Муйыл
Муйыл— ике өлөшлөләр роза сәскәлеләр ғәиләһенә ҡараған ағас үҫемлек.
Муйыл
[үҙгәртергә]Муйыл республикабыҙ биләмәләрендә киң таралған. Ул майҙа сәскә ата. Июль—сентябрь айҙарында емештәре өлгөрә.
Дауаланыу маҡсаттарында емеше файҙаланыла. Уны август, сентябрь баштарында йыйырға һәм 'мейестә (50 градус температурала) киптерергә кәрәк. Ҡояшлы урынға йәйеп киптерергә лә була.
Дарыу әһәмиәте
[үҙгәртергә]Муйыл шәкәргә, алма, лимон кислоталарына, С витаминына бай. Муйылдың сәскәһе Һәм емешендә, япраҡтарында фитонцидтар күп. Ә фитонцидтәре ауырыу таратыусы микробтармы үлтерә.
Халҡыбыҙ муйылдың ҡайырыһын, сәскәһен, емештәрен дауа итеп файҙаланған. Төнәтелгән япраҡтарын быуындарға ябып, һыҙланыуҙан ҡотолорға мөмкин.
Йөрәк, ашҡаҙан, үт юлы ауырыуҙарынан да муйыл ҡайырыһы, япраҡтары, сәскәләре файҙалы.
Емештәрен киптереп, боронғо таш тирмән, йәки хәҙерге ҡәһүә онтағыс менән он рәүешенә килтереп, төрлө ризыҡтар, ҡамыр эштәре әҙерләгәндә ҡулланалар.
Емештәрен йыйып алыу менән ит турағыстан үткәреп, шәкәр менән бутап ултырһаң да яҡшы һаҡлана.
Үпкә ауырыуынан дауаланғанда муйыл япрағын сәй урынына бешереп әсәләр.
Ә ағас ҡайыры төнәтмәһен элек-электән
-биҙгәк тотҡанда тирләү өсөн,
-һалҡын тейгәндә,
-ревматизмды дауалау өсөн.
-тән тиреһенә сыҡҡан төрлө сабыртмаларға ҡаршы,
-теш һыҙлағанда ҡулланалар.
Емеш төнәтмәһен эс ҡатырыу өсөн әсәләр.
Ҡулланыу
[үҙгәртергә]Төнәтмә түбәндәгесә әҙерлэнә: 1 аш ҡалағы муйыл емешенә 1 стакан ҡайнар һыу ҡоялар һәм 5 минут буйы ҡайнатҡас, 2 сәғәткә төнәтергә ҡуялар.
Сирек стаканлап көнөнә 2—3 тапҡыр эсергә.