Эстәлеккә күсергә

Муйылдан асығауыҙ

Викидәреслек проектынан

Беҙ бәләкәй саҡта әсәйҙәр байрамдарға муйылдан асығауыҙ бешерәләр ине. Уны бешереү өсөн беҙгә иң беренсе муйыл оно кәрәк буласаҡ. Муйыл оно киң һатыуҙа булмай, шуның өсөн уны үҙебеҙгә әҙерләргә тура киләсәк. Муйыл бешкәс, уны күп итеп йыйып, йәйеп һалып киптерәһең. Муйыл бер аҙ һурыҡҡас, икмәк бешеп сыҡҡандан һуң таба менән эҫе мейескә йәки духовкаға ҡуйып алһаң, тиҙерәк кибә. Кипкән муйылды кофемолкала йәки ҡул тирмәнендә тартып он яһайһың. Йәки бер юлы әҙер эслек итеп эшләп ҡуйырға ла була. Йыйған ыңғайы муйылды бер-нисә тапҡыр иттартҡыс аша үткәреп, шәкәр, ҡаймаҡ йә повидло ҡушып болғап, һыуытҡыста йә туңдырғыста һаҡлайһың. Муйыл оно йорт хужабикәләренә бәлеш, печенье, кекс, торттар бешергәндә үҙенсәлекле тәм һәм еҫ биргән, диетик һәм шифалы продукт булып тора. Муйылдан асығауыҙ бешереү өсөн ғәҙәти бәлеш ҡамыры алабыҙ, әсе йәки сөсө ҡамыр булһа ла ярай. Ҡамырҙың бер вариантын ҡарап китәйек.

Ингредиенттары

[үҙгәртергә]

Ҡамыры

  • 1 балғалаҡ ҡоро әсетке
  • 3 йомортҡа
  • 1 ҡап аҡ май йәки маргарин
  • 2 балғалаҡ шәкәр ҡомо
  • стакан ярым һөт
  • 1 семтем тоҙ

Эслеге

  • Муйыл оно
  • Шәкәр
  • Аҡ май
  • Ҡайнар һыу йәки һөт

Әҙерләү

[үҙгәртергә]

Ҡоро әсеткене аҙ ғына йылымыс һыуға һалып, ҡаймаҡ ҡуйылығына еткәнсе он ҡушып, туҡырға һәм ҡабарып сыҡҡансы ултыртып торорға.

Аҙаҡ йомортҡа һәм тоҙ ҡушып туҡырға. Йомшартылған маргарин, шәкәр, йылы һөт ҡойорға һәм ҡабарып сыҡҡан әсеткене һалып, ҡаты итмәй генә ҡамыр баҫырға.

Йылы урынға ҡабартырға ултыртып торорға.

Эслек өсөн муйыл онона ҡайнар һөт йәки һыу һалып (1:1 нисбәтендә) ярты сәғәт бешекләп алабыҙ, тәменсә шәкәр, май ҡушабыҙ.

Ҡабарған ҡамырҙы 45-50 грамлыҡ өлөштәргә бүлеп, йоморо шарҙар әүәләйбеҙ. Уларҙың һәр береһен түңәрәкләп йәйәбеҙ. Уртаһына әҙер эслекте һалабыҙ. Йәймәнең ҡапма-ҡаршы ике осон тотоп семтеп йәбештерәбеҙ, ә ҡалған ике осо асыҡ ҡала, асығауыҙ тигән исеме лә шунан килеп сыҡҡан. Өҫтөн йомортҡаның һарыһы менән майлаһаң, асығауыҙ күркәмерәк күренер.

Табаға йәки формаға теҙеп, мейестә (духовкала) 200 градуста 20-30 минут тирәһе өҫтө ҡыҙарғансы бешереп алабыҙ.