Мотоцикл (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Йомаҡ әйтәм, дуҫҡайым,
Уйлап тап яуапҡайын.
Мөгөҙөм бар, йәнем юҡ,
Тауышым бар, телем юҡ.
Ә үҙемде менәләр,
Алыҫ ерҙән еләләр . - Үҙе ике генә тәгәрмәсле,
Ике кешене йөрөтә. - Ике аяғы түңәрәк,
Мөгөҙө бар үрҙәрәк.