әүлиәләргә генә хас кеселеклелек менән: „Мин китә тип, ҙурламағыҙ, сыр-сыулашып илашмағыҙ, баш осома бәләкәй таш ҡуйһағыҙ - еткән", - тип васыятын әйтә.

1966 йылдың октябрь аҙаҡтарында үҙ йортонда был доньянан үтә ул. Донья көткән нигеҙе лә, ҡәбере лә Бөрйән районы (әүәлге Мәҡсүт) Иҫке Мәҡсүт ауылында.

Ҡәберлегенә ҡултыҡ таяғына таянып килгән сит ауыл кешеһе шунда йоҡоға талған. Уянып тороп, аяҡтарының ауыртыуын онотоп, байтаҡ ара йәйәүләгәс, таяҡтарын иҫенә төшөрөп, яңынан барып алған. Һуңынан ошо рәүешле һауығып аяҡҡа баҫыуын халыҡҡа һөйләп таратҡан, тиҙәр. Шунан башлап был ҡәбергә халыҡ йөрөр булған, һауыҡһалар, "Һыбай әүлиә" ҡәберенә барып һауығып ҡайттым, тип әйтәләр әле лә.

Венера СИТДИҠОВА, журналист. Ғариф АБДРАХМАНОВ, имам-мөхтәсиб.